Ҡудашев Ринат Шәғәли улы

Ҡудашев Ринат Шәғәли улы (рус. Кудашев Ринат Шагалиевич; 21 март 1936 йыл, Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Табанлыкүл ауылы — 10 ноябрь 2024 йыл, Мәскәү ҡалаһы) — инженер-төҙөүсе-ғалим. 1955 йылдан СССР-ҙың Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү министрлығы «Туймазанефтестрой» тресының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән идарасыһы; 1981 йылдан — шул уҡ министрлыҡтың Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү буйынса баш идаралыҡ начальнигы; 1988—2007 йылдарҙа Бөтә Рәсәй газ һәм нефть сығарыу һәм транспортлау объекттарының махсус төҙөлөш конструкциялары ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлау институтының генераль директоры. Техник фәндәр кандидаты. РСФСР-ҙың, Башҡорт АССР-ының һәм Болгария Халыҡ Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Биографияһы

Ринат Шәғәли улы Ҡудашев 1936 йылдың 21 мартында Башҡорт АССР-ы[1] Бүздәк районының 1970 йылдарҙа Бүздәккә ҡушылған Табанлыкүл ауылында тыуған[2].

Ете синыфты тамамлағандан һуң бер йыл Өфөлә уҡый, икенсе курста Октябрьский ҡалаһындағы нефть техникумына күсә, 1955 йылда был махсус урта уҡыу йортон «техник» һөнәре алып тамамлай[3].

Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген ошо уҡ йылда СССР Газ сәнәғәте министрлығына, артабан СССР Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү министрлығы — Миннефтегазстройға ҡараған «Туймазанефтестрой» тресында мастер булып башлай. 1981 йылға тиклем трест идарасы вазифаһына тиклем үрләй[3].

1981 йылдан СССР Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү министрлығының Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиелары төҙөлөшө буйынса баш идаралығы начальнигы[2].

1988—2007 йылдарҙа Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй газ һәм нефть сығарыу һәм транспортлау объекттарының махсус төҙөлөш конструкциялары ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлау институтының генераль директоры[2].

Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу инженер-төҙөлөш институтында юғары белем ала. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһында уҡыу курсы үтә. АҠШ-тың Колумбия университетында квалификацияһын күтәрә. Смета эшен Францияла, диңгеҙ нефть промыслаларын төҙөкләндереүҙе Англияла өйрәнә[3]. Биш уйлап сығарыу авторы.

Хеҙмәт ветераны 2024 йылдың 10 ноябрендә Мәскәү ҡалаһында вафат була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
• Халыҡтар Дуҫлығы ордены
• «Почёт Билдәһе» ордены
• РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе
• Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе
• Болгария Халыҡ Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе
• «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
• Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы
• Б. Е. Щербина исемендәге премия лауреаты