Синицын Василий Иванович

Биографияһы

Синицын[1] Василий Иванович 1918 йылдың 12 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Мәләүез ауылында[2] тыуған[3].

Урыҫ. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Мәктәптең ете синыфын тамамлаған. Ташкент ҡалаһында заводта слесарь (рус.)баш. булып эшләй.

1939 йылда Башҡорт АССР-ының Мәләүез район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1940 йылда кесе авиация белгестәренең Балашов мәктәбен тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1941 йылдың 26 июненән[4].

1941 йыл — кесе сержант, 50-се алыҫ араға осоусы авиадивизияһы 81-се авиация полкының уҡсы радисы.

1942 йыл — старшина, 5-се гвардия алыҫ араға осоусы авиация полкының радист (рус.)баш.-һауа уҡсыһы.

1945 йыл — кесе лейтенант, Севастополь полкы 5-се гвардия бомбардировка авиацияһы полкы эскадрильяһының элемтә начальнигы.

Һуғыштан һуң В. И. Синицын СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. 1953 йылда Юғары осоу-тактика мәктәбен тамамлай.

1953 йылдың ноябренән капитан В. И. Синицын — запаста (рус.)баш.. Брянск өлкәһенең Новозыбков ҡалаһында йәшәй. Ҡала элемтә бүлеге начальнигы була, ҡала хәрби комиссариатында эшләй.

1971 йылдың 14 октябрендә вафат була. Новозыбков ҡалаһында ерләнә[4].

undefined

Батырлығы

«5-се гвардия бомбардировка авиацияһы полкының эскадрилья элемтәһе начальнигы (11-се гвардия бомбардировка авиацияһы дивизияһы, 1-се гвардия бомбардировка авиацияһы (рус.)баш. корпусы, 18-се һауа армияһы) гвардия кесе лейтенанты Синицин Василий 1945 йылдың апреленә ДБ-3, ИЛ-4 самолеттарында мөһим хәрби-сәнәғәт үҙәктәрен бомбаға тотоу өсөн дошмандың алыҫ тылына 365 хәрби осош яһай (шуларҙың 332-һе төндә), һауа һуғышында шәхсән өс дошман самолётын бәреп төшөрә».

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 18 авгусындағы Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия кесе лейтенанты Синицын Василий Ивановичҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 8670) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[5].

Бомбардировщик экипажы тарафынан дошманға зыян килтерелә:

  • дошман самолёты юҡ ителә — 3;
  • ерҙә самолёттар юҡ ителә— 41;
  • танктар юҡ ителә — 48;
  • йөк автомашиналары юҡ ителә— 131;
  • яғыулыҡ келәттәре юҡ ителә — 10;
  • боеприпастар менән складтар юҡ ителә— 11;
  • тимер юл депоһы емерелә — 3;
  • пакгауз станцияһы емерелә— 4;
  • тимер юл эшелондары яндырыла — 8;
  • тимер юл полотноһы сафтан сығарыла — 31;
  • аэродромда ангарҙар емерелә — 4;
  • кисеүҙәр емерелә — 3;
  • зенит артиллерия нөктәләре юҡ ителә — 20;
  • прожекторҙар юҡ ителә — 20.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Василий Иванович Синицындың исеме Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районының 1-се дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль (рус.)баш. бюджет учреждениеһына бирелә[6][7];
  • Новозыбков ҡалаһында В. И. Синицын йәшәгән йортҡа Герой хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[8];
  • 1971 йылдың 9 декабрендә хеҙмәтсәндәр депутаттарының Новозыбков ҡала Советы башҡарма комитеты ҡарары менән Новозыбков ҡалаһының Нижняя урамы В. И. Синицын урамы тип үҙгәртелә[8];
  • 1974 йылдың 17 сентябрендә Новозыбков ҡалаһында Синицын Василий Ивановичтың ҡәберендә аҡ мәрмәрҙән һәйкәл асыла[8];
  • 1975 йылда Мәләүез ҡалаһының Бельская урамы Синицын урамы итеп үҙгәртелә[3].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ В некоторых источниках приводится вариант написания фамилии Синицин
  2. ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәләүез ҡалаһы.
  3. ↑ 1 2 Г. Г. Булатов. Синицын Василий Иванович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026. (рус.)
  4. ↑ 1 2 Н. В. Уфаркин. Синицын Василий Иванович. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026. (рус.)
  5. ↑ 1 2 3 4 Синицын Василий Иванович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026.
  6. ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026. (рус.)
  7. ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026. (рус.)
  8. ↑ 1 2 3 Их именами славен Новозыбковский край › Василий Иванович Синицын. МБУК «Новозыбковский краеведческий музей». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2026.

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979. — Кн. 4.

Һылтанмалар