Суфый сиңерткә
Суфый сиңерткә (рус. Обыкновенный богомол[1][2][3]) йәки динле суфый сиңерткә рус. богомол религиозный[1]; лат. Mantis religiosa) — суфый сиңерткәләр ғаиләһе вәкиле, эре йыртҡыс бөжәк. Алғы аяҡтары аҙыҡ эләктерерлек һәләткә эйә. Ата бөжәк 42—52 мм һәм инә бөжәк 48—75 мм оҙонлоғонда. Эҫе илдәрҙә һәм Европаның көньяғында ныҡ таралған.
Дөйөм мәғлүмәт
Төҫтәре йәшелдән алып, көлһыу-һоро йәки ҡара-көрән төҫкәсә төрләнә. Алғы арҡаһы уртаса оҙонлоҡта, алғы аяҡтары ырғаҡлы, улар ҡорбанын эләктереүҙән тыш хәрәкәт итеү өсөн дә тьәғәйенләнгән. Ҡанаттары атаһының дә инәһенең дә бик үҫешкән. Арт аяҡтары йүгереү өсөн ҡулайлашҡан. Ҡорһаҡтары йомортҡа формаһында йәки бик оҙонса. Инә бөжәк осорға яратмай, кәүҙәһе бик ҙур булғас, оса ла алмай.
Суфый сиңерткәнең туғандаш төрҙәре лә бар. Улар — саравак суфый сиңерткәһе, көнсығыш Африка суфый сиңерткәһе, ағас суфый сиңерткәһе һәм һыҙатлы эмпуаза.
Биологик үҙенсәлектәре
Суфый сиңерткә тирә-яҡ үҫемлектәр араһында йәшенергә күнеккән, ҡасҡан урынынан һөжүм итеүсе типик йыртҡыс. Ҡорбанды күҙәтеп, хәрәкәтһеҙ тора, уның яҡынлашыуын күргәс, алғы тотоу аяҡтары менән эләктереп ала, унан сәнскеле янбаш һәм бот араһында нығыта.
«Mantis» биологик латин атамаһы боронғо грек телендә μάντις «богомол» мәғәнәһен һунар торошонда бөжәктең ҡулдарын доға ҡылып ҡуйған кешегә оҡшауы менән бәйле ала.
Бәләкәй генә бөжәктәр менән туҡланған ата бөжәктәрҙән айырмалы рәүештә, ҙур һәм ауыр инә бөжәктәр үҙҙәре менән бер үк, ҡайһы берҙә хатта ҙурыраҡ бөжәктәргә лә һөжүм итә ала. Бынан тыш, әгәр улар йомортҡанан сыҡҡандан һуң ҡасып өлгөрмәһә, суфый сиңерткә үҙ балаларын ашай ала.
Енес гормондарының тәьҫир итеүе бөжәк тәртибендә агрессивлыҡтың артыуына килтерә. Был ваҡытта инә заттар араһында каннибализм осраҡтары йыш осрай. Суфый сиңерткәнең иң билдәле үҙенсәлектәренең береһе — инә бөжәктең ата бөжәкте парлашҡандан һуң йәки хатта парлашҡанда ашау. Әммә күпселек осраҡта парлашыу ғәҙәти рәүештә бара, ә инә бөжәк ата сиңерткәне парлашҡандан һуң ғына ашай, һәм был осраҡ 50 процентҡа тигеҙ. Ысынында, йомортҡа үҫешенең иртә стадияһында инә суфый сиңерткәнең аҡһымға ихтыяжы ҙур булғанлыҡтан ул ата бөжәкте ашай. Бөтә суфый сиңерткәләр оотектарҙа йомортҡа һала.
Таралыуы
Суфый сиңерткә Европаның көньяғында Португалиянан Төркиәгә һәм Украинаға тиклем таралған. Шулай уҡ Урта диңгеҙҙең күп кенә утрауҙарында (Балеар, Корсика, Сардиния, Сицилия, Мальта, Эгей диңгеҙенең утрауҙары, Кипр), Мысырҙа һәм Суданда, Яҡын Көнсығышта Израилдән Иранға тиклем, Ғәрәбстан ярымутрауында осрай. Рәсәйҙең бөтә көньяғында Алыҫ Көнсығышҡа тиклем бөжәктең күп төрө бар[4]. Шулай уҡ Яңы Гвинеяға күскән. 1890 йылдарҙа АҠШ-тың көнсығышына килтерелә, унан бөтә илде, тағы ла Канаданың көньяғына тарала XXI быуат башында Коста-Рикала табылған. Суфый сиңерткәнең Боливияла, Ямайкала һәм Австралияла булыуы тураһында ҡапма-ҡаршы мәғлүмәт бар[5].
Европала төрҙөң таралыуының төньяҡ сиге төньяҡ киңлектең 50-се параллель һыҙығы буйлап, Франция, Бельгия, Көньяҡ Германия, Тироль, Австрия, Чехия, Словакия, көньяҡ Польша, Украина урман-далаһы, Рәсәйҙең көньяғы кеүек илдәр һәм төбәктәр аша үтә. Әммә XX быуат аҙағында ареал төньяҡҡа табан бер аҙ киңәйә башлай. 2012 йылда суфый сиңерткә Германияның төньяғында күп була, Белоруссияла Һәм Латвияла күренә[8]. 2021 йылда Калининград [9], Мәскәү һәм Түбәнге Новгород өлкәләрендә суфый сиңерткәне таба башлайҙар.
Ярым төрҙәре
12 төргә бүлеп йөрөтөлә: [6]:
- M. r. beybienkoi (Bazyluk, 1960)
- M. r. caucasica (Lindt, 1974)
- M. r. eichleri (Bazyluk, 1960)
- M. r. inornata (Werner, 1930)
- M. r. langoalata (Lindt, 1974)
- M. r. latinota (Lindt, 1974)
- M. r. macedonica (Karaman, 1961)
- M. r. major (Gerstaecker, 1873)
- M. r. polonica (Bazyluk, 1960)
- M. r. religiosa (Linnaeus, 1758)
- M. r. siedleckii (Bazyluk, 1960)
- M. r. sinica (Bazyluk, 1960)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Стриганова Б. Р., Захаров А. А. Пятиязычный словарь названий животных: Насекомые (латинский-русский-английский-немецкий-французский) / Под ред. д-ра биол. наук, проф. Б. Р. Стригановой. — М.: РУССО, 2000. — С. 12. — 1060 экз. — ISBN 5-88721-162-8.
- ↑ Определитель насекомых европейской части СССР. Том 1. Низшие, древнекрылые, с неполным превращением / под общ. ред. Г. Я. Бей-Биенко. — (В серии: Определители по фауне СССР, издаваемые Зоологическим институтом АН СССР. Вып. 84). — М.-Л.: Наука, 1964. — С. 173. — 936 с.
- ↑ Жизнь животных. Том 3. Членистоногие: трилобиты, хелицеровые, трахейнодышащие. Онихофоры / под ред. М. С. Гилярова, Ф. Н. Правдина, гл. ред. В. Е. Соколов. — 2-е изд. — М.: Просвещение, 1984. — С. 164—165. — 463 с.
- ↑ Плавильщиков, Н. Н. Определитель насекомых: Краткий определитель наиболее распространённых насекомых европейской части России. М.: 1994—544 с.
- ↑ Pupiņš M., Kalniņš M., Pupiņa A., Jaundaldere I. (2012). First records of European Mantid Mantis religiosa (Linnaeus, 1758) (Insecta: Dictyoptera, Mantidae) in Latvia. Acta Biol. Univ. Daugavp. 12 (2). с. 175 −184. ISSN 1407-8953.
- ↑ Otte, Daniel, Lauren Spearman and Martin B. D. Stiewe. 2014. species Mantis religiosa (Linne, 1758) Архивная копия от 24 декабрь 2017 на Wayback Machine. Mantodea Species File Online. Version 5.0/5.0.
Әҙәбиәт
- Роже Кайуа. Богомол. (Кайуа Р. Миф и человек. Человек и сакральное). М.: ОГИ, 2003, с. 52-82. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2025)
Һылтанмалар
- Богомол в классификаторе-определителе (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2025)
- Фауна Устюрта — членистоногие (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2025)
- Обыкновенный богомол (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2025)
- Богомол – прирождённый убийца (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2025)