Утриш ҡурсаулығы
«Утриш» (рус. Утриш (заповедник)) — Краснодар крайындағы дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы.
Ҡурсаулыҡ биологик төрлөлөктө һаҡлап ҡалыу маҡсатында 2010 йылдың 2 сентябрендә булдырылған</ref>[1]. Көнбайыш Кавказдың Ҡара диңгеҙ ярының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Абрау ярымутрауында урынлашҡан. 11 338,76 гектар майҙанды биләй.
Ҡурсаулыҡ ике кластерҙан тора:
- Абрау кластеры
- Шесхарис кластеры
Флора һәм фауна
Ҡурсаулыҡта 859 төр үҫемлек иҫәпләнә. Шуларҙың 200-ө һирәк осраусы, һаҡланыусы һәм юғалыу хәүефе янаусы төрҙәргә ҡарай. ҡурсаулыҡ территорияһында реликт артыш-фисташка урмандары үҫә[2].
Умыртҡалылар фаунаһына 260 төр инә: имеҙеүселәр — 45 төр, һөйрәлеүселәр — 14 төр, ер-һыу хайуандары — 8 төр, диңгеҙ балыҡтары — 72 төр. Ҡурсаулыҡ Никольский ташбаҡаһының төп йәшәү урыны[3][4].
147 төр ҡош, улар араһында һунағара, таҙғара, диңгеҙ бөркөтө, сапсан бар.
Бөжәктәрҙең 785 төрө асыҡланған. Уларҙың 12 төрө Ҡыҙыл китапҡа индерелгән[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Russia (Federation). Собрание законодательства Российской Федерации. — Izd. Administrat͡sii prezidenta Rossiĭskoĭ Federat͡sii, 2010. — 872 с.
- ↑ Заповедник «Утриш». naturerussia.travel. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 ғинуар 2022. Архивировано 31 ғинуар 2022 года.
- ↑ О заповеднике Утриш. utrishgpz.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 ғинуар 2022. Архивировано 14 март 2022 года.
- ↑ Утриш Государственный природный заповедник. www.mnr.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2022. Архивировано 1 февраль 2022 года.
- ↑ Государственный природный заповедник Утриш. vetert.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2022. Архивировано 1 февраль 2022 года.