Әбәткүл

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Күл
Әбәткүл
урыҫ Абаткуль
Морфометрия
Абсолют бейеклеге161[1] м
Майҙаны1,84[2] км²
Урынлашауы
55°51′12″ с. ш. 62°00′31″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыСиләбе өлкәһе
Идентификаторҙар
Код в ГВР: 14010500711111200007855
Регистрационный номер в ГКГН: 0667146
Рәсәй
Точка
Әбәткүл

Әбәткүл - рус. Абаткуль [1][3] (Абатколь[2], Абат-Куль[4]) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районындағы күл.

Әбәткүл Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районындағы Һыуығаяҡ ауыл биләмәһе һәм Ҡоншаҡ районы Хәлит ауыл биләмәһе сиктәрендә ята. Силәбенән 110 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[5][6].

Әбәткүл башҡа бер ниндәй йылға менән дә, күл менән дә тоташмаған, оҙонлоғо 4 ½, киңлеге 2 саҡрым (верста)[7].

Әбәткүлдән көнбайыштараҡ Ҡаҙаҡбай (күл), Бусар, Ишембай[8], көньяҡ-көнбайыштараҡ Ҡырҙы күлдәре, 6 километрҙа Ҡырҙы ауылы урынлашҡан [1].

Географик координаттары: киңлеге - 55°51′11″N (55.853178), оҙонлоғо - 62°0′34″E (62.009446)

Әбәткүл оҙонса түңәрәк, сығанаҡһыҙ, сөсө һыулы.

  • Максималь тәрәнлеге: 2м
  • Майҙаны: 1,84км2
  • Төбө: ләмле, сапропеллле

Яр ситтәрендә ҡамыш һәм ҡыяҡлылар осрай, улар араһында һыу ҡоштары оя ҡора.

Башлыса бында табан балыҡ үрсей һәм ҡаба.

Киң билдәле географ, топонимист, Силәбе өлкәһенең топонимикаһын ғына түгел, ғөмүмән, башҡорт халҡының фольклорын төптән өйрәнгән Шувалов Николай Иванович гидроним тураһында былай тип яҙа: Абат-Куль, озеро, Красноармейский район. Название составлено распространенном в прошлом у башкир и казаков тюркским мужским именем Абат, Аббат, словом куль - «озеро» [4][4][9].

"Башҡорт исемдәре" белешмәһендә Абд - Әбд (абде, абду;әбде, әпте) тигән исем бар. Ул мәңгелек; бәндә, ҡол,хеҙмәтсе, Аллаһ бәндәһе тигәнде аңлата (ир-ат исемдәре компоненты булып йөрөй) [10]

  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 223 бит
  • Шувалов Н.И. Катай// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  1. 1 2 3 Карта бите N-41-III — ФГУП «ГОСГИСЦЕНТР»
  2. 1 2 «Абатколь» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. Ҡалып:РЗНГО
  4. 1 2 3 Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7.
  5. Данные получены при помощи картографического сервиса Яндекс.Карты.
  6. Правила землепользования и застройки Сугоякского сельского поселения 2016 год. sugoyak74.ru. — Официальный сайт Администрации Сугоякского сельского поселения Красноармейского района Челябинской области. Дата обращения: 2018-8-26.
  7. Чупин Н. К. Абаткуль // Географический и статистический словарь Пермской губернии. — Пермь, 1873. — Т. 2. — С. 5.
  8. Карта бите N-41-4 — ФГУП «ГОСГИСЦЕНТР»
  9. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  10. Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 18-се, 122-се биттәр