Ғәлиев Венер Зәйнулла улы


Венер Зәйнулла улы Ғәлиев (рус. Венер Зайнуллович Галиев; 1975 йылдың 1 июле, Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы) — ҡатнаш алыш буйынса еңел ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаған Рәсәй спортсыһы. Алыш самбоһы буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы (2008—2009). Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2006), самбо буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2009) һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2010). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2007).

Биографияһы

Венер Зәйнулла улы Ғәлиев 1975 йылдың 1 июлендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.

11 йәшендә яҙмыш уны көрәш секцияһына алып килә. Буласаҡ спортсы Ленин исемендәге заводтың спорт залында шөғөлләнә башлай, тәүге тренеры Әхәт Сафаров була. Һуңынан, артабан үҫеү маҡсатында, «Содовик»ка күсә[1].

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң әрме сафына алына, ике йыл Өфөлә хәрби спорт ротаһында хеҙмәт итә. Унда ирекле көрәш, хәрби самбо, ҡул һуғышы һәм ҡағиҙәләрһеҙ көрәш менән шөғөлләнә[1].

Әрме хеҙмәтенән һуң төрлө ярыштарҙа ҡатнаша башлай. Профессиональ MMA ярыштарында дебюты 2004 йылдың февралендә була. Tapology (рус.)баш. мәғлүмәттәре буйынса, уның иҫәбендә 54 алыш, шуларҙың 38-е еңеү менән тамамлана, еңелеүҙәре — 16[2]. Спортсы үҙе раҫлауынса, карьераһында ул барлығы 95-кә яҡын алыш үткәрә, уларҙың ҡайһы берҙәрен Американың статистика алып барыусы порталы иҫәпкә алмай[1].

Екатеринбургта йәшәй, «Ҡатнаш хәрби бералыш федерацияһы (MMA)»-ның Свердловск төбәк йәмәғәт ойошмаһы президенты булып тора һәм «Ратиборец» алышсылар клубының баш тренеры[1].

2025 йылдың ноябрендә ACA 195 турнирында Беренсе раундта Марат Балаевты нокаутта тота, ул был алыштан һуң спорт карьераһын тамамлай. [3].

Төп спорт ҡаҙаныштары

  • Рәсәй Федерацияһы Эске ғәскәрҙәренең грек-рим көрәше призёры (1996)
  • Хәрби самбо буйынса атҡаҙанған спорт мастеры/ хәрби самбо буйынса ике тапҡыр — донъя (2008—2009)[4], ике тапҡыр Рәсәй чемпионы (2008, 2009)
  • панкратион буйынса Mixed Martial Arts Евразия чемпионы (2001)/ панкратион буйынса донъя чемпионы (2006)
  • универсаль алыш буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры: универсаль алыш буйынса Европа чемпионы (2003)
  • универсаль алыш буйынса Рәсәй чемпионы (2006,2008) универсаль алыш буйынса донъя чемпионы (2006)
  • ҡул алышы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының 4 тапҡыр чемпионы
  • Звезда Пересвита (2007), FightFORCE (2008) турнирҙарының, Fight Festival халыҡ-ара турнирының (2010, 2011) еңеүсеһе[5].

Статистика

Һөҙөмтә Рекорд Дөғүәсеһе Алым Турнир Дата Раунд Ваҡыт Урын Иҫкәрмәләр
Еңелеү 33-13 Рәсәй Федерацияһы Мухамед Коков Техник нокаут (аяғы йәрәхәтләнә) ACA 140: Резников — Рамос 17 июня 2022 1 2:17 Сочи, Рәсәй
Еңеү 33-12 Беларусь Артем Дамковский Сабмишн (ҡул өсмөйөшө менән быуыу) ACA 134: Багов — Кошкин 02021-12-17 17 декабрь 2021 3 4:00 Краснодар, Рәсәй
Еңеү 32-12 Рәсәй Федерацияһы Адам Әлиев Техник нокаут (һуғыуҙар) ACA 116 02020-12-18 18 декабрь 2020 2 3:47 Мәскәү, Рәсәй
Еңелеү 31-12 Рәсәй Федерацияһы Әмирхан Адаев Берҙәм ҡарар ACA 108 02019-08-08 8 август 2019 3 5:00 Грозный, Рәсәй
Еңеү 31-11 Ҡаҙағстан Ермек Тлауов Нокаут (һуғыу) ACA 102 02019-11-29 29 ноябрь 2019 2 1:39 Алматы, Ҡаҙағстан
Еңеү 30-11 Бразилия Фабио Феррари Техник нокаут (һуғыуҙар) Mixfight Promotion Company «SOBI» Ural Batyr 02019-05-24 24 май 2019 1 0:27 Өфө, Рәсәй
Еңелеү 29-11 Бразилия Диегу Брандан Техник нокаут (табип ҡарары буйынса туҡтатыла) RCC 5 02018-12-15 15 декабрь 2018 1 0:50 Екатеринбург, Рәсәй
Еңеү 29-10 Рәсәй Федерацияһы Николай Гапонов Нокаут (һуғыуҙар) FNG Fight Nights Global 82 02017-12-16 16 декабрь 2017 1 4:14 Мәскәү, Рәсәй
Еңелеү 28-10 Бразилия Диегу Брандан Нокаут (һуғыуҙар) FNG Fight Nights Global 67 02017-05-25 25 май 2017 1 0:39 Екатеринбург, Рәсәй
Еңеү 28-9 Бразилия Марсио Андраде Нокаут MixFace / Tech-Krep FC MixFace 1 02016-12-03 03 декабрь 2016 1 2:50 Екатеринбург, Рәсәй
Еңелеү 27-9 Рәсәй Федерацияһы Әхмәт Әлиев Берҙәм ҡарар EFN Fight Nights Global 51 02016-09-25 25 сентябрь 2016 3 5:00 Каспийск, Дағстан, Рәсәй
Еңеү 27-8 Рәсәй Федерацияһы Акоп Степанян Сабмишн (арттан быуыу) Fight Nights Global 45 02016-04-22 22 апрель 2016 3 3:16 Өфө, Рәсәй
Еңеү 26-8 Рәсәй Федерацияһы Әхмәт Әлиев Техник нокаут (тренерҙарҙың ҡарары буйынса туҡтатыла) Fight Nights Dagestan 02015-09-25 25 сентябрь 2015 2 4:59 Каспийск, Дағстан, Рәсәй
Еңелеү 25-8 Ҡаҙағстан Адиль Боранбаев Нокаут (һуғыу) AP — Warriors of the Steppe 02014-11-23 23 ноябрь 2014 1 2:00 Алматы, Ҡаҙағстан
Еңеү 25-7 Япония Иосиаки Такахаси Берҙәм ҡарар GFC: Challenge 02013-06-02 2 июнь 2013 3 5:00 Краснодар, Рәсәй
Еңеү 24-7 Ҡаҙағстан Азиз Амуев Берҙәм ҡарар СВС MMA: Кубок Содружества 2012 02012-12-08 8 декабрь 2012 3 5:00 Новосибирск, Рәсәй
Еңеү 23-7 Литва Вайдас Валанцюс Быуыу алымы (гильотина) ProFC 37 02011-11-09 9 ноябрь 2011 3 2:14 Өфө, Башҡортостан, Рәсәй
Еңеү 22-7 Ҡырғыҙстан Турсунбек Асылгазиев Техник нокаут (һуғыуҙар) Fight Nights: Битва под Москвой 5 02011-11-05 5 ноябрь 2011 2 н/д Мәскәү, Рәсәй
Еңеү 21-7 Англия Иэн Джонс Техник нокаут (һуғыуҙар) Desert Force Championship 2 02011-05-19 19 май 2011 1 н/д Амман, Иордания
Еңеү 20-7 Америка Ҡушма Штаттары Райан Хили Техник нокаут (һуғыуҙар) Fight Festival 30 02011-03-12 12 март 2011 1 0:43 Хельсинки, Финляндия
Еңеү 19-7 Франция Гаэль Гримо Берҙәм ҡарар Бои по правилам 1 02010-12-10 10 декабрь 2010 3 5:00 Өфө, Башҡортостан, Рәсәй
Еңеү 18-7 Рәсәй Федерацияһы Шамхал Керимов Айырмалы ҡарар Битва Чемпионов 5 02010-11-19 19 ноябрь 2010 2 5:00 Мәскәү, Рәсәй
Еңелеү 17-7 Рәсәй Федерацияһы Шамил Завуров Берҙәм ҡарар Fight Nights: Битва под Москвой 2 02010-10-16 16 октябрь 2010 2 5:00 Мәскәү, Рәсәй
Еңеү 17-6 Тажикстан Артур Одилбеков Ауырттырыусы алым (терһәк рычагы) Fight Nights: Битва под Москвой 2 02010-10-16 16 октябрь 2010 1 н/д Мәскәү, Рәсәй
Еңеү 16-6 Финляндия Микко Суванто Берҙәм ҡарар Fight Festival 27 02010-03-13 13 март 2010 3 5:00 Хельсинки, Финляндия
Еңелеү 15-6 Рәсәй Федерацияһы Рөстәм Хәбилов Айырмалы ҡарар M-1 Challenge: 2009 Selections 4 02009-06-24 24 июнь 2009 2 5:00 Санкт-Петербург, Рәсәй
Еңеү 15-5 Австрия Майрбек Тайсумов Берҙәм ҡарар Gladiator — 2009 02009-05-23 23 май 2009 2 5:00 Прага, Чехия
Еңеү 14-5 Рәсәй Федерацияһы Багавдин Гаджимурадов Берҙәм ҡарар M-1 Challenge: 2009 Selections 2 02009-04-19 19 апрель 2009 3 5:00 Санкт-Петербург, Рәсәй
Еңелеү 13-5 Америка Ҡушма Штаттары Джош Шокли Ауырттырыусы алым (терһәк рычагы) fightFORCE — День Гнева 02009-02-28 28 февраль 2009 1 1:15 Санкт-Петербург, Рәсәй
Еңелеү 13-4 Бразилия Игор Араужу Ауырттырыусы алым (терһәк рычагы) Universal Fighter 02008-12-12 12 декабрь 2008 1 0:57 Өфө, Башҡортостан, Рәсәй
Еңеү 13-3 Төркиә Окун Алмаз Техник нокаут (һуғыуҙар) IAFC — Russia vs. the World 02008-11-29 29 ноябрь 2008 1 1:27 Новосибирск, Рәсәй
Еңеү 12-3 Франция Сейдина Сек Берҙәм ҡарар BSCF: Siberian Challenge 2 02008-05-18 18 май 2008 3 5:00 Братск, Рәсәй
Еңеү 11-3 Чехия Ярослав Поборский Нокаут (тубыҡ һәм ҡул менән һуғыуҙар) M-1 MFC: Fedor Emelianenko Cup 02008-05-15 15 май 2008 1 0:52 Санкт-Петербург, Рәсәй
Еңеү 10-3 Рәсәй Федерацияһы Мөхәмәд Аушев Быуыу алымы (гильотина) fightFORCE — Russia vs. The World 02008-04-19 19 апрель 2008 2 1:36 Санкт-Петербург, Рәсәй
Еңеү 9-3 Украина Роман Потапов Берҙәм ҡарар Звезда Пересвита 02007-12-07 7 декабрь 2007 3 5:00 Киев, Украина
Еңеү 8-3 Украина Иван Загубынога Берҙәм ҡарар Звезда Пересвита 02007-12-07 7 декабрь 2007 3 5:00 Киев, Украина
Еңеү 7-3 Португалия Рафаэл Силва Берҙәм ҡарар Звезда Пересвита 02007-12-07 7 декабрь 2007 3 5:00 Киев, Украина
Еңелеү 6-3 Рәсәй Федерацияһы Джалили Салманов Ауырттырыусы алым (терһәк рычагы) FEFoMP — World Absolute FC 02007-11-23 23 ноябрь 2007 1 н/д Хабаровск, Рәсәй
Еңеү 6-2 Рәсәй Федерацияһы Рөстәм Богатырев Нокаут (аяҡ менән башҡа тибеү) FEFoMP — World Absolute FC 02007-11-23 23 ноябрь 2007 1 3:30 Хабаровск, Рәсәй
Еңеү 5-2 Ҡытай Халыҡ Республикаһы Ле Гоу Лянь Техник нокаут (һуғыуҙар) FEFoMP — World Absolute FC 02007-11-23 23 ноябрь 2007 1 1:21 Хабаровск, Рәсәй
Еңелеү 4-2 Рәсәй Федерацияһы Беслан Исаев Техник нокаут (табип ҡарары буйынса туҡтатыла) APF — World Pankration Championship 2005 02005-12-18 18 декабрь 2005 1 н/д Астана, Ҡаҙағстан
Еңелеү 4-1 Рәсәй Федерацияһы Александр Шлеменко Техник нокаут (йәрәхәт) IAFC — Stage of Russia Cup 02004-12-20 20 декабрь 2004 1 н/д Ульяновск, Рәсәй
Еңеү 4-0 Әзербайжан Джейхун Алиев Техник нокаут (һуғыуҙар) IAFC — Stage of Russia Cup 02004-12-20 20 декабрь 2004 2 4:51 Ульяновск, Рәсәй
Еңеү 3-0 Рәсәй Федерацияһы Сергей Котин Техник нокаут (һуғыуҙар) IAFC — Stage of Russia Cup 02004-12-20 20 декабрь 2004 1 1:04 Ульяновск, Рәсәй
Еңеү 2-0 Рәсәй Федерацияһы Александр Шлеменко Берҙәм ҡарар COE — Cup Of Empire 2004 02004-03-18 18 март 2004 3 5:00 Ҡазан, Татарстан, Рәсәй
Еңеү 1-0 Рәсәй Федерацияһы Магомед Магомедалиев Нокаут (һуғыуҙар) AFC — Stage of Russia Cup 3 02004-02-19 19 февраль 2004 2 2:02 Омск, Рәсәй

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Айгиз Гильманов. «Борьба зацепила меня всерьез». Сетевое издание «Уфа1.ру» (18 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2025.
  2. "Bashkir" Vener Galiev (ингл.). tapology.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2025.
  3. Никита Карин. Галиев нокаутировал Балаева в первом раунде на турнире ACA 195. metaratings.ru. Метарейтинг (7 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2025.
  4. Боевой самбист из Стерлитамака второй раз подряд стал чемпионом мира. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2025. 2009 йылдың 27 декабрь көнөндә архивланған.
  5. Венер Галиев. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2025. 2012 йылдың 23 июнь көнөндә архивланған.

Һылтанмалар