124-се уҡсылар бригадаһы

124-се Ҡыҙыл Байраҡлы айырым уҡсылар бригадаһы (124-се айырым бригада; рус. 124-я стрелковая бригада) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан СССР Ҡораллы Көстәренең ЭКҠА берләшмәһе. 124-се айырым бригданы ойоштороу 1942 йылдың ғинуар — майында Башҡортостанда башлана[⇨] һәм май — августа Рязандә тамамлана[⇨]. Бригада Сталинград алышы ваҡытында полковник Горохов төркөмө составында ҙур билдәлелек яулай. Тап 124-се айырым бригада һыҙатында немецтар Сталинград алышының оборона фазаһында һуңғы һөжүмде яһай[⇨]. Сталинградты обороналауҙағы хәрби ҡаҙаныштары өсөн бригада Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Сталинград алышынан һуң 1943 йылда Смоленск һөжүме операцияһында һәм Витебск йүнәлешендә уңышһыҙ һөжүм операцияларында ҡатнаша. 1944 йылдың ғинуарында 124-се Ҡыҙыл Байраҡлы уҡсылар бригадаһы тарҡатыла. Иң билдәле командиры — полковник С. Ф. Горохов.

Тарихы

Хәрәкәт итеүсе армия составында

  • 1942 йылдың 7 июле — 1943 йылдың 26 ғинуары;
  • 1943 йылдың 14 марты — 1944 йылдың 5 ғинуары[1].

Бригаданы төҙөү

Аксаков

1942 йылдың ғинуарында яңы ойошторолған бригада командиры вазифаһына полковник С. Ф. Горохов тәғәйенләнә[2]. Бригада штабы начальнигы итеп — подполковник Павел Васильевич Черноус, комиссары итеп өлкән батальон комиссары Владимир Александрович Греков (Хәрби-сәйәси академияның команда составынан) тәғәйенләнә[3], ул бригадаға 6 ғинуарҙа килә[4]. Бригада Башҡорт АССР-ының Бәләбәй районында ойошторола. Уның үҙәген Алыҫ Көнсығыштан килгән ЭКҠА-ның кадрҙар хәрбиҙәре, Хәрби-сәйәси академия (ул ваҡытта Бәләбәйҙә урынлашҡан була) тыңлаусылары, госпиталдәрҙән һауығып сыҡҡан яралылар һәм Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар тәшкил итә[5]. Рота һәм батальон звеноһы командирҙары араһында хәрби тәжрибәгә эйә булған офицерҙар күп була. Бригаданың элемтәселәр үҙәген Сталинград элемтә училищеһын тамамлаусылар тәшкил итә[6]. Бер нисә йөҙ кеше (күпселеге 4-се айырым уҡсылар батальонынан) Өфө районында төрмәлә ултырған һәм ғәйебен фронтта ҡан менән йыуырға теләк белдергән кешеләр була («Өфө контингенты»)[7]. Хәрби хәрәкәттәр башланыуға бригадала бөтәһе 1727 комсомол (шәхси составтың 34,5%-ы), 178 ВКП(б) ағзаһы һәм 113 ВКП(б) ағзалығына кандидат (шәхси составтың 5,8%-ы) була[8].

Төҙөлөп ятҡан частың штабы һәм сәйәси бүлеге Аксаков станцияһында урынлаша, бригаданың башҡа подразделениелары Надеждино, Мәҡсүт, Знаменка, Шаровка, Ыҫлаҡбаш ауылдарында, М. Горький исемендәге совхозда һәм Глуховская станцияһында урынлаша[3].

124-се айырым уҡсылар бригадаһының тыуған көнө тип 1942 йылдың 5 ғинуары һанала, әммә бригада буйынса беренсе бойороҡ (бойороҡ № 1) 3 ғинуарҙа сығарыла. Хәрби частың номеры һәм ялан почтаһы № 48204[9].

Бригаданы әҙерләү ауыр һауа шарттарында (-40 °C тиклем һалҡындар тора, көслө ел була, ҡалын ҡар ята), көсһөҙ матди-техник базала (винтовкаларҙың, гранаталарҙың ағас муляждары, арба тәгәрмәсле пушкалар) һәм йыш ҡына хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе урындағы хужалыҡ эштәренә йәлеп итеү менән үтә. Бригаданың элекке комиссары генерал-полковник В. А. Грековтың хәтирәләре буйынса, СССР Оборона халыҡ комиссариатынан вәкил Советтар Союзы маршалы К. Е. Ворошилов, 1942 йылдың февралендә инспекция менән килеп, колхоздарҙа һәм совхоздарҙа ауыл хужалығы эштәренә шәхси составты йәлеп иткән өсөн район етәкселәренә һәм бригаданың команда составына шелтә бирә[3].

1942 йылдың май башында бригада Башҡортостандан ҡуҙғалып китә. Ҡоралланыу буйынса проблемалар булыуға ҡарамаҫтан, бригада тулыһынса ат составы һәм амуниция — 700-ҙән ашыу ат менән тәьмин ителә[7]. Бригаданың яңы дислокация пункты Рязань була, унда ул 1-се Резерв армияһына буйһона. Бригаданы ҡабул иткән армия комиссияһы актына 1942 йылдың 24 майында ҡул ҡуйыла[7].

Рязань

1942 йылдың июнь уртаһында бригада матди тәьминәт ала башлай: ҡорал һәм ҡорамалдар. Ҡоралланған подразделениелар ғәмәли дәрестәр үткәреү өсөн ялан лагерҙарына китә. Июлдә бригада күнекмәләре үтә, уларҙы К. Е. Ворошилов вәкиле — хәрби округтарҙа уҡсылар һәм кавалерия берләшмәләрен ойоштороуҙы контролдә тотоу төркөмө етәксеһе генерал-майор Н. Е. Аргунов үткәрә. Күнекмәләр йомғаҡтары буйынса бригада хәрби һәм сәйәси әҙерлек буйынса яҡшы баһа ала[7].

Июль уртаһында, 64-се армияның 1-се Резерв армияһы базаһында ойошторолоуға бәйле, 124-се айырым бригада Мәскәү оборона зонаһына буйһондорола[7]. Август башында күнекмәләр үткәрелә, уларҙы Мәскәү хәрби округы (МХО) командующийы комиссияһы контролдә тота. Күнекмәләр һөҙөмтәләре буйынса бригадаға түбәндәге баһа бирелә: «Бригада тупланған һәм хәрби бурысты үтәүгә әҙер»[7].

1942 йылдың 8 авгусында 124-се айырым уҡсылар бригадаһына Мәскәү хәрби округы командованиеһы вәкилдәре частың хәрби байрағын тапшыра, уның менән ул 1944 йылда тарҡатылғанға тиклем бөтә һынауҙарҙы үтә[7].

Фронтҡа китеү

Ставканың 1942 йылдың 11 авгусындағы МХО командующийына бойороғоноң «е» пунктында былай тиелә: 124-се айырым бригада. Рязань станцияһында тейәлеү, 6.00 15.08, темп — тәүлегенә 3 эшелон"[10]. 12 августан 18-енә тиклем 124-се айырым бригада 7 эшелон составында фронтҡа юллана[7]. Мәскәү оборона зонаһы һәм Мәскәү хәрби округы командующийы генерал-лейтенант П. А. Артемьев ҡарамағындағы йүнәлеш сифатында Әстерхан ҡалаһы күрһәтелә[10].

Аткарск станцияһында туҡталыш ваҡытында иҫтәлекле осраҡ була: уҡсылар батальоны командиры В. Я. Ткаленко ауыр яраланып, 2 ай дауаланып ятҡан госпиталдә булғанда үлгәндән һуң Ленин ордены менән бүләкләнеүен белә. Госпиталь элекке хеҙмәт урынына Ткаленконың иҫән булыуын, әммә башҡаса һуғыша алмаясағын хәбәр итә[10].

Баскунчак станцияһында Сталинград фронты штабы вәкилдәре «Сталинград фронты штабының 1942 йылдың 24 авгусындағы 00328-се өҫтәмә хәрби бойороғон» күрһәтә, бригадаға уға ярашлы Сталинград яғына юлланырға бойороҡ бирелә[10]. Заплавное һәм Урта Ахтуба тораҡ пункттары районында туҡтайҙар. Бушатылғанда эшелондарҙың бер өлөшө бомбаға тотола, әммә шәхси состав араһында юғалтыуҙар булмай. Ләкин бригаданың тылын ташыған етенсе эшелон Ахтуба станцияһында бомбаға тотоу ваҡытында шәхси составта (башлыса водителдәр араһында) юғалтыуҙар кисерә, шул ваҡытта 18 автомобиль һәм бригаданың бөтә яғыулығы яна[10].

26 авгусҡа бригада, ҡамауҙа ҡалған ҡалаға сығыуҙы көтөп, Волганың көнсығыш ярында Ахтуба йылғаһының үрге ағымы районында туплана. 27 августан 28 августа ҡараған төндә бригада Пионерка йылғаһы тамағынан түбәнерәк уң яҡ ярға күсерелә[5]. Йылғаны киске сәғәт 8-ҙә аша сығалар. Был төндә бригадаға бөтә ташыу саралары бирелә, йылғаны аша сығыу эше начальнигы итеп полковник С. Ф. Горохов тәғәйенләнә. Төндә бомбаға тотолоу арҡаһында артта ҡалған 1-се батальон, артиллерия һәм бригаданың тылынан башҡа бөтә бригада күсерелә. Күпер аша сыҡҡанда юғалтыуҙар була: ике кеше яралана[11] һәм бер ҡул пулемёты бата[12].

Хәрби эшмәкәрлеге

Сталинград алышы

Башта 124-се айырым бригаданы Садовая станцияһынан алыҫ түгел 154,7 бейеклек районында урынлаштырып, Воропоново — Сталинград тимер юл линияһы йүнәлешендә оборонаның көньяҡ участкаһында фронт резервы сифатында файҙаланыу планлаштырыла. 28 августа көндөҙгө сәғәт 12-гә бригаданың төп көстәре, бомбаға тотолған ҡала буйлап маршҡа 4-5 сәғәт сарыф итеп, дислокация районына барып етә[12].

undefined

Әммә 28 августа иртән бригада командиры ашығыс рәүештә фронт штабына саҡыртыла. Фронт командующийы А. И. Еременко фронттың хәрби советы ағзаһы Н. С. Хрущев, ВКП(б) Үҙәк комитеты секретары Г. М. Маленков, СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе урынбаҫары В. А. Малышев, ЭКҠА-ның Генераль штабы начальнигы А. М. Василевский, Оборона халыҡ комиссариатының Бронетанк идаралығы начальнигы Я. Н. Федоренко, НКВД-ның 10-сы дивизияһы командиры полковник А. А. Сараев алдында бурыс ҡуя: «1942 йылдың 29 авгусында иртәнән Трактор заводынан Волга буйлап төньяҡҡа һөжүмгә күсергә. Ерзовка сигендә һөжүм итеүсе Камышиндан сыҡҡан Р. Я. Малиновский армияһы составынан 64-се уҡсылар дивизияһы менән осрашыу мөмкин»[13].

Бер үк ваҡытта 28 августа, һөжүмде тормошҡа ашырыу өсөн, НКВД-ның 10-сы дивизияһы 282-се НКВД эске ғәскәрҙәренең уҡсылар полкы, 99-сы айырым танк бригадаһы, А. Горшков етәкселегендәге 32-се диңгеҙ пехотаһы батальоны (Волга хәрби флотилияһы диңгеҙ пехотаһы отряды), айырым уҡсылар ремонт-тергеҙеү батальоны, Трактор заводы районының истребитель батальоны, шулай уҡ ут нөктәләре булараҡ ҡулланылған яҡынса ҡырҡ танк составындағы ғәскәрҙәр төркөмө[11]төҙөлә. Төркөмдө, 124-се айырым бригада һөжүм районына килеп еткәс, полковник Горохов етәкләргә тейеш була. 30 августа кис төркөмгә подполковник В. А. Болвинов етәкселегендәге 149-сы айырым уҡсылар бригадаһы индерелә. Шулай итеп полковник Гороховтың оператив төркөмө барлыҡҡа килә[13].

Көндөҙгө сәғәт 1-ҙә 124-се айырым бригада штабы начальнигы подполковник Черноус[13] бригаданы 62-се армияның төньяҡ оборона участкаһы районына күсереү тураһында бойороҡ ала: Сталинград трактор заводы эшселәр ҡасабаһының төньяҡ сиге — Спартаковка ҡасабаһы — Латошинка ауылы — Орловка ауылы[5].

Генерал-майор С. Ф. Горохов үҙенең мемуарҙарында фронт командующийы А. И. Еременконың эшмәкәрлеген шулай баһалай:

Фронт командующийынан шунан да аҡылһыҙыраҡ ҡарарҙы күргәнем юҡ: фронтҡа беренсе тапҡыр килгән берләшмә частары командирҙарына бер ниндәй ҙә ваҡыт бирмәйенсә, уларҙы алышҡа ташларға… Мин ҡурҡҡан нәмә килеп сыҡты ла. Ә бригаданы яуға тиҙ арала индереү кәрәкмәй ине. Трактор заводы районында һөжүмгә күсмәйенсә бер тәүлек тә, ике тәүлек тә түҙеп булыр ине. Дошман да көстәрен йонсотто һәм оборонаға күсте. Һөжүмдең уңышһыҙлығынан беҙҙе тик кешеләрҙең яҡшы әҙерлеге генә ҡотҡарҙы.

[13]

Был ваҡытҡа төньяҡ участкала хәүефле хәл барлыҡҡа килә. 23 августа вермахттың XIV танк корпусы, көн дауамында 60 километр оҙонлоҡтағы марш-бросок яһап, Акатовка, Латошинка ауылдары һәм Рынок ҡасабаһы районында Волгаға сыға һәм Сталинград трактор заводынан 2-3 километр алыҫлыҡта була. Заводҡа туранан-тура хәүеф янай. Заводты һаҡлау өсөн халыҡ ополчениеһы отрядтары, истребитель батальондары, эшселәр отрядтары һәм Сталинградта булғандарҙан ашығыс рәүештә йыйылған хәрби частар файҙаланыла. Генерал-майор Н. В. Фекленко етәкселегендә төньяҡ оборона участкаһы булдырыла. Биш тәүлек дауамында Фекленко төркөмө дошманды Ҡоро Мечётка йылғаһы сигендә тотҡарлай. Фекленко төркөмөнә ингән частар полковник С. Ф. Гороховҡа буйһондорола[14].

29 авгусҡа Фекленко төркөмө 124-се айырым уҡсылар бригадаһы, 149-сы айырым уҡсылар бригадаһы һәм 115-се уҡсылар бригадаһы менән көсәйтелә. Бер үк ваҡытта Фекленко төркөмө урынына төньяҡ участка частары буйһонған полковник Горохов төркөмө ойошторола. 29 августа полковник Горохов төркөмө һөжүмгә күсә һәм дошманды Спартаковка, Рынок, Латошинка ҡасабаларынан ҡыуып сығарып, уны Еүеш Мечётканан 8 километр йыраҡлыҡта, ҡошсолоҡ фермаһы аръяғына сигендертә. Шулай итеп, оборона участкаһы булдырыла, уны полковник Горохов төркөмө 1942 йылдың 24 ноябренә тиклем ҡулында тота[15].

Полковник Горохов төркөмөнөң үҙәге булып 124-се айырым уҡсылар бригадаһы тора. Мәҫәлән, 124-се айырым уҡсылар бригадаһының артиллерия начальнигы майор Аркадий Маркович Моцак полковник Горохов төркөмөнөң артиллерия начальнигы була[16][17]. 124-се айырым бригаданы, шулай уҡ полковник Горохов төркөмөн матди-техник һәм башҡа төр тәьминәт менән тәьмин итеү — Волга һәм өлөшләтә һауа аша тәьмин ителә[15]. Шул уҡ ваҡытта һуғыш зонаһында ташлап ҡалдырылған ҡорал һәм боеприпастар йыйыу әүҙем башҡарыла. Шулай, 124-се айырым бригада 2-се уҡсылар батальонының өлкән ҡорал мастеры, техник хеҙмәт старшинаһы Алексей Иванович Попов 29 августағы алыштан һуң бер нисә төн дауамында окоптарҙан бер километрға тиклем алыҫлашып, дошмандың пулемет уты аҫтында үҙҙәренең һәм трофей ҡоралын һәм боеприпастарын йыя[18][19].

Бригаданы ут ярҙамы менән Волга хәрби флотилияһы караптары ла тәьмин итә: «Усыскин» һәм «Чапаев» канонир кәмәләре, 4 бронекатер һәм 2 йөҙөүсе батарея[20].

1942 йылдың 11 сентябренә 124-се айырым бригаданың һаны һәм ҡоралланыуы түбәндәгесә була[21]:

Кешеләр Аттар Винтовкалар ШПП Ҡул
пулемёттары
Станок
пулемёттары
Миномёттар Орудиелар ТҠМ
124-се ай. бр. 3607 кеше 620 2438 дана 341 дана 84 дана 22 дана 56 дана 25 дана 68 дана

Сталинград алышы ваҡытында 124-се бригаданың һан составы:

11 сентябрь 25 сентябрь 1 октябрь 5 октябрь 19 октябрь 20 ноябрь
124-се ай. бр. 3607 кеше[22] 4218 кеше[23] 4154 кеше[24] 3520 кеше[25] 2640 кеше[26] 2898 кеше[27]

29 августан 20 сентябргә тиклем юғалтыуҙар 1667 кеше тәшкил итә. Уларҙан өлкән һәм урта командирҙар — 73, кесе командирҙар — 400 кеше, рядовойҙар составы — 1119 кеше. Һәләк булғандар — 360, яраланғандар — 975, хәбәрһеҙ юғалғандар — 332 кеше. Был ваҡыт эсендә 1040 яңы кеше килә. 20 сентябргә бригадала 4314 кеше иҫәпләнә. Уларҙан өлкән һәм урта командирҙар — 392, кесе командирҙар — 823, рядовойҙар — 3099 кеше[28].

1942 йылдың 15 октябрендә немец ғәскәрҙәре Латошинка ауылынан һөжүм менән Еүеш Мечётка тамағына табан үтеп инергә һәм 124-се айырым бригаданың кисеүҙәргә табан юлын өҙөргә маташа. Дошмандың айырым төркөмдәре йылға тамағына барып етә, һәм полковник Горохов төркөмө бер ни тиклем ваҡытҡа тулыһынса ҡамауға эләгә. Әммә 19 октябргә хәл яҡшыра: вермахттың XIV танк корпусының төп көстәрен Сталинградҡа төньяҡтан үтеп инергә маташҡан ЭКҠА частары тотҡарлай, вермахттың LI пехота корпусы көньяҡтараҡ заводтар районында һөжүм итә, ә Горохов төркөмө әүҙем хәрәкәт итеп ҡамауға эләкмәй ҡала. 19 октябрҙә полковник С. Ф. Горохов ҡулы аҫтында 3953 кеше, 15 станок пулеметы, 95 ҡул пулеметы, 57 танкыға ҡаршы мылтыҡ, 45 миллиметрлы 22 пушка, 76 миллиметрлы 20 пушка, 120 миллиметрлы 21 миномет, 82 миллиметрлы 48 миномет, 50 миллиметрлы 23 миномет була. Шул уҡ ваҡытта 2640 кеше 124-се айырым бригаданан була[26].

1942 йылдың 20 октябренә 124-се айырым бригада дошманға ҙур зыян килтереүе тураһында белдерә: дошмандың 5950 хәрби хеҙмәткәре үлтерелә, өс батальонға тиклем тарҡатыла, 28 танк юҡ ителә һәм 21 танк шартлатып туҡтатыла, 3 самолет бәреп төшөрөлә, 3 бронемашина шартлатыла, 14 артбатарея уты баҫтырыла, 52 автомобиль юҡ ителә, 5 боеприпастар келәте шартлатыла һ. б.[29]

Ноябрҙең беренсе яртыһында боҙ китеү сәбәпле бригаданы матди тәьмин итеү ҡатмарлаша. 11 ноябргә тиклем һул яҡтан уң яҡ ярға ни бары ике транспорт ҡына үтә ала[11]. 11 ноябрҙән 15 ноябргә тиклем бригаданы тәьмин итеү ҡырҡа насарая: Волга буйлап өҙлөкһөҙ боҙ аға, был һул яр менән бәйләнеште ғәмәлдә өҙә. Тәьминәт башлыса У-2 самолеттары һәм һирәкләп айырым бронекатер рейстары менән башҡарыла[28]. У-2 самолеттары менән тәьминәт 23 ноябргә тиклем дауам итә[11]. Шулай уҡ боҙ китеү 124-се айырым бригаданың медсанбаты урынлашҡан һул яҡ ярға яралыларҙы эвакуациялауҙы туҡтата. Текә уң яҡ яр буйында, «үле» зонала, санитар пункт булдырыла, унда яралылар беренсе ярҙам ала һәм айырым кәмәләрҙә көнсығыш ярға эвакуация көтә[11].

2 ноябрҙә бригада позициялары ун сәғәт буйы бомбаға тотола, ә киске сәғәт 5-тә дошман пехотаһы танктар ярҙамында һөжүмгә күсә, әммә ул уңышлы кире ҡағыла[11].

Немецтарҙың Сталинградтағы һуңғы һөжүме

1942 йылдың 17 ноябрендә дошман һуңғы тапҡыр гороховсыларҙы бәреп сығарырға тырыша. 16 ноябрҙән 17 ноябргә ҡараған төндә дошман яғына лейтенант П. Т. Кашкин ротаһынан (2-се айырым уҡсылар батальоны) яңы килгән бер бүлексә (5-7 яугир) ҡаса[28]. Немец һөжүме иртәнге сәғәт 5-тә дошман ротаһының икенсе траншея артындағы 2-се айырым уҡсылар батальоны һәм 3-сө ротаның команда пункттары урынлашҡан урынға үтеп инеүҙән башлана. Көтөлмәгән һөжүмде кире ҡағыуҙа батальон штабы һәм тылы яугирҙәре һәм командирҙары: элемтәселәр, ашнаҡсылар, ҡорал оҫталары, бәйләнеш тотоусылар һ.б. ҡатнаша. Сәғәт 6-ла бригаданың алдынғы позицияларына артиллерия һөжүме башлана, ә 7-се яртыла Рыноктың төньяҡ-көнбайыш осона һәм Спартаковканың төньяҡ өлөшөнә һөжүм башлана. Яҡынса сәғәт 7-лә немецтар П. Т. Кашкин ротаһын баҫып алып, Рынокка үтеп инә башлай. Хәлде позицияларға төшкән көслө томан киҫкенләштерә. Иртәнге сәғәт 8-ҙә дошман роталары туранан-тура бригаданың команда пунктына табан бара инде. С. Ф. Горохов һуғышҡа һуңғы резервты индерә: бригаданың сапер батальоны, разведка ротаһы һәм танкыға ҡаршы мылтыҡтар взводы — бөтәһе 300-гә яҡын кеше[30]. Төшкө сәғәт 2-ләргә дошман Рынок ҡасабаһынан бәреп сығарыла. 15:30 һәм 18:00 сәғәттәрҙә дошман уңышһыҙ һөжүм итергә тырыша. Алыш төнгө сәғәт 11-ҙә тамамлана. Немец частарының төп һөжүме 2-се айырым уҡсылар батальонына тура килә. Дошман яғынан был алышта 64-се һәм 79-сы мотополктар, 16-сы мотобатальон, 2-се танк полкы, 16-сы артполк һәм сапер көсө ҡатнаша. Дөйөм алғанда, немецтар 650 кешеһен һәм 17 танкыһын юғалта, шуларҙың туғыҙы яндырыла. 2-се айырым уҡсылар батальонының юғалтыуҙары ике йөҙгә тиклем кеше тәшкил итә[28].

22 һәм 23 ноябрҙә бригада Спартаковканы азат итеү маҡсатында һөжүм алыштарын алып бара. Әммә һөжүм итеүсе төркөмдәрҙең аҙ булыуы арҡаһында көн аҙағына ҡасабаның бер өлөшөн генә азат итәләр[30]. 24 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Латошинка йүнәлешендә 124-се айырым уҡсылар бригадаһы төньяҡтан һөжүм иткән 66-сы армияның 99-сы уҡсылар дивизияһы 197-се уҡсылар полкы менән ҡушыла[30].

undefined

Ҡамалған немец төркөмөн тар-мар итеүҙә ҡатнашыу

28 ноябрҙә 124-се айырым бригаданы 66-сы армияға буйһондороу тураһында мәсьәлә тыуа, әммә бригада 62-се армия составында 1943 йылдың 3 ғинуарына тиклем ҡала, шул уҡ ваҡытта Дон фронтындағы бөтә төр тәьминәткә эйә була[31].

1942 йылдың декабрь аҙағында 124-се айырым бригада үҙгәртеп ҡороуға ебәрелә. Һуңынан 10 ғинуарҙа Котлубань станцияһы районынан бригада һөжүмгә күсә һәм 1943 йылдың 26 ғинуарына тиклем генерал-фельдмаршал Ф. Паулюс етәкселегендәге ҡамауҙа ҡалған 6-сы вермахт армияһын юҡ итеүҙә ҡатнаша[5].

Һөжүм ауыр шарттарҙа бара: туғыҙ көн эсендә бригаданың хәрби составы 150—200 штыкка тиклем ҡыҫҡартыла. Әммә бригада 3,5—4 километр алға китә һәм дошманға ҙур зыян килтерә: 900-гә яҡын һалдаты һәм офицеры үлтерелә һәм яралана, ике терәк пункт тар-мар ителә, 6 танк һәм 9 автомашина яндырыла, 4 төҙөк һәм 16 шартлатылған танк ҡулға төшөрөлә[32].

124-се айырым уҡсылар бригадаһының 1942 йылдың 28 авгусынан 1943 йылдың 26 ғинуарына тиклем Сталинград алышында ҡатнашҡан осоронда дошманға ҙур зыян килтерелә: 14 129 һалдат һәм офицер, 82 танк, 121 автомашина, 2 алты көбәкле миномет, 17 танкыға ҡаршы, ялан һәм үҙйөрөшлө пушка, 18 миномет юҡ ителә, 7 боеприпастар келәте шартлатыла, 80 йөк арбаһы емерелә. Бригада 27 танкты, 170 автомашинаны ҡулға төшөрә[9]. Хәрби ҡаҙаныштары өсөн 1083 яугир һәм бригада командиры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә[33].

Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 124-се айырым уҡсылар бригадаһы 1943 йылдың 31 мартында Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[5].

1 февралдә ныҡ хәлһеҙләнгән 124-се айырым бригада фронттың икенсе участкаһына китеү өсөн Котлубань станцияһына килә[34]. 3 һәм 4 февралдә өс эшелонға бүленгән бригада Калинин фронтына юллана[33].

Калинин һәм 1-се Балтик буйы фронттарында

Калинин фронтына юл 1943 йылдың 4 февраленән 22-енә тиклем дауам итә[33]. 15 февралдә, Рязань-Икенсе станцияһында ҡыҫҡа туҡталыш ваҡытында, партияның Рязань өлкә комитеты вәкилдәре килә, улар бригада командирҙары һәм сәйәси хеҙмәткәрҙәре менән осраша һәм Рязань ҡалаһы һәм өлкәһе хеҙмәтсәндәренән бүләктәр тапшыра[33].

22 февралдә бригада эшелондары Калинин өлкәһендәге Торопецкий районының Скворцово станцияһына килеп етә. 13 мартҡа тиклем бригада шәхси состав менән тулылана. Был ваҡытта бригада штабы Шадрино ауылында урынлаша. 1943 йылдың мартында 124-се айырым уҡсылар бригадаһы 83-сө уҡсылар корпусы составына индерелә[35]. 14 мартта бригада фронтҡа китә. 19 мартта, 150 километр араны йәйәүләп үтеп, һөжүмдә ҡатнашыу өсөн тупланыу районына килә. 23 мартта бригада 39-сы армияға ебәрелә. Ике төн эсендә 75 километр үтеп, 26 мартта бригада Демяхи ауылы районында позициялар биләй. Был районда бригада икенсе оборона рубежын төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша. 4 июлдә 39-сы армия командующийы генерал-лейтенант А. И. Зыгин тантаналы шарттарҙа 124-се айырым бригадаға Ҡыҙыл Байраҡ орденын тапшыра[33].

Духовщинск-Демидов операцияһы сиктәрендә бригада 13 августан Царевич йылғаһында (Кулагин бейеклеге районында), Троицкое ауылы аша Духовщинаға ҡарай, дошмандың ныҡ нығытылған оборонаһын өҙөүҙә ҡатнаша. «Кулагин алышы» ике айға яҡын дауам итә һәм ҙур юғалтыуҙарға килтерә: бөтә 124-се айырым бригада ике батальонға ҡала[33]. Бригада Духовщина (1943 йылдың 19 сентябре) һәм Рудня (1943 йылдың 29 сентябре) ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша[9].

1944 йылдың ғинуарында 124-се Ҡыҙыл Байраҡлы уҡсылар бригадаһы тарҡатыла[9].

Бригада составы

  • бригада идаралығы;
  • дүрт айырым уҡсылар батальоны;
  • айырым миномет дивизионы;
  • айырым миномет батальоны;
  • айырым элемтә батальоны;
  • айырым артиллерия дивизионы;
  • айырым истребитель-танкыға ҡаршы дивизион.

Бригаданың команда составы

  • Бригада командирҙары:
полковник Сергей Фёдорович Горохов (14.01.1942 — 08.12.1942);
подполковник Павел Васильевич Черноус (09.12.1942 — 30.12.1942);
полковник Илья Иосифович Магалашвили (30.12.1942 — 05.07.1943);
полковник Владимир Захарович Асламов (05.07.1943 — 17.09.1943);
полковник Феоктист Данилович Майборода (17.09.1943 — 16.11.1943).
  • Комиссар һәм бригада командирының сәйәси бүлек буйынса урынбаҫарҙары:
өлкән батальон комиссары Владимир Александрович Греков;
майор Павел Леонтьевич Рябов.
  • Бригада штабы начальниктары:
подполковник Павел Васильевич Черноус;
майор Дмитрий Фёдорович Старощук;
капитан Андрей Владимирович Семашко.

Бригаданың буйһоноуы

Осор[36] Фронт (округ) Армия Корпус Иҫкәрмәләр
01.01.42 Көньяҡ Урал хәрби округы
01.02.42 КУХО
01.03.42 КУХО
01.04.42 КУХО
01.05.42 КУХО
01.06.42 КУХО 1-се Резерв армия[7]
01.07.42 Мәскәү хәрби округы 1-се Резерв армия
01.08.42 МХО
01.09.42 Сталинград фронты 62-се А
01.10.42 Сталинград фронты 62-се А
01.11.42 Сталинград фронты 62-се А
01.12.42 Сталинград фронты 62-се А
01.01.43 Сталинград фронты 62-се А
01.02.43 Юғары баш командование резервы
01.03.43 ЮБКР
01.04.43 Калинин фронты 39-сы А
01.05.43 Калинин фронты 39-сы А
01.06.43 Калинин фронты 39-сы А
01.07.43 Калинин фронты 39-сы А
01.08.43 Калинин фронты 39-сы А
01.09.43 Калинин фронты 39-сы А
01.10.43 Калинин фронты 39-сы А
01.12.43 1-се Балтик буйы фронты 39-сы А
01.01.44 1-се Балтик буйы фронты 39-сы А

Хәтер

Аксаковта Вокзал урамындағы 4-се йортта[37] «Был бинала 1941—1942 йылдарҙа 124-се Ҡыҙыл Байраҡлы айырым уҡсылар бригадаһының штабы һәм сәйәси бүлеге урынлаша. Бригада командиры С. Ф. Горохов, комиссары В. А. Греков, штаб начальнигы П. В. Черноус» тигән текст менән иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған[38].

Волгоград ҡалаһының Трактор заводы районында 88-се мәктәп бинаһында[39] «Бында 62-се армияның 124-се һәм 149-сы бригадалары частары батырҙарса һуғыша. 1942 йылдың авгусы — 1943 йылдың феврале» тигән яҙыулы мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[3].

Спартановка ҡасабаһында Волга флотилияһы исемендәге яр буйында (алюминий заводы профилакторийы) 1973 йылдың 1 авгусында асылған иҫтәлекле таҡтаташ менән 124-се айырым уҡсылар бригадаһының һәм полковник Горохов ғәскәрҙәре төркөмөнөң команда пункты урынлашҡан урын билдәләнгән. Мемориаль таҡтаташ 1973 йылда асыла[40]. Иҫтәлекле таҡтала «Волга яры битләүендә, был бина янында, 124-се уҡсылар бригадаһы һәм полковник С. Ф. Горохов ғәскәрҙәре төркөмөнөң команда пункты урынлаша. 1942 йылдың октябрь —декабре» тигән текст уйып яҙылған[41].

Шулай уҡ 1963 йылдың 2 февралендә Спартановка ҡасабаһы, Грамши урамы, 30 адресы буйынса асылған мемориаль таҡтаташ менән 124-се һәм 149-сы айырым уҡсылар бригадалары частарының һуғышҡан урыны билдәләнгән[42]. Суйын таҡтала «Бында 62-се армия частары — 124-се һәм 149-сы бригадалар батырҙарса һуғыша. 1942 йылдың авгусы — 1943 йылдың феврале» тигән текст уйылған[41][43].

Волгоград алюминий заводының хакимиәт корпусында (Шкирятов урамы, 21-се йорт) 1985 йылдың 26 апрелендә «1942 йылдың август—сентябрендә бында Сталинград оборонаһының төньяҡ сиге үтә, уны немец-фашист илбаҫарҙарынан 1077-се зенит артиллерия полкы, 21-се һәм 28-се уҡыу танк батальондары, НКВД-ның 10-сы дивизияһының 282-се уҡсылар полкы, халыҡ ополчениеһы частары һәм истребитель батальондары, 738-се истребитель-танкыға ҡаршы артиллерия полкы, Волга хәрби флотилияһының йыйылма батальоны һәм караптары, 115, 124, 149-сы айырым уҡсылар бригадалары, НКВД-ның 249-сы конвой полкы, 315-се уҡсылар дивизияһының 724-се уҡсылар полкы, 196-сы уҡсылар дивизияһының йыйылма уҡсылар полкы, 2-се мотоуҡсылар бригадаһы фиҙаҡәр һаҡлай» тигән текстлы гранит иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла[41][44].

undefined

Полковник С. Ф. Горохов төркөмөнөң Дон фронты ғәскәрҙәре менән ҡушылған урынында (Волжский — Камышин шоссеһы киҫелеше) 1970 йылда стела ҡуйыла[45]. Һәйкәл архитектор Е. И. Левитан проекты буйынса һоро граниттан елберләгән байраҡ формаһында эшләнгән, унда: «Бында 1942 йылдың 24 ноябрендә немец-фашист илбаҫарҙары менән өс айлыҡ ҡаты алыштарҙан һуң Сталинград фронтының полковник Горохов төркөмө ғәскәрҙәре генерал Рокоссовскийҙың Дон фронты ғәскәрҙәре менән берләшә. Сталинград һуғышы геройҙарына дан»[46][47].

Волгоградтың 61-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә 1985 йылдың 5 майынан 124-се айырым уҡсылар бригадаһының һәм уның командиры С. Ф. Гороховтың хәрби юлы тураһында һөйләүсе «Гороховсылар исемендәге хәрби Дан музейы» асыла[48].

Сәнғәттәге сағылышы

1942 йылдың сентябрендә 124-се айырым уҡсылар бригадаһына «Красная звезда» гәзите хәбәрселәре төркөмө килә: баш мөхәррир бригада комиссары Д. И. Ортенберг, журналистар өлкән батальон комиссарҙары К. М. Симонов һәм В. И. Коротеев һәм фотохәбәрсе В. А. Тёмин. Хәрби хәрәкәттәр зонаһында булыу һөҙөмтәләре буйынса Константин Симонов үҙе «минең Сталинград көндәлегем» тип атаған әҫәрҙәр циклын яҙа: «Ҡала ситендәге алыш» очергын, «Көндәр һәм төндәр» повесын һәм алыштар тамамланғандан һуң бер ай үткәс «Ҡырҡ өсөнсөнөң ҡышында…» очергын[49].

«Көндәр һәм төндәр» повесында 124-се айырым бригада яугирҙәре һәм командирҙары һынландырылған: 2-се айырым уҡсылар батальоны командиры лейтенант В. Я. Ткаленко (повеста — Сабуров), 2-се айырым бригада штабы начальнигы, Н. А. Семашконың туғаны лейтенант А. В. Семашко (повеста — лейтенант Масленников)[49].

Тәнҡитсе һәм журналист Косолаповҡа биргән интервьюһында Константин Симонов былай ти: «…Сталинградта мин бик елле малай — лейтенант Семашко менән осраштым… Мин уның батальон командиры менән мөнәсәбәттәрен тойғанса, күргәнсә яҙҙым. Батальон командиры бик сая кеше ине. Һәм рухи яҡтан көслө. Ә Семашко бик йәш ине. Ул Ткаленкоға эйәләшкәйне… Батыр, бик яҡшы батальон штабы начальнигы. Әммә мин уны „Көндәр һәм төндәр“ҙә һәләк иттем. Ысынбарлыҡта иһә ул унда, Сталинградта, тере ҡала. Ә ҡырҡ өсөнсө йылда Смоленск янында һәләк була…»[49].

Һуңынан Симонов менән Ткаленко араһында дуҫлыҡ нығына, һәм улар һуғыштан һуң хат алыша һәм осраша[49].

1971 йылдың март аҙағында «Литературная газета»ла Симонов «Комиссарҙар» очергын баҫтыра, унда ошондай һүҙҙәр яңғырай: "Һәм һуңынан Сталинградтағы шул көндәр тураһында «Көндәр һәм төндәр» повесын яҙғанда, мин йыш ҡына Гороховты ла, Грековты ла, Ткаленконы ла иҫкә алдым. Бөтә яҡлап уратып алынған, әммә улар немецтарға барыбер бирмәгән Волга буйының бәләкәй генә яр киҫәгендәге шул осрашыуҙар булмаһа, китап та булмаҫ ине[49].

Константин Симоновтың 60 йәшлек юбилейында сығыш яһағанда генерал-полковник В. А. Греков: «…ул саҡта, 1942 йылдың сентябрендә, хөрмәтле юбиляр үҙенең төпсөнөүсәнлеге менән беҙгә байтаҡ мәшәҡәттәр һәм тынысһыҙланыуҙар килтерә ине» тип әйтә[49].

Бынан тыш, «Красная звезда»ла Виктор Тёминдың «Сталинградтың герой һаҡсылары» тигән фотолар серияһы баҫылып сыға. Был серияла һүрәтләнгән күп кенә яугирҙар һәм командирҙар 124-се айырым бригадала һуғыша[49].

Иҫкәрмәләр

  1. Перечень № 7 Управлений бригад всех родов войск входивших в состав действующей армии в годы Великой Отечественной войны 1941—1945 гг. — М.: Министерство обороны, 1956. — С. 23. — 131 с.
  2. Коллектив авторов. Великая Отечественная: Комкоры. Военный биографический словарь / Под общей редакцией М. Г. Вожакина. — М.; Жуковский: Кучково поле, 2006. — Т. 1. — С. 157—158. — ISBN 5-901679-08-3
  3. 1 2 3 4 124-я стрелковая бригада. Белебей.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2025.
  4. Моисей Гольдберг. Сталинградец Аскен Набиев // Казахстанская правда : газета. — 2013. — 21 июнь.
  5. 1 2 3 4 5 Сталинградская битва: энциклопедия, 2012, с. 574
  6. Шахов А. 6, 2012
  7. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Шахов А. 7, 2012
  8. Шахов А. 28, 2013
  9. 1 2 3 4 Михаил Пыресин. 124 отдельная стрелковая Краснознамённая бригада. Победа 1945 (14 сентябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2025. Архивировано 22 декабрь 2015 года.
  10. 1 2 3 4 5 Шахов А. 8, 2012
  11. 1 2 3 4 5 6 Горохов С. Ф.
  12. 1 2 Шахов А. 9, 2012
  13. 1 2 3 4 Шахов А. 10, 2012
  14. Сталинградская битва: энциклопедия, 2012, с. 520
  15. 1 2 Сталинградская битва: энциклопедия, 2012, с. 162
  16. Мацак Аркадий Маркович. pamyat-naroda.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2025.
  17. Андрей Волоцков. Моцак Аркадий Маркович. Победа 1945 (9 ғинуар 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2025. Архивировано 23 декабрь 2015 года.
  18. Попов Алексей Иванович. pamyat-naroda.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2025.
  19. Михаил Пыресин. Попов Алексей Иванович. Победа 1945.su (8 сентябрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2025. Архивировано 23 декабрь 2015 года.
  20. Кузнецов Н.Г. Сталинград // Курсом к победе. — М.: Голос, 2000. — С. 278.
  21. Исаев, 2008, Таблица 6, с. 162
  22. Исаев, 2008, с. 162
  23. Исаев, 2008, с. 180
  24. Исаев, 2008, с. 228
  25. Исаев, 2008, с. 235
  26. 1 2 Исаев, 2008, с. 241
  27. Исаев, 2008, с. 249
  28. 1 2 3 4 Шахов А. 21, 2013
  29. Горохов Сергей Федорович. pamyat-naroda.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2025.
  30. 1 2 3 Шахов А. 22, 2013
  31. Шахов А. 23, 2013
  32. Черноус Павел Васильевич. pamyat-naroda.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2025.
  33. 1 2 3 4 5 6 Шахов А. 26, 2013
  34. Шахов А. 25, 2013
  35. Ерёменко А. И. Годы возмездия. 1943–1945. — 2-е. — М.: Финансы и статистика, 1985. — С. 31. — 424 с. — (Военные мемуары). — 100 000 экз.
  36. Фанис Яруллин. Состав, дислокация. РККА.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2025.
  37. (54°01′04″ с. ш. 54°08′52″ в. д.GЯO
  38. Гороховцы насмерть стояли под Сталинградом. Очерки. Уфа гид. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2025.
  39. улица имени Академика Богомольца, дом 15 (48°49′25″ с. ш. 44°37′42″ в. д.GЯO)
  40. Лисицкий А. В., 21
  41. 1 2 3 Памятная доска: командный пункт 124-й стрелковой бригады. История Волгограда 1589—2005. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2025. Архивировано 27 декабрь 2015 года.
  42. Лисицкий А. В., 22
  43. 48°49′01″ с. ш. 44°38′02″ в. д.GЯO
  44. 48°49′56″ с. ш. 44°35′51″ в. д.GЯO
  45. Лисицкий А. В., 5
  46. Памятник на месте соединения войск 24.11.1942 г. История Волгограда 1589—2005. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2025. Архивировано 27 декабрь 2015 года.
  47. 48°49′44″ с. ш. 44°38′38″ в. д.GЯO
  48. Иван Федяшин. Музей Боевой Славы имени Гороховцев — Героических защитников Сталинграда 124 Краснознамённой бригады 62-й армии под командованием полковника Горохова Сергея Фёдоровича (2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2025. Архивировано 18 ғинуар 2016 года.
  49. 1 2 3 4 5 6 7 Алексей Шахов. Сталинградский дневник Константина Симонова // Правда : газета. — 2015. — 27 — 30 ноября (№ 132 (30338)). — С. 5—6.

Әҙәбиәт

  • Сто двадцать четвёртая отдельная стрелковая бригада // Сталинградская битва. Июль 1942 — февраль 1943: энциклопедия / под ред. М. М. Загорулько. — 5-е изд., испр. и доп. — Волгоград: Издатель, 2012. — С. 574. — 800 с.
  • Севернее города, за Мечёткой // Битва за Волгу: воспоминания участников Сталинградского сражения / составитель И. К. Морозов, редакторы И. М. Логинов, И. К. Морозов. — Волгоград: Волгоградское книжное издательство, 1962. — 442 с.
  • Исаев А. В. Сталинград. За Волгой для нас земли нет. — М.: Эксмо, Яуза, 2008. — 448 с. — (Война и мы). — 10 000 экз. — ISBN 978-5-699-26236-6.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә