Бирюков Виктор Иванович
Бирюков Виктор Иванович (1930 йылдың 5 июне, Белорет, Башҡорт АССР-ы), инженер-механик-ғалим. 1990—1996 йылдарҙа Бөтә Союз урман сәнәғәтенең етәксе хеҙмәткәрҙәре һәм белгестәренең квалификацияһын күтәреү институтының кафедра мөдире, 1999—2007 йылдарҙа Дәүләт урман сәнәғәте комплексы фәнни үҙәгенең бүлек мөдире. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, техник фәндәр докторы (1972), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһы урман сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Виктор Иванович Бирюков 1930 йылдың 5 июнендә Башҡорт АССР-ының[2] Белорет ҡалаһында тыуған[3].
1953 йылда ул саҡтағы Ленинград технология целлюлоза ҡағыҙ сәнәғәте институтын[4] тамамлай һәм уҡыуын аспирантурала дауам итә. Артабан «техник фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғәүә итеп, диссертация яҡлай[3].
1956 йылдан — Ленинград ҡағыҙ яһау машиналары эшләү ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре[3].
1957 йылдан — Красноярск ҡалаһындағы Себер технология институты ассистенты, өлкән уҡытыусыһы, доценты, 1960 йылдан — химик етештереү процестары һәм аппараттары кафедраһы мөдире[3].
1961 йылдан — Свердловск ағас эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1963 йылдан — ошонда уҡ лаборатория етәксеһе[3].
1969 йылдан — Калуга өлкәһенең Балабаново ҡалаһында урынлашҡан Бөтә Союз ағас эшкәртеү сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория етәксеһе, 1972—1977 йылдарҙа — институт директоры, бер үк ваҡытта 1972 йылдан — Бөтә Союз «Союзнаучлитпром» ғилми-производство берекмәһе (Мәскәү өлкәһенең Подрезково ҡасабаһы) генераль директорының фән буйынса, 1977 йылдан — фәнни, конструкторлыҡ һәм проектлау эштәре буйынса урынбаҫары[3].
1972 йылда «техник фәндәр докторы» ғилми дәрәжәһенә дәғәүә итеп, диссертация яҡлай[3].
1990—1996 йылдарҙа Бөтә Союз урман сәнәғәтенең етәксе хеҙмәткәрҙәре һәм белгестәренең квалификацияһын күтәреү институтында ағас эшкәртеү производстволары кафедраһы мөдире[3].
1991 йылда «профессор» ғилми исемен ала.
1999—2007 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһындағы Дәүләт урман сәнәғәте комплексының фәнни үҙәге хеҙмәткәре, 2001 йылдан — бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 2006—2008 йылдарҙа Мәскәү өлкәһенең Химки ҡалаһындағы «Группа Вудвэй» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт хеҙмәткәре[3].
Фәнни эшмәкәрлеге
Ғалимдың тикшеренеүҙәре целлюлоза-ҡағыҙ һәм ағас эшкәртеү өлкәһе менән бәйле. Фән докторы етәкселегендә ағасты химик-механик эшкәртеү өсөн технологик процестар һәм ҡорамалдар уйлап табыла. Ул 140-тан ашыу фәнни хеҙмәт, 60 уйлап табыу һәм патент авторы[3].
Ағас сеймалын комплекслы файҙаланыу проблемаһы буйынса Халыҡ-ара ғилми-техник совет составына инә, өс тапҡыр уның рәйесе итеп һайлана. АҠШ-та, Бөйөк Британияла, Германияла, Һиндостанда, Венгрияла һәм башҡа илдәрҙә күп кенә халыҡ-ара фәнни конференцияларҙа ҡатнаша.
Ҡайһы бер ғилми хеҙмәттәре
• Исследование процесса обезвоживания бумажного полотна на сеточной части бумагоделательной машины путем отекания и под вакуумом: Автореферат дисс. на соискание учен. степени кандидата техн. наук / М-во высш. и сред. спец. образовании РСФСР. Ленингр. ордена Ленина лесотехн. акад. им. С. М. Кирова. — Л., 1959. — 11 с.;
• Теоретические основы и пути совершенствования процесса формирования древесноволокнистых плит и других листовых волокнистых материалов целлюлозно-бумажного производства: (422): Автореф. дис. на соискание учен. степени д-ра техн. наук / Ленингр. лесотехн. акад. им. С. М. Кирова. — Л., 1972. — 42 с.;
•Технология и оборудование для производства древесных плит, малоэтажных стандартных деревянных домов и столярно-строительных изделий : [сборник статей / редколлегия: В. И. Бирюков (главный редактор) и др.]. — Балабаново : ВНИИдрев, 1973. — 134, [1] с. — (Сборник трудов ; вып. 6);
• Тенденции развития производства и потребления древесноволокнистых плит: (Обзор) / Канд. техн. наук В. Д. Бекетов, д-р техн. наук В. И. Бирюков. — М. : ВНИПИЭИлеспром, 1976. — 65 с. — (Плиты и фанера);
• Справочник по древесно-волокнистым плитам / [В. И. Бирюков, М. С. Лащавер, А. М. Козаченко и др.]. — М. : Лесн. пром-сть, 1981. — 184 с.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 Бирюков Виктор Иванович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (1 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2025.
- ↑ 2015 йылдан Санкт-Петербург дәүләт сәнәғәт технологиялары һәм дизайн университетының Технология һәм энергетика юғары мәктәбе
Һылтанмалар
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Бирюков Виктор Иванович. Дата публикации: 10.10.2019. Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019 (Тикшерелеү көнө: 28 июнь 2025);
• Электронный каталог Национальной библиотеки Беларуси (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025).