Васильев Григорий Семёнович

Григо́рий Семёнович Васи́льев (1897 йылдың 22 сентябре, Ефремкин — 1943 йылдың 28 ғинуары, Нижнее Турово[d], Воронеж өлкәһе) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, уҡсылар полкы командиры, подполковник (1942). Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).

Биографияһы

Васильев Григорий Семёнович 1897 йылдың 22 сентябрендә Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы) Ефремкин ауылында тыуған[1]. Милләте — сыуаш. Башланғыс училище тамамлаған.

1918 йылдан Ҡыҙыл Армияла. Йыйылма Урал отряды походында, 1918—1920 йылдарҙа Көнсығыш фронттағы һуғыштарҙа, 1922 йылда Волочаевка операцияһында ҡатнаша. 1919 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1919 Ҡыҙыл Армия командованиеһы штабының Вятка совет пехота курстарын тамамлай. 1924 йылда Юғары берләштерелгән хәрби училищены тамамлай. 1929 йылда Көнсығыш тимер юлындағы алыштарҙа ҡатнаша. 1934 йылда М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академия тамамлай. 1938 йылда Хәсән күле янында һәм 1939 йылда Халхин-Гол йылғаһы буйында япон милитаристары менән ҡораллы конфликттарҙа ҡатнаша[2].

1941 йылдың октябренән Бөйөк Ватан һуғышының Көньяҡ-Көнбайыш, Брянск һәм Воронеж фронттарында хеҙмәт итә. 60-сы армияның 232-се уҡсылар дивизияһы 605-се уҡсылар полкы командиры. 1943 йылдың 24—28 ғинуарында Воронеж өлкәһе Верхненикольское, Яблочое, Кочетовка, Түбәнге Турово ауылдарын азат итеүҙә ҡатнаша[2].

1943 йылдың 28 ғинуарында Түбәнге Турово ауылы өсөн барған алыштарҙың береһендә һәләк була. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[1].

1943 йылдың 28 ғинуарында Воронеж өлкәһенең Хохол ауылы янындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылдың 12 декабрендәге 613-сө Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Васильев Григорий Семёновичтың исеме Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының Ефремкин ауылындағы урта дөйөм белем биреү мәктәбе дөйөм белем биреү автономиялы учреждениеһына бирелә[3].
  • Бийск ҡалаһында, Кочетовка һәм Түбәнге Туровола урта мәктәптәргә Васильев исеме бирелгән[4];
  • Бийск һәм Түбәнге Туровола уға һәйкәл ҡуйылған[1]
  • 2024 йылды Ефремкин ауылында Геройға бюст асыла[5].

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Звёзды доблести ратной: О Героях Советского Союза — новосибирцах / сост. Е. Д. Головин, Л. М. Живоглядова. — 2. — Новосибирск: Новосибирское книжное издательство, 1986. — 432 с.
  • Кузнецов И. И., Джога И. М. Золотые звёзды Алтая. — 1. — Барнаул: Алтайское книжное издательство, 1982. — 279 с.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. — Кн. 4. — Уфа, 1979.
  • Ашик М. В. Этергомский десант. — СПб., 2000.

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 И. Г. Тарасов. Васильев Григорий Семёнович (башҡ.). Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (4 февраль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 февраль 2026. (баш.)
  2. ↑ 1 2 3 Васильев Григорий Семёнович. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 февраль 2026.
  3. ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 12.12.2025 № 613 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (12 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 февраль 2026. (рус.)
  4. ↑ Васильев Григорий Семёнович. Чувашская энциклопедия. (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2026)
  5. ↑ В селе Ефремкино открыт памятник Герою Советского Союза Григорию Васильеву. Сетевое издание «Официальный сайт Всероссийской общественной организации «Боевое братство» (26 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 февраль 2026. (рус.)

Һылтанмалар