Күҙәбай улусы

Күҙәбай улусы (рус. Кузябаевская волость) — Һамар губернаһы Николаевск өйәҙенә ингән административ-территориаль берәмек.

Административ үҙәге — Күҙәбай ауылы (хәҙер Һарытау өлкәһенең Перелюб районы биләмәһенә инә).

Улуста башлыса мосолман башҡорттар йәшәгән.

Совет власы урынлашҡанға тиклем Рәсәй империяһына хас административ-территориаль берәмек — улус идаралары булған.

Һамар губернаһы өйәҙҙәре картаһынан күренеүенсә, 1912 йылда улус ике өлөштән торған. Төп өлөшө Кәмәлек йылғаһы буйлап һуҙылған[1].

Улус составы

Торама пункттар (утарҙар инмәгән)Халҡы (1889 йыл)[2]Халҡы (1897 йыл)[3]Халҡы (1910 йыл)[4]Күпселек милләт, дине (1910)Хәҙерге хәле
1Акирово ауылы278221311башҡорттар, мосолмандарюҡҡа сыҡҡан
2Байғондо ауылы297391415башҡорттар, мосолмандарауылы, Перелюб районы, Һарытау өлкәһе, Рәсәй
3Бобровый Гай (Бәгәнәш, Ҡондоҙло) ауылы481510515башҡорттар, мосолмандарауыл, Пугачёв районы, Һарытау өлкәһе, Рәсәй
4Ғабдулла ауылы478531591башҡорттар, мосолмандарюҡҡа сыҡҡан
5Ишембай ауылы343375422башҡорттар, мосолмандарюҡҡа сыҡҡан
6Күсембәт ауылы306349350башҡорттар, мосолмандарКүсембәт ауылы, Перелюб районы, Һарытау өлкәһе, Рәсәй
7Күҙәбай ауылы429466409башҡорттар, мосолмандарауыл, Перелюб районы, Һарытау өлкәһе, Рәсәй
8Ҡунаҡбай ауылы255284310башҡорттар, мосолмандарутар, Перелюб районы, Һарытау өлкәһе, Рәсәй
9Мәҡсүт ауылы577515656башҡорттар, мосолмандарауыл, Пугачёв районы, Һарытау өлкәһе, Рәсәй
10Ураҙай ауылы305316325башҡорттар, мосолмандарюҡҡа сыҡҡан
11Черниговка ауылы923Түбәнге Покров улусына күсерелгән Түбәнге Покров улусына күсерелгәнауыл Новочерниговка, Озинки районы, Һарытау өлкәһе, Рәсәй
12Солянка ауылы1414Солянка улусына күсерелгән Солянка улусына күсерелгәнауыл, Озинки районы, Һарытау өлкәһе, Рәсәй
13Таловая ҡасабаһы753Түбәнге Покров улусына күсерелгәнТүбәнге Покров улусына күсерелгәнТаловая ауылы, Зеленовский районы, Ҡаҙағстан

Иҫкәрмәләр

  1. Карта уездов Самарской губернии издания губернского земства 1912 г.
  2. П. В. Кругликов. Һамар губернаһы торама пункттары исемлеге, 1889 йылғы мәғлүмәттәр. — Самара: Тип. И. П. Новикова, 1890. — С. 191.
  3. Протопопов И. А. Һамар губернаһы торама пункттары исемлеге, 1900 йыл. — Самара: Губернская типография, 1900. — С. 459-462. — 520 с.
  4. Н.Г. Подковыров. Һамар губернаһы торама пункттары исемлеге. 1910 йыл. — Самара: Губернская типография, 1910. — С. 274-275. — 425 с.


Ҡалып:Ru-gub-stub