Иҫке Мөкмин
Иҫке Мөкмин (Мөкмин, Тамьян; рус. Старомукминово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Әсекәй районындағы ауыл. Иҫке Мөкмин ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Географик урынлашыуы
Оло Кинәл йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
Тамъян ҡәбиләһе башҡорттарының ауылы. Тамъян шәжәрәләренең береһенә ярашлы, ауылға нигеҙ һалыусы Мөьмин (Мөкмин) һәм уның улдары Ғабдрахман, Ҡорбанғәли, Хисаметдин, Вәлит, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе һәм Мәләүез райондарының тамъян башҡорттарының ауылдары (Төкән, Түләк, Илкәнәй, Бәләкәй Илкәнәй (Бәләкәй Муса), Моҡас, Муса (Иҫке Муса)) халҡы менән туған булғандар[2].
Ырымбур губернаһы (1851 йылдан Һамар губернаһы) Боғорослан өйәҙе ҡарамағында була. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 4-се бүлегенә керә[3].
1900 йылда 3 һыу тирмәне, 1 мәҙрәсә, 2 мәсет теркәлгән[3].
Иҫке Мөкмин ауылы халҡы күрше Шаммас һәм Игенселәр ауылдарына нигеҙ һалған[3].
Халыҡ һаны
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ Башкирские родословные / [Составление, предисловия, пояснения к переводу, перевод на русский язык, послесловие Р. М. Булгакова, М. X. Надергулова; указатели, факсимиле Р. М. Булгакова]. 2-е изд., испр. и доп. — Уфа: Китап, 2016. — С. 129-134. — 480 с. — ISBN 978-5-295-06373-2.
- ↑ 1 2 3 4 История башкирских родов. Тамъян. Том 32. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 186-188, 193. — 728 с. — ISBN 978-5-295-070558-7.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.