Исламов Динис Фәтхи улы
Исламов Динис Фәтхи улы, Динис Исламов (рус. Исламов Денис Фатхеевич; 1921 йылдың 15 декабре, Яңы Муса, Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе — 1973 йылдың 14 апреле, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — совет башҡорт яҙыусыһы, журналисы һәм прозаигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Биографияһы
1921 йылдың 15 декабрендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең Яңы Муса ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, артабан күрше Иҫке Муса ауылы мәктәбендә уҡый. 1936 йылда Өфөләге «Востоксталь» металлургия рабфагына уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң, ете йыллыҡ мәктәптәр өсөн тарих уҡытыусылары әҙерләй торған бер йыллыҡ курста уҡый.
1940 йылда Көйөргәҙе районының Таймаҫ урта мәктәбендә уҡыта башлай. Оҙаҡ та тормай, хәрби хеҙмәткә саҡырылып, Архангельскиҙәге хәрби инженерҙар училищеһына уҡырға ебәрелә.
Илдең төньяғында хеҙмәт иткән сағында Бөйөк Ватан һуғышы башлана һәм 1942 йылда фронтҡа алына. Ул Донбасс өсөн һуғыштарҙа, Днепрҙы кисеүҙә ҡатнаша, тәүҙә рота командиры, унан һуң уҡсылар полкы инженеры булараҡ, Одессаны азат итеүҙә, Днестр плацдармын алыуҙа, Белоруссия, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша.
1947 йылда демобилизациялана. Өфөгә ҡайтып «Кызыл таң» гәзитенә эшкә урынлаша. 1952 йылда Динис Исламовты икенсе тапҡыр хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Совет Армияһы сафынан ҡайтҡас, «Кызыл таң» гәзитендә эшләй. 1951—1955 йылдарҙа (өҙөклөк менән) — «Совет Башҡортостаны» гәзитенең махсус хәбәрсеһе. 1973 йылдың 14 апрелендә Өфөлә вафат була[1].
Ижады
Динис Исламов әҙәбиәткә шиғырҙар яҙып килә. 1947 йылда «Октябрь» журналында уның «Бригадир», «Ағиҙелдә боҙ китә» һ.б. шиғырҙары сыға, матбуғатта очерк һәм шиғырҙары баҫылып тора. 1950 йылдарҙа Динис Исламов проза жанрына күсә. «Ураҡ өҫтө» хикәйәһенән һуң үҙен прозаик итеп таныта. Был хикәйәһе «Гость из Кубани» тигән исем менән «Огонёк» журналында баҫылып сыға. «Беренсе көн» тип аталған тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1953 йылда донъя күрә. Динис Исламов артабан ауыл кешеләре тормошон, йәштәрҙең фиҙакәр хеҙмәтен, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтен, дуҫлыҡ һәм мөхәббәт тойғоларын еңелсә юмор менән һүрәтләгән хикәйәләр һәм повестар ижад итә. «Юлда», «Яҙ», «Беренсе көн», «Йәй башында» һәм башҡа хикәйәләре, «Ҡыҙҙар», «Өс осрашыу» повестары шундай йүнәлештә ижад ителгән. Айырыуса «Ҡыҙҙар» повесы Динис Исламовты киң ҡатлам уҡыусыға алып сыға. Был әҫәр башҡорт әҙәбиәтенә юморлы, лирик рухлы, киң ҡарашлы әҙип килеүен раҫлай. Д. Исламов артабан да повесть жанрында уңышлы ижад итә: «Ғүмер юлдары», «Ысын күңелдән һөйләшеү», «Зелов тауҙары», «Минең ауылдашым — Ибраһим ағай» кеүек заманы өсөн актуаль, социаль йәһәттән үткер әҫәрҙәре донъя күрә[1].
1959 йылда баҫылып сыҡҡан «Йомарт ер» романында 1950 йылдарҙың уртаһындағы ауыл тормошондағы үҙгәрештәр, шуға бәйле төрлө характерлы кешеләрҙең образы тыуҙырыла. Был әҫәр буйынса Башҡорт академия драма театрында «Ҡуштирәк, йәғни Йомарт ер» спектакле ҡуйыла.
Яҙыусы Бөйөк Ватан һуғышының иң дәһшәтле тәүге осорон һүрәтләгән «Мәскәү юлы» (1968) романы менән башҡорт романистикаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында «Көньяҡ ҡояшы» тигән романын яҙа, тик уны тамамларға өлгөрмәй.
Динис Исламовтың барлыҡ ижадына кеше яҙмыштарына иғтибар, психологизм хас.
Китаптары
- Исламов Д. Ф. Беренсе көн (баш.). — Өфө, 1953.
- Исламов Д. Ф. Ҡыҙҙар (баш.). — Өфө, 1955.
- Исламов Д. Ф. Девушки. — Уфа, 1957.
- Исламов Д. Ф. Йомарт ер (баш.). — Өфө, 1959.
- Исламов Д. Ф. Йылдар һәм юлдар (баш.). — Өфө, 1960.
- Исламов Д. Ф. Өс осрашыу (баш.). — Өфө, 1964.
- Исламов Д. Ф. Девушки. — Уфа, 1965.
- Исламов Д. Ф. Ысын күңелдән һөйләшеү (баш.). — Өфө, 1967.
- Исламов Д. Ф. Мәскәү юлы (баш.). — Өфө, 1968.
- Исламов Д. Ф. Три встречи. — Москва, 1969.
- Исламов Д. Ф. Зелов тауҙары (баш.). — Өфө, 1970.
- Исламов Д. Ф. Аға һыуҙар (баш.). — Өфө, 1971.
- Исламов Д. Ф. Три встречи. — Кишинёв, 1972.
- Исламов Д. Ф. Йылдар тауышы (баш.). — Өфө, 1981.
- Исламов Д. Ф. Әҫәрҙәр (баш.). — Өфө, 1986. — Т. 1.
- Исламов Д. Ф. Әҫәрҙәр (баш.). — Өфө, 1986. — Т. 2.[2].
Наградалары
- Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (22.12.1943[3]; 07.06.1945[4]);
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (13.04.1945)[5];
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (27.08.1944)[6];
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (22.02.1943)[7];
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (20.10.1942)[8][9].
Хәтер
- Шишмә районы Яңы Муса ауылы урамдарының береһенә Динис Исламов исеме бирелгән;
- Өфөлә Динис Исламов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Он познал всю тяжесть фронтовых дорог (К 90-летию со дня рождения писателя Диниса Исламова). 25 февраль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Исламов Динис. ebook.bashnl.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2026.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ К 100-летию Диниса Исламова. Официальный портал Республики Башкортостан (15 декабрь 2021).
Әҙәбиәт
- Вәхитов Ә. Х. Йылдар тауышы. // Ижади портреттар, Өфө, 1976й., 3—110-сы биттәр;
- Байымов Р. Н. Һалдат рухлы тормошсан ижад. // Д. Исламов. Әҫәрҙәр. I том. Өфө, 1986 й., 5—10-сы биттәр;
- Вәлиев Ә (Әкрәм Вәли). Уңышлы көн. — «Әҙәби Башҡортостан» журналы, 1955, № 3;
- Ғәбсәләмов З. Д. Исламовтың повесы һәм хикәйәләре. — «Әҙәби Башҡортостан» журналы, 1955, № 11;
- Коптяева А. Повесть о девушках. — «Литератуная жизнь» гәзите, 1958, 9 апрель;
- Латипов Р. «Ҡыҙҙар» повесы тураһында. — «Әҙәби Башҡортостан журналы», 1955 й., № 2;
- Хәкимов Ә. Х. Еңеү юлының башы. — «Ағиҙел» журналы, 1968 й., № 2;
- Баимов Р. Н. Послесловие к книге Д. Исламова. Уфа, 1974;
- Атнабаев Ә. Ҡ. Инеш һүҙ. // Д. Исламов. Йылдар тауышы. Өфө, 1981 й..
Сығанаҡтар
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр.
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.
- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 42 с. ISBN 5-295-02294-3.
- Он познал всю тяжесть фронтовых дорог (К 95-летию со дня рождения писателя Диниса Исламова). Романов В.
, 2016, 15 декабрь.