Монсон Джеффри Уильям
Дже́ффри Уи́льям Мо́нсон[2] (ингл. Jeffrey William Monson; 1971 йылдың 18 ғинуары, Сент-Пол[d][1][3]), Джефф Монсон (ингл. Jeff Monson) булараҡ билдәле — Америка һәм Рәсәй актёры, спортсыһы. Ҡатнаш хәрби алыштарҙа һәм Бразилия джиу-джитсуһы буйынса сығыш яһай. Ике тапҡыр ADCC Submission Wrestling World Championship еңеүсеһе, Бразилия джиу-джитсуһы буйынса донъя чемпионы. Ҙур ауырлыҡта UFC чемпионы титулына элекке дәғүәсе.
2018 йылдың 9 сентябренән «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Красногорск ҡала округы депутаттары Советы депутаты[4]. 2022 йылдан Башҡортостандың Спорт көрәше федерацияһы вице-президенты[5].
2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[6].
Биографияһы
Джефф Монсон 1971 йылдың 18 ғинуарында АҠШ-тың Миннесота штатында Сент-Пол ҡалаһында тыуа. Иллийонс штаты университетын тамамлай. Мәктәптә һәм вузда уҡыған йылдарында көрәш менән шөғөлләнә һәм төрлө төбәк ярыштарында ҡатнаша. Һуңынан грэпплинг менән мауығып китә һәм был төр буйынса юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.
2013 йылдың 22 мартында Джефф Монсон АҠШ гражданлығын Рәсәй Федерацияһы гражданлығына алмаштырырға әҙер булыуын белдерә[7]
2014 йылдың 7 сентябрендә Джефф рингҡа сыҡҡанда «Вставай, Донбасс» гимны уйнатыла[8].
2015 йылдың 20 ноябрендә үткән турнирҙа уның Рәсәй гражданлығы алыуы тураһында иғлан ителә[9], әммә һуңыраҡ бының пиар алымы ғына булыуы асыҡлана[10].
Джефф үҙе быға түбәндәгесә аңлатма бирә[11]:
Они поторопились просто, я вышел на бой в майке с надписью: «Я россиянин», но я имел в виду, что внутри я себя русским чувствую. А официального паспорта нет ещё, я жду подписи пока.
Рәсәй гражданлығы 2015 йылдың декабрендә хуплана һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдың 28 майындағы Указы менән раҫлана[12][13].
2016 йыл башында «Танцы со звёздами» шоу-проектында ҡатнашырға саҡырыла һәм актриса Мария Смольникова менән бейей.
2016 йылдың 10 сентябрендә үҙ-үҙен иғлан иткән Луганск Халыҡ Республикаһы гражданлығын ала[14][15][16]. Шулай уҡ ЛХР Эске эштәр министрлығының «Эске эштәр органдарына ярҙамы өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[17]. Шул уҡ йылдың 6 октябрендә «Абхазиялағы алыш» OFS-9 ҡатнаш алыштар турнирында Абхазия Республикаһының почётлы гражданы исеменә лайыҡ була[18]. 2018 йылда «Зоркий» спорт клубы" автономиялы коммерцияға ғарамаған ойошмала физик әҙерлек буйынса тренер булып эшләй. Алтай бизнесмены Владимир Кутьевтың партнеры[4].
2023 йылдың 15 февралендә Джефф Монсон АҠШ гражданлығынан баш тартырға ҡарар итеүе тураһында белдерә.
Ҡатнаш алыштар
Тәүге 8 йыл:үргә юл
UFC-та көс һынау
Ҡатнаш хәрби алышҡа 26 йәшлек Джефф 1997 йылда килә. Тәүҙә уның карьераһы бигүк уңышлы булмай. Әммә ADCC версияһы буйынса грэпплинг буйынса чемпионатта сағыу еңеүе уға ҡатнаш алыштың алдынғы донъя ойошмалары менән контракт төҙөүгә юл аса. Ләкин өс алыштың икеһендә еңелеп: Тима Лайчикты еңә (UFC 27) мәрәйҙәр буйынса Чак Лидделлуға (UFC 29) һәм Рикко Родригесҡа ТКО (UFC 35) еңелеп, абруйы түбәнерәк турнирҙарға тәжрибә тупларға юллана.
Оҫталыҡ ҡына етмәгәс, Монсон һуғыу техникаһына ҙур иғтибар бирә, 2004 йылда хатта профессиональ рингта бокс буйынса өс алышта ҡатнаша: икеһендә еңә, береһе тигеҙ иҫәп менән тамамлана. 2003 йылдың июленән алып Джефф рәттән 13 алышта еңә, икенсе дәрәжәләге ойошмаларҙың (CWFC, SportFight һәм XFC) чемпион титулдарын яулай. Яуланған уңыштары уға 2006 йылдың февралендә UFC -ҡа ҡайтыу мөмкинлеген бирә.
Юғары лигала
UFC-ҡа ҡайтыу
Брэнден Ли Хинклды еңеп, 2006 йылдың апрелендә Джефф бразилиялы Марс Крусҡа ҡаршы сыға. Крус Бразилия джиу-джитсуһы буйынса өс тапҡыр һәм ADCC версияһы буйынса грэпплинг буйынса донъя чемпионы була. Ике ай элек кенә UFC экс-чемпионы Фрэнк Мирҙы сенсацион еңеп, күптәр тарафынан яңы суперйондоҙ булараҡ ҡабул ителә. Ләкин Монсон көслөрәк була. UFC-ҡа кире ҡайтҡандан алып өсөнсө еңеүе (Энтони Перош) Джеффҡа 2006 йылдың ноябрендә Тим Сильвия менән чемпион титулы өсөн көрәшеү мөмкинлеген бирә. Әммә планка Монсон өсөн бик юғары була — биш раундлыҡ алышта судьялар еңеүҙе ғәмәлдәге чемпионға бирергә ҡарар итә.
Pride FC
Титуллы алыштағы уңышһыҙлығынан һуң донъялағы икенсе эре ойошма — Pride FC-ға күсергә була. 2007 йылдың апрелендә дебют алышында Японияның көслө көрәшсеһе Кадзуюки Фудзитаны еңә. Әммә тиҙҙән Pride FC йәшәүҙән туҡтай, Монсон ҡабат түбәнерәк кимәлле ойошмаларға әйләнеп ҡайта.
2007—2009 йылдар
Джефф Монсон 2 йылда 10 алыш үткәреп, уларҙың 8-дә еңә, 2-һендә еңелә. Юғары кимәлдә тәжрибәле хәүефле яугир урынын биләһә лә, әммә "юғары лига"ла уға урын булмай. 2007 йылдың сентябрендә Монсон Педро Хиззонан еңелә (өсөнсө раундта ТКО) һәм 2009 йылдың сентябрендә реванш алырға теләй. Тағы бер еңелеүҙе планетаның иң яҡшы ауыр түләге Джош Барнетт менән алышта кисерә. Монсон бары тик артыҡ көслө булмаған көнәркәштәрен (Сергей Маслобоев, Джимми Амбриц, Хаким Горам) һәм ҡасандыр көслө булып, инде ветеран сафына баҫыусыларҙы (Марк Керр, Рикко Родригез) ғына еңә. Монсондың иң етди оппоненты тип Рой Нельсонды (еңеү бәхәсле) һәм алыштың икенсе минутында быуылған Сергей Харитоновты атарға мөмкин.
2009 йылдың сентябрендә Джефф Монсон менән матч-реваншта Хиззо тағы ла еңеү яулай. Һуңынан ул алышҡа 10 көн ҡалғас терһәге менән проблема килеп сығыуын, шул сәбәпле «Бразилия фанаттары лайыҡ булған» нокаутҡа ебәрә алмауын белдерә.
Шул уҡ ваҡытта грэпплинг донъяһында Монсон, абруйлы ADCC федерацияһында сығыш яһамайынса түбәнерәк баҫҡыста торған FILA-ға өҫтөнлөк бирһә лә, билдәле фигура булып ҡала.
2010—2016 йыл
9 алыштың 7-һендә еңнү яулай, 2-һендә: Трэвис Виуффтан һәм Рәсәй яугиры Шамил Абдурахимовтан еңелә. Монсон фаворит тип һаналыуға ҡарамаҫтан, Шамил өсөн судьялар бер тауыштан ҡарар сығара һәм ул Гран-Приҙың икенсе раундына үтә.
Strikeforceлағы сығышы
2011 йылдың 18 июнендә Strikeforce: Overeem vs. Werdum шоуы сиктәрендә Американың иң ауыр ауырлыҡ үлсәмендәге яугирҙары Джефф Монсон (42-12) менән Даниэль Кормье (7-0) араһында алыш үтә. Монсон йәрәхәт алған Шейн Дель Росарионы алмаштыра. Кормье өс раунд һөҙөмтәләре буйынса ла бер тауыштан еңеүсе була[19].
2011 йылдың 9 октябрендә Бирмингем (Англия) ҡалаһында Монсон беренсе раунд һуңында Пол Тейлорҙы еңә. Алыш уның Федор Емельяненко менән алышына әҙерлек барышында үтә[20].
Федор Емельяненко менән алыш
2011 йылдың 20 ноябрендә Мәскәүҙә Джефф Монсон Фёдор Емельяненко менән алыша. Өс раунд һөҙөмтәләре буйынса Федор еңеү яулай.
Олейник менән беренсе алыш
2012 йылдың 15 мартында Санкт-Петербургта M-1 Challenge 31 ҡатнаш алыштар буйынса турнирҙа Джефф Монсон (44-13) Алексей Олейникты (29-8-1) еңә. Алыштың күп өлөшө партерҙа үтә, унда Джефф ҙур булмаған өҫтөнлөккә эйә була. Олейник аяғөҫтө бер нисә уңышлы һуғыу яһай, уның береһе Монсонды яралай. судьялар өс раунд һөҙөмтәләре буйынса айырым ҡарар менән еңеүҙе Монсонға бирә[21].
2012 йылдың 11 майында Парижда (Франция) рингта француз Шабан Ка менән осраша. Алыш 100 % Fight 11- Explosio турниры сиктәрендә аҙ билдәле ойошма эгидаһы аҫтында үтә. Өс раунд һөҙөмтәләре буйынса судьялар тигеҙ иҫәп сығара, уларҙың ҡарары әлегәсә күп һорауҙар тыуҙыра.
2012 йылдың 18 майында Сиднейҙа (Австралия) Яңы Зеландиянан Джиа Йоркты еңә (15-5). Судьялар ҡарарҙы бер тауыштан сығара.
2012 йылдың 21 июнендә Санкт-Петербургта Джефф Монсон Денис Комкин менән алыша һәм еңеү яулай. Алышҡа АҠШ гражданины СССР гимны оҙатыуында сыға[22][23].
Александр Емельяненко менән алыш
2012 йылдың 15 ноябрендә Санкт-Петербургта Джефф Монсон менән Александр Емельяненконың алышы үтә. Монсон икенсе раундтың дүртенсе минутында еңеү яулай[24]. Александр Емельяненко рингтан Монсон менән тағы ла бер алыш үткәрергә теләүен белдерә. Джефф аныҡ ҡына яуап бирмәй, бары тик рустарҙы ихтирам итеүен белдерә[25].
Үҙенең ғәҙәтенә тоғро ҡалып, был юлы Монсон алышырға «Любэ» Рәсәй төркөмөнөң «Комбат» йыры оҙатыуында сыға һәм тамашасыларҙың алҡышына лайыҡ була[26].
2012 йылдың 24 ноябрендә Бусан ҡалаһында (Көньяҡ Корея) судьялар ҡарары буйынса Донг Кук Кангты еңә. Алыш Road FC 10 турнирының иң төп ваҡиғаһы була.
2013 йылдың 9 мартында Женевала (Швейцария) Strength & Honor Championship 7 турнирында икенсе раундта Дражен Форгачты еңә.
Магомед Маликов менән алыш
2013 йылдың 8 июнендә Ингушетияла Джефф Монсон Рәсәй спортсыһы, дағстанлы, Александр Емельяненко менән Алексей Олейникты еңеүе менән билдәле Магомед Маликов менән алыша. Алыш икенсе раундта Монсон яра алыу сәбәпле туҡтатыла, еңеү Магомедҡа бирелә[27]. Әммә һөҙөмтә бик күп һорауҙар тыуҙыра.
Олейник менән реванш
2013 йылдың 20 июнендә Харьковта Оплот шоуы үтә, уның төп алышында Алексей Олейник менән Джефф Монсон осраша. Алыш буйына Олейник дәғүәсеһенән өҫтөнлөклөрәк күренә Ближе к концу второго раунда Алексей Джеффты аяғөҫтө килеш бер нисә һуғыу менән ҡаҡшата, һөҙөмтәлә Монсон йығыла. Олейник уны арттан быуыу алымы менән еңеп ҡуя. Монсон өсөн был ике аҙнанан да кәмерәк ваҡытта икенсе алыш була.
2013 йылдың 16 сентябрендә Санкт-Петербургта «Новая История» турнирында Джефф Монсон Денис Комкинға ҡаршы сыға һәм өс раунд һөҙөмтәләре буйынса судьяларҙың фекере айырылһа ла, еңеү яулай.
Сатоши Ишии менән алыш
2013 йылдың 20 октябрендә Санкт Петербургта Джефф Challenge 42 турнирында дзюдо буйынса Олимпия чемпионы Сатоси Исии (Япония) менән алыша һәм мәрәйҙәр иҫәбе буйынса еңелә.
2013 йылдың 2 ноябрендә Кент ҡалаһында (Вашингтон штаты) Cage Warrior Combat 9: Hayes vs. Monson туринры үтә. Алыш буйына Джефф Монсон Майк Хэйсты партерға сығарырға тырыша, әммә ул ысҡынып, теүәл һуға. 3-сө раунд уртаһында һул аяғы менән аныҡ хай-кик эшләп, Хэйс Джеффтың башына йығытҡансы тибә. Монсон йығылғас, Хэйс уға ташлана, әммә рефери, Монсондың нокаутта икәнлеген күреп, алышты туҡтата. Сенсацион еңеү Майк Хэйсҡа эләгә.
2014 йылдың 22 мартында Diamond Fight — Дуҫлыҡ турнирында урындағы яугир Шахмарал Джетписовтан еңелә. Алыш форматы 5-әр минутлыҡ ике раундтан торһа ла, ваҡыт үткәндән һуң еңеүсе асыҡланмағас, өсөнсө өҫтәмә ваҡыт бирелә. Ныҡ йонсоған 43 йәшлек Монсондың башына бер нисә тапҡыр эләгә һәм ул нокаутҡа китә[28].
2014 йылдың 4 апрелендә Ырымбурҙа M-1 Challenge 47 турнирында Джефф Монсон һәм француз Шабан Каның реваншы була. Монсон беренсе раундта техник нокаут менән еңелә. Был уңышһыҙлыҡ 43 йәшлек Монсон өсөн, Комкин менән күрһәтмә алышты иҫәпләмәгәндә, рәттән 5-се еңелеү була[29].
50-се еңеү
29 августа 2014 йылдың 29 авгусында Fight Times Promotions' турниры сиктәрендә Флоридала Кевин Бруксты еңә. Алыш оҙаҡ бармай — беренсе раундта уҡ «Снеговик» үҙенең «төньяҡ-көньяҡ» («север-юг») алымын күрһәтеп, дәғүәсеһен бирелергә мәжбүр итә. Алыштың дөйөм ваҡыты — 1 минут 8 секунд. Был — Монсондың карьераһындағы 50-се еңеүе.
2014 йылдың 5 сентябрендә ММА ҡағиҙәләре буйынса 70-се алышын үткәрә. Был юлы уның дәғүәсеһе Мордовиянан Дмитрий Титков була. Алыш Fight Stars: Saransk vs. Penza турнирында үтә, 10-ар минутлыҡ 3 раундтан тора. Монсондың баҫымына ҡарамаҫтан, Дмитрий үҙен ышаныслы тота һәм алыштан йылдам ялтанып, көнәркәшенә һөжүм итә. Һөҙөмтәлә, мәрәйҙәр буйынса, Дмитрий Титков еңә[30].
2014 йылдың сентябренән 2015 йылдың февраленә тиклем Монсон 5 алыш рәттән сабмишен менән, шул иҫәптән 3 тапҡыр үҙенең яратҡан «север-юг» алымы менән еңеү яулай.
2015 йылдың 3 апрелендә Fight Time 24: MMA Kings в Fort Lauderdale, Florida, United States турнирында бишенсе раундта американ D.J. Linderman (16-9) еңә.
30 апрелдә Ҡаҙағстан яугиры Евгений Егембердиевтан (1-0) еңелә[31].
6 июндә Хабаровскиҙа ҡатнаш алыштар буйынса турнирҙа — ММА буйынса «Мэр кубогы» Евгений Ерохиндан еңелә. Алыштың беренсе минуттарынан уҡ Монсондың әҙер булмауы асыҡлана. Икенсе раундта Евгений бер нисә һуғыу менән алышты туҡтата.
6 сентябрҙә Монсон йыл һайын ойошторолған Fightspirit Championship 5 халыҡ-ара турнирында өс раунд мәрәйҙәре буйынса Денис Комкинды еңә[32].
19 сентябрҙә Бишкәк ҡалаһында ҡатнаш алыш буйынса Jush kuch fighting championship турнирында ҡырғыҙ Замирбек Сыргабаевтан еңелә[33]. Монсон рингҡа Рәсәй флагы менән сыға һәм бишәр минут тулы раунд үткәрә.
26 сентябрҙә Мәскәүҙә ҡағиҙәләрһеҙ алыш буйынса «Щит-Пересвет-2» турнирында Рязандән Николай Савилов («Арта» клубы) алыш буйына өҫтөнлөктә килеп, гонгтан һуң ятҡан Монсонға тибә һәм шуның өсөн ваҡыты сикләнмәгән дисквалификация алып, автоматик рәүештә еңелгән тип баһалана.
20 ноябрҙә, Рәсәй гражданлығын биреүҙе һорап мөрәжәғәт иткән Монсон, Мәскәүҙә Octagon Fighting Sensation 6 турнирында Константин Скрелюҙы үҙенең яратҡан адымы менән еңә.[34]
25 декабрҙә беренсе тапҡыр Рәсәй флагы менән сығыш яһаған Джефф Монсон Mix-Fight-Combat версияһы буйынса титуллы һаналған алышта 23 йәшлек камерунлы Дональд Нджатахуға ҡаршы сыға. «Арена-Химки»ҙа барған алыш тулы раунд та бармай. Камерунец 1-се раундта уҡ 44 йәшлек Джефты нокаутҡа ебәрә һәм еңеү яулай[35].
2016 йылдың 19 мартында Джефф Монсон (59-25-1) Һарытау өлкәһендә Fight Stars 2 турнирында үҙенең яратҡан «север-юг» алымы менән беренсе раундта 27 йәшлек Антон Лотковты еңә (1-1). Был — уның Рәсәй флагы аҫтында беренсе еңеүе[36].
Штырков менән алыш
2016 йылдың майында 45 йәшлек Джефф Монсон Рәсәйҙең йәш яугиры Иван Штырков менән алыша. Алыш башланып, ярты минуттан Штырковтың еңеүе менән тамамлана. Өс көндән һуң Монсон ойоштороусыларҙың ғәҙелһеҙлеге тураһында белдерә. Уның һүҙҙәренсә, ул йәрәхәте сәбәпле тулы көсөнә алыша алмауы тураһында ойоштороусыларҙы иҫкәртеүен һәм рингта бары тик күрһәтмә алыш ҡына үткәрергә ризалаша[37].
Октябрь 2016
10 октябрҙә Джефф Монсон Невинномысскта грэплинг буйынса алышта ММА буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы булған һәм 200 алыш үткәргән американ Шеннон Ритчты еңә[38]. Монсон рингҡа Рәсәй флагы менән «Ты неси меня, река» йыры оҙатыуында сыға. 10 минутлыҡ раунд уртаһында Ритчтың ҡулына ауырттырыу алымы ҡуллана һәм ул бирешә. Алыштан һуң Монсон ойоштороусыларға рәхмәт һәм Рәсәйгә һөйөүен белдерә.
22 октябрҙә үткән «Industrials. Battle in Belgorod» турнирында яугир һәм ринг-анонсер Алекс Кардо 1-2 Джефф Монсонға ҡаршы сыға. Алыш башланғас та «Бизон» ҡушаматлы Алекс бер нисә тапҡыр "Снеговик"ка ташланып ҡарай, әммә һөҙөмтәһеҙ. Икенсе раундта Джефф алышты партерға сығара һәм үҙенең яратҡан алымын ҡуллана. Судья алышты туҡтатырға мәжбүр була[39].
2017 йылдың мартында грэпплинг буйынса рәсәйле Николай Савилов менән реванш үткәрә (3-2). Матч Рязандә ойошторола һәм 10 минут дауам итә. Еңеүсе ҡаршы яҡтарҙың береһе бирелгәндән һуң ғына иғлан ителә. Савилов та, Монсон да бер генә ауыртындырыу йәки быуыу алымын да талап ителгәнсә эшләй алмай һәм судьялар тигеҙ иҫәп иғлан итә.
Октябрь 2022
2022 йылдың 29 октябрендә Хабаровскиҙа состоялся турнир промоушена Draka промоушены турниры үтә. Төп алышта ике ветеран — Джефф Монсон менән Александр Ильясов осраша (3-2). Sherdog белдереүенсә, уларҙың һуңғы алышы 2012 йылдың ноябрендә була. Алыш икенсе раундта тамамлана. Монсон Ильясовтың аяғынан эләктереп ауҙарырға тырыша, әммә ул артҡа һикереп, ҡотола, һуңынан тибеп ебәрә. Ильясовтың аяғы Монсондың яңағына эләгә. был алым тыйылған була. монсонды рингтан носилкаларҙа алып сығалар, ә алыш үтмәне тип таныла[40].
Йоҙроҡ һуғышы һәм башҡа ҡағиҙәләр буйынса алыш
Джефф Монсон 2022 йылдың 23 февралендә Мәскәүҙә үткән «Рәсәй Америкаға ҡаршы» турнирында йоҙроҡ һуғышында Александр Емельяненконан еңелә. Алыш икешәр минутлыҡ өс раундтан тора. Судьялар бер тауыштан 40 йәшлек Емельяненконы еңеүсе тип таный. 51 йәшлек Монсондың бите алыш ваҡытында етди йәрәхәтләнә. Беренсе раундта ул нокдаунда була, әммә алышты артабан дауам итә ала. Еңелгәндән һуң Монсон Емельяненконың был алышта көслөрәк булыуын таный. Шулай уҡ ул рәсәй көйәрмәндәренә рәхмәт белдерә.
Инаныуҙары
Джефф Монсон бер интервьюһында: «Мин — анархист, йәмғиәттә тигеҙһеҙлек тыуҙырған синыф иерархияһын һәм институттарҙы бөтөрөргә теләүсе», — тип белдерә[41]. Джефф Донъяның индустриаль эшселәре ойошмаһында тора, уның бағымсыһы — AK Press[42], тәнендә бер нисә тематик татуировка бар, улар араһында рус телендә «азатлыҡ» һәм «теләктәшлек» һүҙҙәре, ураҡ һәм сүкеш, анархо-коммунизм символы — ҡыҙыл-ҡара йондоҙ һүрәте бар. Уларҙың береһен ул 2014 йылда Ырымбурҙа эшләтә[43].
2009 йылдың 14 ғинуарында Вашингтонда Монсонды Капитоль колонналарына «хәйерселеккә юҡ» һәм «һуғышҡа юҡ» тип яҙған, буяу менән анархия һәм донъя символдары төшөргән өсөн милеккә беренсе дәрәжә зыян килтергән вандаллыҡта ғәйепләйҙәр. 29 июлдә Монсон ғәйебен таный һәм 90 көн тәрмәлә ултыра, 21894 доллар штраф түләй.
2016 йылдың яҙында Джефф КПРФ сафына инергә теләүен белдерә. «Социализм — кешелектең тыныс йәшәүенә берҙән-бер юл», — ти ул[44].
2018 йылдың июнендә Монсон «Берҙәм Рәсәй» праймеризын үтеп, Красногорск ҡала Советына һайланыу хоҡуғын ала[45]. шул уҡ йылдың 9 сентябрендә үткән һайлауҙарҙа берҙәм һайлау округынан депутат итеп һайлана[4].
2022 йылда Рәсәйҙең махсус хәрби операция башлауын хуплай[46]. Мартта Арнольд Шварценеггерҙың рәсәйҙәргә мөрәжәғәтен (актер унда Рәсәй власын агрессияла һәм халыҡҡа ялған мәғлүмәт таратыуҙа ғәйепләй) тәнҡитләп сыға һәм НАТО-ның көнсығышҡа табан киңәймәү тураһындағы килешеүҙе үтәмәүен, шулай уҡ Донбасста һәм Украинала хәрби хәрәкәттәр 2014 йылда уҡ башланыуын билдәләй[47].
2024 йылда Ҡорбан байрамы уңайынан Мәскәүҙә Ислам динен ҡабул итә[48].
Спорттан тыш проекттары
2016 йылда Джефф Монсон актер булараҡ"Александр Пересвет — Куликово эхо" Рәсәй тарихи фильм-драмаһында рус баяры ролен башҡара.
Монсон Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары тураһында фильма төшөрөргә планлаштыра һәм «һуғыштың һаман барыуы, был низағтан кешеләрҙең интегеүе» тураһында һөйләргә теләй[49].
Титулдары һәм ҡаҙаныштары
- 2012 Грепплинг буйынса донъя чемпионаты FILA (кейемһеҙ)
+100 кг - 2009 Грепплинг буйынса донъя чемпионаты ADCC
+99 кг - 2008 Грепплинг буйынса донъя чемпионаты FILA (кейемһеҙ)
125 кг - 2007 Грепплинг буйынса донъя чемпионаты FILA (кейемһеҙ)
125 кг - 2007 Бразилия джиу-джитсуһы буйынса донъя чемпионаты (кейемһеҙ)
асыҡ. - 2007 Чемпионат мира по бразильскому джиу-джитсу (кейемһеҙ)
+97,5 кг - 2005 Грепплинг буйынса донъя чемпионаты ADCC
+99 кг - 2001 Грепплинг буйынса донъя чемпионаты ADCC
+99 кг - 2000 Грепплинг буйынса донъя чемпионаты ADCC
99 кг - 1999 Грепплинг буйынса донъя чемпионаты ADCC
99 кг
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (2023)[50].
Профессиональ ММА статистикаһы
| Профессиональ көрәшсе карьераһы (һөҙөмтә) | ||
| Алыш 88 | Еңеүҙәр 60 | Еңелеүҙәр 27 |
| Нокаут | 5 | 9 |
| Бирелеү | 36 | 4 |
| Ҡарар менән | 18 | 14 |
| Башҡалар | 1 | 0 |
| Тигеҙ иҫәп | 1 | |
| Һөҙөмтә | Рекорд | Дөғүәсеһе | Алым | Турнир | Дата | Раунд | Ваҡыт | Урын | Иҫкәрмәләр |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Еңеү | 60-26-1 | Ауыртындырыу ысулы менән | A-FIGHT | 9 октябрь 2016 | 1 | 6:10 | |||
| Еңелеү | 59-26-1 | Ауыртындырыу ысулы менән | Titov Boxing Promotion — Monson vs. Shtyrkov | 6 май 2016 | 1 | 0:31 | |||
| Еңеү | 59-25-1 | «Төньяҡ-көньяҡ» быуыу ысулы менән | Fight Star — Battle of Heavyweights | 19 март 2016 | 1 | 1:45 | |||
| Еңелеү | 58-25-1 | Нокаутҡа ебәреп | MFC — Mix Fight Combat | 25 декабрь 2015 | 1 | 0:50 | |||
| Еңеү | 58-24-1 | Быуыу ысулы менән | OFS: Octagon Fighting Sensation 6 | 20 ноябрь 2015 | 1 | 2:13 | |||
| Еңеү | 57-24-1 | Дәғүәсене дисквалификациялау (гонгтан һуң soccer kick)[51] | Shield-Peresvet Challenge 3 | 26 сентябрь 2015 | 1 | 5:00 | |||
| Еңелеү | 56-24-1 | Ҡалып:Флаг Кыргызстана Замирбек Сыргабаев | Бер тауыштан | JFC: Jashkuch Fighting Championship | 19 сентябрь 2015 | 3 | 5:00 | Ҡалып:Флаг Кыргызстана Бишкек, Кыргызстан | |
| Еңеү | 56-23-1 | Бер тауыштан | Fightspirit Championship-2 | 06 сентябрь 2015 | 3 | 5:00 | |||
| Еңелеү | 55-23-1 | Техник нокаут (һуғыуҙар) | Мэр кубогы | 06 июнь 2015 | 2 | 4:43 | |||
| Еңелеү | 55-22-1 | Бер тауыштан | Alash Pride | 30 апрель 2015 | 3 | 5:00 | |||
| Еңелеү | 55-21-1 | Технический нокаут (удары) | Fight Time 24 — MMA kings | 03 апрель 2015 | 5 | 1:42 | |||
| Еңеү | 55-20-1 | Быуыу ысулы менән | OFS — Octagon Fighting Sensation 3 | 28 февраль 2015 | 3 | 4:29 | |||
| Еңеү | 54-20-1 | Быуыу ысулы менән («төньяҡ-көньяҡ») | OC — Oplot Challenge 108 | 21 февраль 2015 | 1 | 2:40 | |||
| Еңеү | 53-20-1 | Быуыу ысулы менән | Алтайҙа Бөйөк алыш (Altay Great Battle) | 28 ноябрь 2014 | 2 | 3:54 | |||
| Еңеү | 52-20-1 | Быуыу ысулы менән | «Гладиатор» шоуы | 22 ноябрь 2014 | 1 | 1:16 | |||
| Еңеү | 51-20-1 | Быуыу ысулы менән | Fight Stars:Суралағы алыш — 2 | 21 сентябрь 2014 | 2 | 4:05 | |||
| Еңелеү | 50-20-1 | Бер тауыштан | Fight Star | 05 сентябрь 2014 | 3 | 5:00 | |||
| Еңеү | 50-19-1 | «Төньяҡ-көньяҡ» быуыу ысулы менән | Fight Time Promotions — Fight Time 20 | 29 август 2014 | 1 | 1:08 | |||
| Еңелеү | 49-19-1 | Техник нокаут (һуғыуҙар) | M-1 Challenge 47 | 04 апрель 2014 | 1 | 1:31 | |||
| Еңелеү | 49-18-1 | Нокаутҡа ебәреп | Diamond Fight — Дружба | 22 март 2014 | 3 | 3:48 | |||
| Еңелеү | 49-17-1 | Техник нокаут (һуғыуҙар) | CWC 9 — Cage Warrior Combat 9 | 02 ноябрь 2013 | 3 | 1:21 | |||
| Еңелеү | 49-16-1 | Бер тауыштан | M-1 Challenge 42 | 20 октябрь 2013 | 3 | 5:00 | |||
| Еңелеү | 49-15-1 | Быуыу ысулы менән | Oplot Challenge 67 | 20 июнь 2013 | 2 | 3:28 | |||
| Еңелеү | 49-14-1 | Йәрәхәт (TKO) | M-1 Challenge 40 | 08 июнь 2013 | 2 | 2:58 | |||
| Еңеү | 49-13-1 | Йәрәхәт (TKO) | Strength & Honor Championship 7 | 09 март 2013 | 2 | 0:58 | |||
| Еңеү | 48-13-1 | Бер тауыштан | Road FC 10 | 24 ноябрь 2012 | 3 | 5:00 | |||
| Еңеү | 47-13-1 | Быуыу ысулы менән («төньяҡ-көньяҡ») | M-1 Challenge 35 | 15 ноябрь 2012 | 2 | 3:17 | |||
| Еңеү | 46-13-1 | Быуыу ысулы менән («төньяҡ-көньяҡ») | M-1 Global: Fedor vs. Rizzo | 21 июнь 2012 | 1 | 1:58 | |||
| Еңеү | 45-13-1 | Бер тауыштан | CFC 21 — Cage Fighting Championship 21 | 18 май 2012 | 3 | 5:00 | |||
| Тигеҙ иҫәп | 44-13-1 | Тигеҙ иҫәп | 100 % Fight 11 — Explosion | 11 май 2012 | 3 | 5:00 | |||
| Еңеү | 44-13 | Судьялар ҡарары менән | M-1 Challenge 31 | 16 март 2012 | 3 | 5:00 | |||
| Еңелеү | 43-13 | Бер тауыштан | M-1 Global: Fedor vs. Monson | 20 ноябрь 2011 | 3 | 5:00 | |||
| Еңеү | 43-12 | Быуыу ысулы менән | Sprawl n Brawl 8: Return of the Cyborg | 09 октябрь 2011 | 1 | 4:20 | |||
| Еңелеү | 42-12 | Бер тауыштан | Strikeforce: Overeem vs. Werdum | 18 июнь 2011 | 3 | 5:00 | |||
| Еңеү | 42-11 | Бер тауыштан | Strength & Honor Championship 4: Monson vs. Perak | 30 апрель 2011 | 3 | 5:00 | |||
| Еңеү | 41-11 | Бер тауыштан | Fight Time 4: MMA Heavyweight Explosion | 01 апрель 2011 | 5 | 5:00 | |||
| Еңеү | 40-11 | Быуыу ысулы менән («гильотина») | Cage Fighting Manitoba 1 | 07 ғинуар 2011 | 1 | 3:31 | |||
| Еңеү | 39-11 | Быуыу ысулы менән | Israel FC: Genesis | 09 ноябрь 2010 | 1 | 4:09 | |||
| Еңеү | 38-11 | Быуыу ысулы менән | Elite Promotions/Fight Time Promotions: Fight Time 2 | 23 октябрь 2010 | 1 | 4:40 | |||
| Еңеү | 37-11 | Быуыу ысулы менән («төньяҡ-көньяҡ») | KUMMA: Kings of the North | 04 сентябрь 2010 | 1 | 1:41 | |||
| Еңеү | 36-11 | Быуыу ысулы менән | Elite Promotions/Fight Time Promotions: Fight Time 1 | 21 август 2010 | 2 | 3:04 | |||
| Еңеү | 35-11 | Бер тауыштан | Impact FC 1 | 10 июль 2010 | 3 | 5:00 | |||
| Еңелеү | 34-11 | Бер тауыштан | Abu Dhabi Fighting Championship | 14 май 2010 | 3 | 5:00 | |||
| Еңелеү | 34-10 | Судьялар ҡарары менән | XKL Evolution 2 | 24 апрель 2010 | 3 | 5:00 | |||
| Еңеү | 34-9 | Быуыу ысулы менән («гильотина») | 100 % Fight II | 13 март 2010 | 1 | 2:27 | |||
| Еңеү | 33-9 | Судьялар ҡарары менән | 5150 Combat League / Xtreme Fighting League: New Year’s Revolution | 16 ғинуар 2010 | 3 | 5:00 | |||
| Еңелеү | 32-9 | Бер тауыштан | Bitetti Combat MMA 4 | 12 сентябрь 2009 | 3 | 5:00 | |||
| Еңеү | 32-8 | Быуыу ысулы менән | Total Combat 33: Bad Intentions | 11 июль 2009 | 1 | 1:09 | |||
| Еңеү | 31-8 | Быуыу ысулы менән («төньяҡ-көньяҡ») | Dream 8 | 05 апрель 2009 | 1 | 1:42 | |||
| Еңеү | 30-8 | Быуыу ысулы менән («төньяҡ-көньяҡ») | Cage Wars Championship: Decade | 29 март 2009 | 2 | 2:30 | |||
| Еңеү | 29-8 | Бер тауыштан | March Badness | 21 март 2009 | 3 | 5:00 | |||
| Еңеү | 28-8 | Бер тауыштан | MFA: There Will Be Blood | 13 декабрь 2008 | 3 | 5:00 | |||
| Еңеү | 27-8 | Быуыу ысулы менән («төньяҡ-көньяҡ») | Beatdown: 4 Bears Casino | 11 октябрь 2008 | 1 | 1:50 | |||
| Еңеү | 26-8 | Быуыу ысулы менән | Vengeance FC | 27 сентябрь 2008 | 1 | 3:15 | |||
| Еңелеү | 25-8 | Бер тауыштан | World Victory Road Presents: Sengoku 2 | 18 май 2008 | 3 | 5:00 | |||
| Еңеү | 25-7 | Бер тауыштан | Platinum Fighting Productions: Ring of Fire | 09 декабрь 2007 | 3 | 5:00 | |||
| Еңелеү | 24-7 | Техник нокаут (һуғыуҙар) | Art of War 3 | 01 июль 2007 | 3 | 2:40 | |||
| Еңеү | 24-6 | Быуыу ысулы менән | Pride 34 | 08 апрель 2007 | 1 | 6:37 | |||
| Еңелеү | 23-6 | Бер тауыштан | UFC 65 | 18 ноябрь 2006 | 5 | 5:00 | Бой за титул чемпиона UFC в тяжёлом весе. | ||
| Еңеү | 23-5 | Техник нокаут (һуғыуҙар) | UFC 61 | 08 июль 2006 | 1 | 2:43 | |||
| Еңеү | 22-5 | Судьялар ҡарары менән | UFC 59 | 15 апрель 2006 | 3 | 5:00 | |||
| Еңеү | 21-5 | Быуыу ысулы менән («төньяҡ-көньяҡ») (техник[52]) | UFC 57 | 04 февраль 2006 | 1 | 4:35 | |||
| Еңеү | 20-5 | Быуыу ысулы менән | Cage Warriors Strike Force 4: Night of Champions 2005 | 26 ноябрь 2005 | 1 | 0:58 | |||
| Еңеү | 19-5 | Бер тауыштан | X Fighting Championships: Dome of Destruction 3 | 15 октябрь 2005 | 3 | 5:00 | |||
| Еңеү | 18-5 | Быуыу ысулы менән | SportFight 12: Breakout | 16 сентябрь 2005 | 1 | 1:21 | |||
| Еңеү | 17-5 | Ауыртындырыу ысулы менән | Extreme Wars | 02 июль 2005 | 1 | 1:56 | |||
| Еңеү | 16-5 | Быуыу ысулы менән | Cage Warriors Fighting Championships: Ultimate Force | 30 апрель 2005 | 1 | 1:59 | |||
| Еңеү | 15-5 | Йәрәхәт | Euphoria MFC: USA vs. the World | 26 февраль 2005 | 1 | 4:07 | |||
| Еңеү | 14-5 | Быуыу ысулы менән | SportFight 8: Justice | 07 ғинуар 2005 | 1 | N/A | |||
| Еңеү | 13-5 | Быуыу ысулы менән | Cage Warriors 9 | 18 декабрь 2004 | 1 | 3:51 | |||
| Еңеү | 12-5 | Техник нокаут | Euphoria MFC: Road to the Titles | 15 октябрь 2004 | 2 | 3:11 | |||
| Еңеү | 11-5 | Бер тауыштан | Absolute Fighting Championships: Brazil 1 | 28 август 2004 | 3 | 5:00 | |||
| Еңеү | 10-5 | Быуыу ысулы менән («төньяҡ-көньяҡ») | Iron Heart Crown 7: The Crucible | 05 июль 2004 | 2 | 2:25 | |||
| Еңеү | 9-5 | Быуыу ысулы менән | Mass Destruction 12 | 16 август 2003 | 1 | 3:02 | |||
| Еңеү | 8-5 | Быуыу ысулы менән | AFC 4: Absolute Fighting Championships 4 | 19 июль 2003 | 1 | 4:27 | |||
| Еңелеү | 7-5 | Бер тауыштан | WEFC 1: Bring it On | 29 июнь 2002 | 4 | 4:20 | |||
| Еңелеү | 7-4 | Техник нокаут (һуғыуҙар) | UFC 35 | 11 ғинуар 2002 | 3 | 5:00 | |||
| Еңеү | 7-3 | Быуыу ысулы менән («төньяҡ-көньяҡ») | AMC Pankration: Revenge of the Warriors | 21 июль 2001 | 1 | N/A | |||
| Еңелеү | 6-3 | Бер тауыштан | UFC 29 | 16 декабрь 2000 | 3 | 5:00 | |||
| Еңеү | 6-2 | Бер тауыштан | UFC 27 | 22 сентябрь 2000 | 2 | 5:00 | |||
| Еңеү | 5-2 | Бер тауыштан | AMC Pankration: Return of the Gladiators 1 | 29 июль 2000 | 3 | 5:00 | |||
| Еңелеү | 4-2 | Ауыртындырыу ысулы менән | Extreme Challenge 23 | 02 апрель 1999 | 1 | 0:46 | |||
| Еңеү | 4-1 | Бер тауыштан | Ultimate Ring Challenge | 01 март 1999 | 3 | 5:00 | |||
| Еңелеү | 3-1 | Быуыу ысулы менән | Extreme Challenge 20 | 22 август 1998 | 1 | 3:47 | |||
| Еңеү | 3-0 | Һуғыуҙар һөҙөмтәһендә бирелеү | Ultimate Warrior Challenge | 02 август 1998 | 1 | 2:45 | |||
| Еңеү | 2-0 | Быуыу ысулы менән | United Full Contact Federation: Night of Champions | 14 март 1998 | 1 | 3:47 | |||
| Еңеү | 1-0 | Бер тауыштан | United Full Contact Federation: Gladiators | 21 ноябрь 1997 | 1 | N/A | Неизвестно |
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 http://jeffmonson.ru/en/bio/
- ↑ Jeff Monson marriage license. clerk-17th-flcourts.org (26 май 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 май 2011. Архивировано 1 август 2012 года.
- ↑ Биография Архивная копия от 18 сентябрь 2016 на Wayback Machine на официальном сайте
- ↑ 1 2 3 Боец Джефф Монсон стал депутатом в России / РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 сентябрь 2018. Архивировано 11 сентябрь 2018 года.
- ↑ Джефф Монсон стал вице-президентом Федерации спортивной борьбы Башкортостана
- ↑ Монсон Джеффри Уильям
- ↑ Джефф Монсон готов сменить американское гражданство на российское. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 декабрь 2013. Архивировано 17 декабрь 2013 года.
- ↑ Lenta.ru: Спорт: Бокс: Джефф Монсон вышел на ринг под гимн Донбасса. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 май 2020. Архивировано 27 сентябрь 2020 года.
- ↑ Джефф Монсон получил российское гражданство. Лента.ру (20 ноябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2015. Архивировано 22 ноябрь 2015 года.
- ↑ Объявление о получении Монсоном российского гражданства оказалось пиар-ходом. Лента.ру (21 ноябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2015. Архивировано 21 ноябрь 2015 года.
- ↑ Источник цитаты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2015. Архивировано 22 ноябрь 2015 года.
- ↑ Боец Джефф Монсон проиграл свой первый бой под российским флагом. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2015. Архивировано 11 июль 2018 года.
- ↑ Указ Президента РФ от 28 мая 2018 года № 272. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 май 2018. Архивировано 27 сентябрь 2018 года.
- ↑ Глава ЛНР вручил паспорт республики бойцу Джеффу Монсону — Российская газета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2016. Архивировано 3 ғинуар 2019 года.
- ↑ Джефф Монсон стал гражданином Луганской народной республики. РЕН ТВ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2016. Архивировано 11 сентябрь 2016 года.
- ↑ Американский боец Джефф Монсон получил паспорт ЛНР. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2016. Архивировано 10 сентябрь 2016 года.
- ↑ Британский журналист Грэм Филлипс получил медаль от МВД ЛНР. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 октябрь 2016. Архивировано 22 октябрь 2016 года.
- ↑ Wall. vk.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2016.
- ↑ Даниэль Кормье прервал победную серию Джеффа Монсона. www.championat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2023.
- ↑ Монсон во время подготовки к бою с Фёдором Емельяненко победил Пола Тейлора. www.championat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2023.
- ↑ Джефф Монсон победил Алексея Олейника. www.championat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2023.
- ↑ Запись боя Джефф Монсон — Денис Комкин. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июнь 2012. Архивировано 27 июнь 2012 года.
- ↑ Американский боец выходит на ринг под звуки гимна СССР. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2012. Архивировано 30 июнь 2012 года.
- ↑ Александр Емельяненко vs Джефф Монсон / Monson vs Emelianenko — YouTube
- ↑ Емельяненко — Монсон, бой 15 ноября: результат — Монсон победил Емельяненко с песней «Комбат-батяня, батяня-комбат». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2012. Архивировано 19 ноябрь 2012 года.
- ↑ Джефф Монсон победил Александра Емельяненко (ВИДЕО). NEWSru (16 ноябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2013. Архивировано 29 ғинуар 2013 года.
- ↑ http://www.championat.com/boxing/article-164476-magomed-malikov-pobedil-dzheffa-monsona.html. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2013. Архивировано 12 июнь 2013 года.
- ↑ Джефф Монсон в Казахстане проиграл нокаутом Шахмаралу Джетписову - Mixfight. mixfight.by. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2023.
- ↑ Джефф Монсон потерпел пятое подряд поражение. Sports.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2023.
- ↑ Судебный пристав из Мордовии победил Джеффа Монсона. Российская газета (6 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2023.
- ↑ Казахстанский боец Евгений Егембердиев по очкам победил Джеффа Монсона. Vesti.kz. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2023.
- ↑ Монсон против Комкина. kolpino.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2023.
- ↑ ММА: в Бишкеке Замирбек Сыргабаев победил чемпиона мира Джеффа Монсона. Вечерний Бишкек. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2023.
- ↑ Монсон победил Скрелю (видео). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2023.
- ↑ Дональд Нжатах Нуа нокаутировал Джеффа Монсона за одну минуту - (билдәһеҙ). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2023.
- ↑ Джефф Монсон победил Антона Лоткова в 85-м профессиональном бою (билдәһеҙ). matchtv (20 март 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2023.
- ↑ Договорняк или показательный бой? Джефф Монсон обиделся на то, что его избили по-настоящему. meduza.io (10 май 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2016. Архивировано 19 сентябрь 2016 года.
- ↑ На Ставрополье Монсон победил американца Ритча | Южная Служба Новостей. yugsn.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2023.
- ↑ Евгения ГРЕБЕНИК | Екатерина Лобановская. Джефф Монсон на белгородском ринге коронным приемом одолел «Бизона». bel.kp.ru (23 октябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2023.
- ↑ Джеффа Монсона «вырубили» запрещенным приемом в прощальном бою: видео - 29 октября 2022 - Sport24. sport24.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2023.
- ↑ An Interview with Anarchist Jeff «The Snowman» Monson of the Ultimate Fighting Championship. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2011. Архивировано 29 июль 2012 года.
- ↑ Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2011. Архивировано из оригинала 7 сентябрь 2008 года.
- ↑ Тату Джеффа Монсона | Hangover Magazine. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2014. Архивировано 7 апрель 2014 года.
- ↑ Джефф Монсон объяснил своё стремление в КПРФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2016. Архивировано 9 октябрь 2016 года.
- ↑ Боец ММА Джефф Монсон прошел праймериз «Единой России». Он хочет баллотироваться в горсовет подмосковного Красногорска. Meduza (12 июнь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2018. Архивировано 14 июнь 2018 года.
- ↑ Джефф Монсон поддержал войну России против Украины: "Она для спасения людей на Донбассе, которых бомбили" | Fightnews.info. fightnews.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2023.
- ↑ Боец Монсон пошагово объяснил Шварценеггеру причины спецоперации РФ на Украине. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 март 2022. Архивировано 30 март 2022 года.
- ↑ Джефф Монсон принял ислам в Москве
- ↑ Джефф Монсон снимет фильм о жизни в ДНР и ЛНР в условиях силовой операции Киева. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2021. Архивировано 22 ноябрь 2021 года.
- ↑ Депутат Госсобрания Башкирии Джефф Монсон награждён орденом Дружбы народов
- ↑ Любительское видео боя. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2015. Архивировано 20 март 2016 года.
- ↑ 1 2 Jeff «The Snowman» Monson MMA Stats, Pictures, News, Videos, Biography — Sherdog.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июнь 2012. Архивировано 4 ноябрь 2013 года.
Һылтанмалар
- Биография Джеффри Монсона
- Миронова, Ксения. Из анархистов в единороссы. Как американский боец Джефф Монсон пришел к российской партии власти // Коммерсантъ, 15.08.2018
