Мәсәғүт (исем)

Викидата элементы юҡ

Мәсәғүт — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимологияһы

Мәсәғүт (Мәсғүт) башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән исем. Ғәрәп телендә «бәхетле» тигәнде аңлата[1]

Билдәле кешеләр

Заманов Мәсғүт Фәйзрахман улы (14 ғинуар) 1914 йыл — 16 февраль 1988 йыл) — сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү алдынғыһы. Совет-фин һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).

Фамилияла

Мәсәғүтов Рим Хәким улы (20 август) 1946 йыл) — ғалим-тау инженеры-геолог, геология-минералогия фәндәре докторы (2002), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған геологы (2000).

Ауылдар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Мәсәғүт уҡытыусылар институты — СССР-ҙа берҙән-бер ауыл уҡытыусылар институты була.

Мәсәғүт кантоны (рус. Месягутовский кантон) — Башҡорт Автономиялы Республикаһы кантоны.

Мәсәғүт тораһы (рус. Месягутовская стоянка) — Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Мәсәғүт ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан б.э.т. III мең йыллыҡ аҙағына ҡараған археологик ҡомартҡыһы.

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ