Горячев Фёдор Степанович
Горячев Федор Степанович (рус. Горячев, Фёдор Степанович, 1905 йылдың 24 сентябре, Полибино[d], Алатыр өйәҙе[d], Сембер губернаһы[d], Рәсәй империяһы — 1996 йылдың 9 ноябре, Мәскәү) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, КПСС-тың Төмән, Калинин һәм Новосибирск өлкә комитеттарының беренсе секретары. Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Биографияһы
1905 йылдың 24 сентябрендә Сембер губернаһы Пореч ососо Алатыр өйәҙе Полибино ауылында (Хәҙерге Сыуашстандың Порецкий районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Комсомол эшмәкәрлеге
1924 йылдан комсомол эшендә: комсомолдың база ячейкаһы секретары, Сыуаш АССР-ы Порецкое ауылында комсомолдың олос комитеты секретары.
1926 йылдан — Сыуаш АССР-ы Алатырь районындағы өйәҙ комсомолының агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире, 1928 йылдан уҡытыусы, Алатырь ҡалаһында тимер юл мәктәбе директоры.
1934 йылда Мәскәү тау институтын[ru] (хәҙер МИСИС НИТУ-ның Тау институты) тамамлай. Шул уҡ йылда партияның Үҙәк комитеты ҡарары буйынса Башҡорт АССР-ына эшкә ебәрелә. 1934 йылдан 1936 йылға тиклем Башҡорт АССР-ы ВЛКСМ-дың Иглин районы комитеты секретары.
Сәйәси эшмәкәрлеге
1936 йылдан 1937 йылға тиклем — Иглин район башҡарма комитеты рәйесе, 1937 йылдан 1938 йылға тиклем — ВКП (б) Иглин район комитетының беренсе секретары, һуңынан — Башҡорт АССР-ы ВКП (б) Әлшәй район комитетының беренсе секретары, ВКП(б) Башҡортостан өлкә комитетының ауыл хужалығы бүлеге мөдире. БАССР юғары Советының беренсе саҡырылыш депутаты (Мишкә округынан һайлана, Мишкә районы, 1938 йыл).
1939 йылдан 1943 йылға тиклем Пенза өлкәһендә эшләй, ВКП (б) Пенза өлкә комитетының өсөнсө (1939—1940), һуңынан икенсе секретары (1940—1943) була. 1945 йылда Төмән өлкәһенә ебәрелә. 1945 йылдан 1951 йылдың декабренә тиклем — икенсе секретарь, 1951 йылдың декабренән 1955 йылдың декабренә тиклем — ВКП (б)/КПСС-тың Төмән өлкә комитетының беренсе секретары.
1955 йылдың декабренән 1959 йылдың ғинуарына тиклем — КПСС-тың Калинин өлкә комитетының беренсе секретары, 1959 йылдың 17 ғинуарынан 1978 йылдың 19 декабренә тиклем КПСС-тың Новосибирск өлкә комитетының беренсе секретары (1963 йылдың 14 ғинуарынан 1964 йылдың 22 декабренә тиклем өлкә комитетының ауыл һәм сәнәғәт комитетына бүленеүенә бәйле Новосибирск өлкә комитетын етәкләй).
Горячев Новосибирск өлкәһендә вазифала булған осорҙа СССР Фәндәр академияһының ВАСХНИЛ-дың (рус.)баш., СССР Медицина фәндәре академияһының ғилми үҙәктәре булдырыла, торлаҡ һәм метро төҙөлөшө башлана, Обь аша икенсе күпер төҙөлә.
КПСС Үҙәк комитеты ағзаһы (1952—1981), КПСС-тың XIX, ХХ, XXI (сираттан тыш), XXII, XXIII, XXIV һәм XXV съездары делегаты.
СССР Юғары Советының 49 саҡырылыш депутаты һәм РСФСР Юғары Советының 23 саҡырылыш депутаты. 1978 йылдың декабренән — союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер.
1996 йылдың 9 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була, Хованский зыяратында ерләнә[1].
Наградалары
- СССР Юғары Советы Президиумының 1972 йылдың 1 декабрендәге указы менән Хеҙмәтсәндәрҙе дәүләт пландарын үтәүгә мобилизациялау буйынса ҙур ҡаҙаныштары өсөн КПСС-тың Новосибирск өлкә комитетының Беренсе секретары Горячев Фёдор Степановичҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә Һәм Уға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.
- Дүрт Ленин ордены, Октябрь Революцияһы ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Халыҡтар Дуҫлығы ордены, шулай уҡ миҙалдар менән бүләкләнгән.
Иҫтәлек
- Новосибирскиҙа Новосибирск художество музейы бинаһына (элекке КПСС Өлкә комитеты, Ҡыҙыл проспект, 5-се йорт) Ф. С. Горячев хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- Фёдор Горячев иҫтәлегенә Новосибирсктың Киров районы урамдарының береһе уның исеме менән аталған.