Ситек
Ситек — башҡорт халыҡ аяҡ кейеме төрө. Ул йоҡа күндән тегелгән, ҡуңысы оҙон, үксәһеҙ итеп тегелгән. Йышыраҡ сәхтиән күндән тегелгән. Ситекте дин әһелдәре, намаҙ уҡыусылар иң йыш ҡулланған, сөнки уға мәсех ҡылырға мөмкин булған. Ситекте ғәҙәттә күн ҡата, һуңғараҡ калуш эсенән кейгәндәр һәм ул бысранмаған. Уны йоҡа күндән, оҙон ҡуныслы, үксәһеҙ итеп теккәндәр. Ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа кейгән[1].
Башҡорттар өй эсенә урамда йөрөй торған аяҡ кейеме менән инмәгән, ситек иһә өй эсендә кейеү өсөн ҡулланылған, ә урамға сыҡҡанда ҡата, калуш эсенән кейгәндәр.
Башҡорт телендә осраған ситек атамалары
Ситек һүҙе - ботаникала
Башҡортостанда кәкүк ситеге тип аталған сәскә үҫә. Уның беҙҙә 4 төрө бар: күпкәк кәкүк ситеге, таплы кәкүк ситеге, ысын кәкүк ситеге, эресәскә кәкүк ситеге [3] .
Әҙәбиәт
Башҡорт теленең һүҙлеге.1-се, 2-се томдар. — Мәскәү, 1993.
Ситек тураһында йомаҡ бар
Сығанаҡтар
Иҫкәрмәләр
- С.Н. Шитова, тәрж. М.В. Хәкимова. Ситек // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — Мәскәү, 1993. — 210-сы бит
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — Мәскәү, 1993.
- ↑ Кәкүк ситеге [1] 2016 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған.