Әҙеһәмов Юнир Самат улы
Әҙеһәмов Юнир Самат улы (1929 йыл — 24 сентябрь 1994 йыл) — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы. Педагогия фәндәре кандидаты[1].
Биографияһы
Әҙеһәмов Юнир Самат улы 1929 йылда Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында тыуған. 1948 йылда Йылайыр педагогия училищеһында уҡығандан һуң ситтән тороп уҡып, 1958 йылда Магнитогорск педагогия институтын тамамлай[2]
1949—1963 йылдар — БАССР Баймаҡ районының Юлыҡ тулы булмаған урта мәктәптә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
1952—1954 йылдар — БАССР Баймаҡ районы КПСС район комитеты инструкторы.
1954—1956 йылдар — БАССР Баймаҡ районы КПСС район комитеты бүлеге мөдире.
1959—1962 йылдар — БАССР Баймаҡ районы КПСС район комитетының 2-се секретары.
1963—1967 йылдар — БАССР Баймаҡ районы Баймаҡ мәктәп-интернаты директоры.
1967—1971 йылдар — БАССР Баймаҡ районы советының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.
1971—1978 йылдар — БАССР Баймаҡ районы Баймаҡ мәктәп-интернаты директоры.
1978—1988 йылдар — БАССР Баймаҡ районы Йылайыр совхоз-техникумы директоры урынбаҫары, БАССР Баймаҡ районы Йылайыр ауыл хужалығы техникумы директоры.
1988—1994 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Йылайыр совхоз-техникумының «Сиҙәм ерҙәр» музейы мөдире.
Әҙеһәмов Юнир Самат улы СССР Журналистар союзы ағзаһы (1968), БАССР Журналистар союзының IV съезы делегаты (1969), "История создания, становления и развития Ордена Ленина совхоза-техникума «Зилаирский» (1989) ҡулъяҙмаһы авторы[2].
1994 йылдың 24 сентябрендә вафат була[2].
Маҡтаулы исемдәре
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1956)[2]
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы (1957)[2].
- «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы» (1978)[2].
- «РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы»[2].
Сығанаҡтар
- Г. Якупова. Мы помним Вас, Юнир Саматович!. — Баймакский вестник, 2009. 14 сентября.
- А. З. Сайгафаров, Р. И. Утягулов, А. И. Багуманов. Баймакский край. — Уфа: Китап, 2002. — С. 231. — 332 с.
- Р. З. Утяев. Первичная журналистская…. — Баймакский вестник, 2016. 15 марта.
- Некролог в газете «Октябрьское знамя». 1994. сентябрь.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Известные люди Баймакского района/ 2021 йылдың 29 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 "Адигамов Юнир Саматович
Һылтанмалар
- Адигамов Юнир Саматович
- известные-люди-баймакского-района/ 2021 йылдың 29 сентябрь көнөндә архивланған.