Гриб Иван Евдокимович
Иван Евдокимович Гриб (1911 йылдың 4 марты, Яңы Ивановка, Өфө губернаһы — 1987 йылдың 23 ғинуары, Славянск[d], Донецк өлкәһе) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия пулемёт ротаһының взвод командиры, гвардия капитаны (1945). Советтар Союзы Геройы (1943).
Биографияһы
Гриб Иван Евдокимович 1911 йылдың 4 мартында Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Яңы Ивановка ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1]. Урыҫ.
1929 йылда педагогия йүнәлешле Дәүләкән туғыҙ йыллыҡ мәктәбен, артабан Өфөлә финанс-иҡтисад институтын тамамлай. 1933—1935 йылдарҙа армияла артдивизионда (рус.)баш. хеҙмәт итә. Алтай крайының Бийск ҡалаһында автобазала баш бухгалтер булып эшләй.
1941 йылдың 7 апрелендә ике айлыҡ хәрби сборға саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән төҙөлөш батальонының өсөнсө ротаһы икенсе взводы рядовойы званиеһында фронтҡа китә.
1943 йылда Одесса хәрби пехота училищеһын тамамлай һәм 73-сө гвардия Сталинград уҡсылар дивизияһының уҡыу батальоны пулемёт отделениеһы командиры итеп тәғәйенләнә. 1943 йылдан КПСС ағзаһы.
1946 йылдан капитан Иван Гриб — отставкала (рус.)баш.. 1959—1969 йылдарҙа ул саҡтағы Украина ССР-ы Донецк өлкәһенең[2] Славянск ҡалаһында йәшәй, арматура-изоляторҙар заводында диспетчер булып эшләй[1].
1987 йылдың 23 ғинуарында вафат була[1]. Славянск ҡалаһының Төньяҡ зыяратында ерләнә.
Батырлығы
73-сө гвардия уҡсылар дивизияһының гвардия айырым уҡыу батальоны пулемёт ротаһы взвод командиры (7-се гвардия армияһы, Дала фронты), гвардия кесе лейтенанты Гриб 1943 йылдың 25 сентябрендә дошман уты аҫтында беренселәрҙән булып Днепр йылғаһы аша сыға. Взвод, нығынып, батальонға (рус.)баш. һыу кисеүҙе тәьмин итә. Бородаевка (Днепропетровск өлкәһе Верхнеднепровский районы) ауылы өсөн яуҙа взвод ҡул һуғышында бик күп фашист һалдатын юҡ итә[3].
1943 йылдың 26 октябрендә «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1943)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (СССР) (26.10.1943)
- Ленин ордены
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, (06.04.1985)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (08.09.1943)
- Миҙалдар.
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Иван Евдокимович Грибтың исеме Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль (рус.)баш. районы Дәүләкән ҡалаһының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[5][6];
- 1990 йылдың 18 декабрендә Пермь ҡалаһындағы СССР-ҙың Госзнак фабрикаһы Советтар Союзы Геройы гвардия капитаны И. Е. Грибтың фотоһы менән художестволы маркалы конверт сығара;
- Дәүләкән ҡалаһының 1-се урта мәктәбе бинаһына Геройға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, уның исеме Дан Аллеяһында мәңгеләштерелгән[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Ғ. Һ. Булатов, А. Н. Пинтсон. Гриб Иван Евдокимович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026.
- ↑ Хәҙер Рәсәй Федерацияһының Донецк Халыҡ Республикаһы Славянский районы.
- ↑ Гриб Иван Евдокимович. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Гриб Иван Евдокимович. Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Гриб Иван Евдокимович (Тикшерелеү көнө: 10 ғинуар 2026)
- Республиканский музей боевой славы. Гриб Иван Евдокимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 ғинуар 2026)
- Союз поискового движения ПФО «Никто не забыт». Официальный сайт. Главная > Память и гордость в сердцах поколений > Наши герои: Гриб Иван Евдокимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 ғинуар 2026)
- ИА «Башинформ», 4 марта 2006 года. Как Гриб стал героем (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 ғинуар 2026)
