Гордеев Александр Семёнович
Александр Семёнович Гордеев (1903 йылдың 10 декабре, Әнйәк, Рухтин ауыл советы — 1975 йылдың 27 октябре, Дүшәмбе) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, танкка ҡаршы ҡорал тоҫҡаусы ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы. Еңеү парадында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 2‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
1903 йылдың 10 декабрендә Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе[1] Әнйәк ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2].
Башланғыс белем ала, йөк ташыусы булып эшләй. 1941 йылда Тажик ССР-ының Сталинабад районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1942 йылдың көҙөнән Бөйөк Ватан һуғышында. Сталинград һәм Дон өсөн алыштарҙа ҡатнаша. 1943 йылдың сентябренә гвардия ҡыҙылармеецы Александр Гордеев Үҙәк фронттың 61-се армия 7-се гвардия кавалерия корпусы 7-се гвардия кавалерия истребитель-танкыға ҡаршы дивизионында (рус.)баш. танкыға ҡаршы мылтыҡ тоҫҡаусы ярҙамсыһы була. Днепр өсөн һуғыш ваҡытында батырлыҡ күрһәтә[3].
1943 йылдың 26 сентябренән 27 сентябренә ҡарай төндә Гордеев өс танкыға ҡаршы мылтыҡ расчёты составында, дошмандың көслө утына ҡарамаҫтан, Белорус ССР-ының Гомель өлкәһе Брагин районы Нивка ауылы районында Днепр йылғаһы аша сығып, унда дошмандың һаны буйынса өҫтөнлөклө көстәре менән алышҡа инә. Ҡараңғылыҡтан файҙаланып, расчёт составындағы яугирҙар немецтарҙың траншеяһына һиҙҙермәй яҡын бара, ундағы дошман һалдаттарына граната ташлайҙар һәм траншеяны баҫып алалар, уны өҫтәмә көс килгәнгә тиклем тоталар.
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указы менән, «командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм немец илбаҫарҙары менән һуғышта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн», гвардия ҡыҙылармеецы Александр Гордеев «Советтар Союзы Геройы» тигән юғары исемгә лайыҡ була, уға Ленин ордены һәм 3003-се «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[4][5].
Еңеү Парадында ҡатнаша, Ҡыҙыл майҙан буйлап 7-се гвардия кавалерия корпусы байрағын тотоп үтә. Һуғыш тамамланғандан һуң демобилизациялана (рус.)баш.. Дүшәмбелә тимер юл вокзалы начальнигы урынбаҫары, артабан поезд начальнигы булып эшләй. 1975 йылдың 27 октябрендә вафат була, Дүшәмбе ҡалаһында ерләнә[3].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- СССР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1944);
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы;
- Ленин ордены 1944;
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
- миҙалдар.
Хәтер
Иҫкәрмәләр
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы.
- ↑ 1 2 3 Н. И. Черепанова. Гордеев Александр Семёнович. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (8 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (баш.)
- ↑ 1 2 Н. В. Уфаркин. Гордеев Александр Семёнович. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026.
- ↑ Гордеев Александр Семёнович. Сайт Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Навечно в сердце народном. 3-е изд., доп. и испр. Минск, 1984.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
- Сечкина Л. П. Твои Герои, Таджикистан. Душанбе, 1985.
- Славные сыны Башкирии. Книга 4. Уфа, 1979.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Гордеев Александр Семёнович (баш.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026).
- Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Гордеев Александр Семёнович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026).
- Федеральное государственное бюджетное учреждение культуры «Центральный музей Великой Отечественной войны 1941-1945 гг.» Музей Победы. Гордеев Александр Семёнович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026).
- Сайт Министерства обороны Российской Федерации «Память народа» Гордеев Александр Семёнович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026).
- Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Гордеев Александр Семёнович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026).
- Республиканский музей боевой славы. Официальный сайт. Гордеев Александр Семёнович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026).