Буранбай (исем)

Буранбай — башҡорт ир-ат исеме.

Этимологияһы

Буранбай — ҡушма исем, ике үҙ аллы һүҙҙән яһалған (буран һәм бай), буранда тыуған мәғәнәһендә[1]. Баланың тыуыу шарттары, ул тыуған көндөң, айҙың, йылдың атамаһы, көндөң торошо — барыһы ла исем һайлауға йоғонто яһай алған[2]. Башҡорт халҡында ир балаларға йыш ҡушылған исемдәрҙең береһе.

Билдәле шәхестәр

Буранбай Сыуашбаев — хәрби эшмәкәр. 1-се Башҡорт атлы полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Буранбай Исҡужин (15 ғинуар 1952 йыл — 14 апрель 2007 йыл) — башҡорт шағиры, прозаик һәм драматург. 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Буранбай сәсән — (ысын исеме Ҡотошов/Ҡотдосов Буранбай Һөйөндөк улы; Һөйөндөков Буранбай Ҡотдос улы) (1781 йыл—1868 йыл) — йырсы, ҡурайсы һәм сәсән.

Фамилиялар

Буранбаева Сара Абдулхай ҡыҙы 24 июнь 1967 йыл) — башҡорт театр актёры. 2007 йылдан Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009). Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында тыуған.

Буранбаев Вара Бәшәр улы (28 июнь 1924 йыл — апрель 2015 йыл) — партия һәм дәүләт эшмәкәре. Яҙыусы-тыуған яҡты өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны. Сәғит Мифтахов (1990), Батыр Вәлид (2000) исемендәге премиялар лауреаты. Баймаҡ ҡалаһының һәм Баймаҡ районының Почётлы гражданы (1998).

Ауылдар

Буранбай — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районындағы ауыл

Халыҡ ижадында

Буранбай (йыр) — башҡорт халҡының киң билдәле тарихи йырҙарының береһе. Тәүге тапҡыр 1894 йылда уның һүҙҙәрен рус этнографы, фольклорисы С. Г. Рыбаков Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Эткол ауылында (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы) йәшәүсе Толомғужа Ғөбәйҙуллиндан яҙып ала һәм «Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән» китабында баҫтыра

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. ↑ З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Һылтанмалар