Хөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улы

Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов (рус. Гайса Батыргаре́евич Хусаи́нов; 1928 йылдың 10 апреле, Үтәгән, Башҡорт АССР-ы, Өфө кантоны2021 йылдың 27 июле, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет һәм Рәсәй ғалимы, әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), филология фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2008), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1980). Башҡорт АССР-ының (1976) һәм Рәсәй Федерацияһының (1992) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм Почёт (1999) ордендары кавалеры.

Биографияһы

1928 йылдың 10 апрелендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны[1] Үтәгән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2].

Урындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бер йыл Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә уҡығандан һуң, Өфөгә килеп, 9-сы мәктәп-интернатта урта белем ала. 1947—1951 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының[3] тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы уны Мәскәүгә аспирантураға ебәрә. 1954 йылда М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты аспирантураһын уңышлы тамамлай һәм, ошо уҡ йылда диссертация яҡлап, «филология фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала. 1954 йылдан бирле Өфөлә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 40 йыл тирәһе ошо институттың әҙәбиәт бүлеге мөдире була. 1970 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1991 йылда Башҡортостан Фәндәр академияһының академигы итеп һайлана.

1996—2001 йылдарҙа «Ватандаш» журналының баш мөхәррире булып эшләй.

Ғайса Хөсәйенов — йөҙәрләгән ғилми хеҙмәт авторы, киң профилле ғалим. Уның беренсе тәнҡит мәҡәләһе 1949 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға. Артабан ғалим С. Ҡудаш, Р. Ниғмәти, Д. Юлтый, М. Кәрим, М. Өмөтбаев ижадтарына арнап китаптар яҙа. Уның ғилми етәкселегендә башҡорт әҙәбиәте тарихының алты томлығы сыға.

Әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнәде. Ғалим Башҡорт АССР-ының (1976) һәм Рәсәй Федерацияһының (1989) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Заман. Әҙәбиәт. Әҙип» тигән китабы өсөн уға 1980 йыл республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелә.

Мәктәптәр өсөн программалар, дәреслектәр, хрестоматиялар төҙөү, яҙыусыларҙың һайланма әҫәрҙәрен әҙерләү буйынса ла әүҙем эшләй.

1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы. Уның тарихи проза өлкәһендәге ижады емешле. Әҙип «Ҡанлы илле биш» романын, «Алдар батыр Ҡиссаһы», «Пугачев фельдмаршалы» повестарын яҙа.

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереүҙәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн 2006 йылда үҙененең тыуған Ҡырмыҫҡалы районында Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияға лайыҡ була.

Йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша. Ул — Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы, тәнҡитселәр һәм шағирҙар секцияларының бюро, «Ағиҙел», «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Ватандаш», «Йәдкәр» журналдарының редколлегия, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы комиссияһы ағзаһы була.

Ғалим һәм яҙыусы 2021 йылдың 27 июлендә Өфөлә вафат була[2], тыуған ауылында ерләнә[4].

Ғилми хеҙмәттәре

Ғайса Хөсәйенов 50-нән ашыу монография, төрлө ғилми баҫмаларҙа һәм йыйынтыҡтарҙа 400 мәҡәлә, шулай уҡ дөйөм белем биреү мәктәптәре һәм юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр һәм хрестоматиялар, уҡыу ҡулланмалары авторы.

  • «Башҡорт совет шиғриәтенең ҡайһы бер мәсьәләләре» әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре йыйынтығы, 1957.
  • Монографиялары: «Сәйфи Ҡудаш ижады» (1959), «Халыҡ шағиры Ниғмәти» (1960), «Дауыт Юлтый. Тормошо һәм ижады» (1963), «Мостай Кәрим. Шәхес. Шағир. Драматург. Прозаик» (1994).
  • «Ваҡыт һәм шиғриәт» (1964), «Хәҙерге заман әҙәбиәте донъяһында» (1973), «Шағирҙар» (1981), «Быуаттар тауышы» (1984) һ. б. хеҙмәттәре
  • «Башҡорт совет шиғриәтенең үҫеш юлдары» монографияһы (1968)
  • «Ваҡыт. Әҙәбиәт. Яҙыусы» китабы (1978). Ошо һайланма хеҙмәттәр китабы өсөн Ғ. Хөсәйенов С. Юлаев исемендәге Республика премияһы менән бүләкләнде.
  • «Башҡорт шиғриәте» монографияһы (1982)
  • «Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы» (Уфа, 1967), «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» күп томлы баҫма.
  • Башҡорт халҡының күренекле шәхестәре тураһында китаптары: «Ризаитдин Фәхретдинов», «Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев», «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» (2000).

Әҫәрҙәре

Ғайса Хөсәйенов яҙыусы булараҡ тарихи прозаға һәм эссеистикаға өҫтөнлөк бирә.

  • Хөсәйенов Ғ. Б. Батырҙар ҡиссаһы: Тарихи проза: повестар һәм хикәйәләр (баш.). — Өфө: Китап, 1986. — 296 с.
  • Хөсәйенов Ғ. Б. Сәйәхәт дәфтәре (баш.).
  • Хусаинов Г. Б. Фельдмаршал Пугачёва. — Уфа: Китап, 1993. — 272 с.
  • Хөсәйенов Ғ. Б. Ҡанлы илле биш (баш.). — 1996.
  • Хөсәйенов Ғ. Б. Батырша (баш.). — 2005.
  • Хөсәйенов Ғ. Б. Тормош (баш.). — Өфө: Китап, 1990. — 320 с. — ISBN 5-295-00463-5.
  • Хөсәйенов Ғ. Б. Рудасы Исмәғил Тасим улы (баш.).
undefined

Тормошо, ғилми эшмәкәрлеге һәм ижады тураһында

  • Хусаинов Г. Библиографический справочник. — Уфа, 1986.

Хәтер

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы
  2. 1 2 3 Хөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (22 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2026. (баш.)
  3. Хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты
  4. Өфөлә күренекле ғалим һәм яҙыусы Ғайса Хөсәйенов арабыҙҙан китте. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (28 июль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2026. (баш.)

Сығанаҡтар

  • Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. Писатели земли башкирской. — Уфа: Китап, 2006. — С. 168, 169. — 496 с. — ISBN 978-5-295-03766-5. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2026);
  • Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. Писатели земли башкирской. — Уфа: Китап, 2015. — С. 225, 226. — 496 с. — ISBN ISBN 978-5-295-06338-1. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2026);
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Гиният Кунафин. Учёный-энциклопедист нашего времени // Ватандаш. (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар