Черных Николай Андреевич

Николай Андреевич Черных (1924 йылдың 19 декабре, Верхотор, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР1982 йылдың 30 октябре, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — инженер, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Воронеж фронтындағы 40-сы армиян 68-се гвардия уҡсылар дивизияһының 98-се гвардия уҡсылар полкы пулемётсыһы, гвардия кесе лейтенанты (1945). Советтар Союзы Геройы (1943).

Биографияһы

Черных Николай Андреевич 1924 йылдың 19 декабрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] Верхотор ауылында тыуған[2]. Милләтеурыҫ.

1942 йылдың 9 авгусында Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, 1943 йылдың 26 авгусынан фронтта. 1947 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы[3].

198-се гвардия уҡсылар полкы пулемётсыһы (68-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 40-сы армия, Воронеж фронты) гвардия сержанты комсомолец Черных Н. А. 1943 йылдың 24 сентябрендә Киев өлкәһе Кагарлык районы Балыко-Щучинка ауылы янында, беренселәрҙән булып Днепрҙың уң яҡ ярына сығып, уңайлы урын таба һәм ротаның Днепр аша сығыуын пулемёт уты менән ҡаплауға өлгәшә. Дошмандың һигеҙ һөжүмен кире ҡаға, һуңғыһында яраланһа ла сафта ҡала һәм 30 фашисты атып үлтерә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 13 ноябрендәге Указы менән командованиеның (рус.)баш. заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән саялығы һәм батырлығы өсөн гвардия сержанты Черных Николай Андреевичҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә, ул шулай уҡ Ленин ордены һәм  «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 3359) менән бүләкләнә[4].

1947 йылдан гвардия кесе лейтенанты Н. А. Черных — запаста. 1956 йылда Өфө авиация институтын отличие менән тамалай. Ике тапҡыр юғары уҡыу йорто йәштәре уны комсомол комитеты секретары итеп һайлай, ә 1954 йылда ул ВЛКСМ-дың XII съезында Башҡортостан өлкә комсомол ойошмаһынан делегат була[5].

Артабан Николай Черных Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә инженер-конструктор, эксперименталь цех начальнигы булып эшләй.

1982 йылдың 30 октябрендә вафат була[2]. Өфө ҡалаһында Көньяҡ зыяратта ерләнә[3].

Белеме

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Советтар Союзы Геройы (1943)[4];
  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы (13.11.1943)[4];
  • Ленин ордены (13.11.1943)[4];
  • миҙалдар.

Хәтер

Әҙәбиәт

  • Земля Мелеузовская: былое, будни, будущее. Историко-информационный сборник. — Уфа: Китап, 2000. — С. 77—78.
  • Зиновьев А. Горение //Славные сыны Башкирии. Кн. 1. Уфа, 1965. — С. 157—160.
  • Подвиги их бессмертны. — Уфа: Китап, 2000. — С. 324
  • Корягин, А. Верхоторская летопись /А. Корягин //Восход. — 1985. — 18 мая.

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы
  2. 1 2 3 И. Ғ. Кәримова. Черных Николай Андреевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (28 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026. (баш.)
  3. 1 2 Н. В. Уфаркин. Черных Николай Андреевич. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026. (рус.)
  4. 1 2 3 4 Черных Николай Андреевич. Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026. (рус.)
  5. Герой Советского Союза Николай Черных: ему было всего восемнадцать. Уфимский университет науки и технологий. Официальный сайт (26 аапреля 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026. (рус.)
  6. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 23 августа 2022 года № 481 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан и об установке мемориальных досок на фасадах зданий общеобразовательных организаций Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (23 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026. (рус.)

Һылтанмалар