Дегтярь Николай Иванович
Николай Иванович Дегтя́рь (1916 йылдың 27 декабре, Котелевский район[d] — 1986 йылдың 3 авгусы, Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы) — хәрби хеҙмәткәр, Совет Армияһының гвардия полковнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, осоусы, экадрилья командиры. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
Дегтярь Николай Иванович 1916 йылдың 27 декабрендә Рәсәй империяһының Полтава губернаһы Шевченко ауылында (хәҙерге ваҡытта Украинаның Полтава өлкәһе Котелевский районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. зооветеринария (рус.)баш. техникумының өс курсын бөтә, уҡыуы тамамламайынса 1936 йылда Ҡыҙыл Армияғана хеҙмәткә саҡырыла. 1938 йылда Чугуев хәрби авиация училищеһын тамамлай һәм шунда уҡ летчик-инструктор булып хеҙмәт итергә ҡалдырыла[1].
1942 йылдың октябренән Бөйөк Ватан һуғышында, Көньяҡ-Көнбайыш, 1-се Украина фронттарында хеҙмәт итә[2].
1945 йылдың апреленә гвардия майоры Николай Дегтярь 1-се Украина фронтының 2-се һауа армияһы 2-се гвардия штурмлау авиакорпусы 5-се гвардия штурмлау авиадивизияһы 95-се гвардия штурмлау авиаполкының эскадрильяһы (рус.)баш. командиры була. Һуғыш барышында барлығы 116 хәрби осош һәм 14 разведка осошо яһай. Бер хәрби алышта ҡаты яралана. Дегтярҙың бомба-штурм һөжүмдәре дошманға етди зыян килтерә. 1942 йылдың 22 октябренән 1945 йылдың 17 апреленә тиклем 25 танк, 58 автомашина, 45 арба, яғыулыҡ менән өс, боеприпастар менән — дүрт келәт, төрлө калибрлы 21 орудие, бер тимер юл күпере, туғыҙ самолёт, 550 дошман һалдаты һәм офицеры юҡ ителә. Уның шәхси етәкселеге аҫтында эскадрилья 1430 уңышлы хәрби осош яһай, 85 танк, 650 автомашина, яғыулыҡ һәм боеприпастар менән 28 келәт, 10 бензоцистерна (рус.)баш., өс кисеү, 19 орудие, 24 самолёт, 2500 гитлерсыны юҡ итә[2].
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 июнендәге Указы менән «командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» гвардия майоры Николай Дегтярь «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә, уға Ленин ордены һәм 6041-се «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[3][2].
1947 йылда офицерҙар составын камиллаштырыу курсын тамамлай. 1956 йылда гвардия полковнигы званиеһында хәрби хеҙмәттән запасҡа китә[2].
1956—1972 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһындағы Бөтә Союз геофизика ғилми-тикшеренеү институты Волга‑Урал филиалының директор урынбаҫары, 1973—1984 йылдарҙа Октябрьский аэропорты начальнигы булып эшләй[1].
1986 йылдың 3 авгусында вафат була, Полтава өлкәһенең Котельва ҡалаһында ерләнә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы
- Ленин ордены
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы
- Өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
- Александр Невский ордены,
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
- бер нисә миҙал [2].
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Николай Иванович Дегтя́рҙың исеме Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының 10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе дөйөм белем биреү муниципаль (рус.)баш. бюджет учреждениеһына бирелә[4][5];
- Николай Дегтярь исеме Октябрьский ҡалаһының урамына бирелгән, Геройҙар аллеяһында уға бюст ҡуйылған. 1989 йылдың 3 сентябрендә Свердлов урамындағы ул йәшәгән 46-сы йортҡа мемориаль таҡтаташ беркетелә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Ғ. Һ. Булатов, Г. Т. Хөсәйенова. Дегтярь Николай Иванович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Н. В. Уфаркин. Дегтярь Николай Иванович. Международный патриотический интернет проект «Герои Страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Дегтярь Николай Иванович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- За мужество и отвагу. Харьков, 1984.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
- Славные сыны Башкирии. Книга 1. Уфа, 1965.
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Дегтярь Николай Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ғинуар 2026)
- Международный патриотический интернет проект «Герои Страны». Дегтярь Николай Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ғинуар 2026)