Сухоруков Алексей Яковлевич

Алексей Яковлевич Сухоруков (1916 йылдың 20 июле, Преображеновка, Николаевка ауыл Советы (Стәрлетамаҡ районы)1973 йылдың 20 феврале, Салауат, Башҡорт АССР-ы) — 1939—40 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында, Бессарабияла һәм Төньяҡ Буковинала 1940 йылдағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, танкыға ҡаршы артиллерия истребитель полкының батарея командиры. Майор. Советтар Союзы Геройы (1943).

Биографияһы

Сухороков Алексей Яковлевич 1916 йылдың 20 июлендә Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы) Преображеновка ауылында тыуған[1].

Стәрлетамаҡ районының «Сталь» колхозында эшләй. 1937 йылдың октябрендә Стәрлетамаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында, Бессарабияла һәм Төньяҡ Буковинала 1940 йылдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.

Бөйөк Ватан һуғышы фронтында 1941 йылдың июненән. Элемтә взводы, артабан — артиллерия батареяһы (рус.)баш. командиры була. 1943 йылдың 18—19 ноябрендә Гомель—Речица һөжүм операцияһы барышында немец ғәскәрҙәренә ҡаршы ҡаты алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә[2].

Һуғыштан һуң А. Я. Сухоруков КПСС-тың Стәрлетамаҡ район комитетында инструктор була, СССР Эске эштәр министрлығы органдарында эшләй, төҙөкләндереү контораһы начальнигы, «Салауатбыяла» производство берекмәһенең инженер, хужалыҡ цехы начальнигы булып хеҙмәт һала[1].

1945 йылда Офицерҙарҙың юғары артиллерия (рус.)баш. мәктәбен (Ленинград ҡалаһы), 1955 йылда — СССР Эске эштәр министрлығының сәйәси училищеһын (Ленинград ҡалаһы) тамамлай.

1973 йылдың 20 февралендә Салауат ҡалаһында вафат була[1], Чапаев урамындағы иҫке зыяратта ерләнә.

Батырлығы

А. Я. Сухоруковты бүләкләү ҡағыҙынан:

1943 йылдың 18 ноябрендә өлкән лейтенант Сухоруковтың батареяһы Короватичи ауылының көньяҡ ситендә танкыға ҡаршы терәк пунктты биләй[3] 16.00. сәғәттә дошман ике пехоталыҡ ғәскәре һәм Т-4 һәм «тигр» танктары ярҙамы менән был районда ҡаршы һөжүм итә. Батарея дошмандың һөжүмен батырҙарса кире ҡаға башлай. Сухоруков тоҫҡаусы вазифаһын алып, һөжүм итеүсе пехотаға һәм танктарға ата. Ул Т-4 тибындағы өс танкты яндыра, биш пулемётты, дошман пехотаһының өс взводҡа тиклем һалдатын юҡ итә. Ике сәғәт дауамында Сухоруков үҙенең батареяһының көсө менән дошмандың һөжүмен кире ҡаға...

Был батырлығы өсөн уға 1943 йылдың 24 декабрендә «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

undefined
undefined

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Алексей Яковлевич Сухоруковтың исеме Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының 29-сы ура дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль (рус.)баш. бюджет учреждениеһына бирелгән[4][5];
  • Салауат ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейында А. Я. Сухоруковтың батырлығына арналған бүлек бар.
  • А. Я. Сухоруков хөрмәтенә ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылған.
  • Салауат ҡалаһында бер урам А. Я. Сухоруков исеме менән аталған.
  • Стәрлетамаҡ ҡалаһының Маршал Г. К. Жуков исемендәге скверҙа геройҙың бюсы ҡуйылған.
  • Преображеновка ауылында батырҙың бюсы ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 И. Ғ. Кәримова. Сухороков Алексей Яковлевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2026.
  2. Н. В. Уфаркин. Сухоруков Алексей Яковлевич. Международный патриотический интернет проект «Герои Страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2026. (рус.)
  3. ПТОП — противотанковый опорный пункт.
  4. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2026. (рус.)
  5. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2026. (рус.)

Һылтанмалар