Ибрай (исем)

Викидата элементы юҡ

Ибрай — башҡорт ир-ат исеме.

Этимология

Ибрай исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Ибраһим пәйғәмбәр исеменең ҡыҫҡартылған варианты[1][2].

Билдәле кешеләр

Ибрай Алтынсарин (ҡаҙ. Ыбырай Алтынсарин) (20 октябрь) (1 ноябрь) 1841 — 17 июль (29 июль) 1889) — ҡаҙаҡ педагог-мәғрифәтсеһе, яҙыусы, фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре, этнограф. Әсбаптар авторы («Казахская хрестоматия» (1879; 2 баҫмаһы — 1906) һәм «Начальное руководство к обучению казахов русскому языку» (1879), мәҫәлдәр һәм хикәйәләр авторы, Л. Н. Толстой, И. А. Крылов әҫәрҙәрен тәржемә итеүсе.

Иҫкәрмәләр

  1. Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
  2. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ