Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улы

Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улы (рус. Кунафин Мунир Сахиуллович; 1971 йылдың 17 марты, Сәйетбаба ауылы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй журналисы, шағир. 2020 йылдың февраленән «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар (2005) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015)[1]. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2023)[2]. Башҡортостан Республикаһы Башлығының журналистика өлкәһендәге «Достоверность. Ответственность. Мужество» премияһы лауреаты (2024)[3].

Биографияһы

Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин 1971 йылдың 17 мартында Башҡорт АССР-ы Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуған. 1988 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын, 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге журналистика менән бәйле. «Йәшлек» республика йәштәре гәзитендә бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, баш мөхәррир урынбаҫары була, артабан «Ватандаш» журналында бүлек мөдире булып эшләй.

2012—2020 йылдарҙа «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире була, 2020 йылдың февраленән — «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журналының баш мөхәррире[4].

2021 йылдың 27 майында әҙип Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде[5].

2025 йылдың 27 авгусында Өфөлә «Армия мәҙәниәте көндәре» саралары барышында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеме бирелде. Юғары награданы әҙип БР Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы[6].

Әҙәби ижады

Шиғриәт, проза менән бер рәттән Мөнир Ҡунафин драматургияла ла эшләй. Уның Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәләштереүендә «Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын…» философик спектакле[7] тамашасы тарафынан ыңғай ҡабул ителде. Драматургиялағы дебюты 2005 йылға ҡарай: Ғафури районының Сәйетбаба ауылы халыҡ театры уның «Бер ус бойҙай» пьесаһын ҡуя.

Китаптары

  • Шундай мәлем: — Өфө: Китап, 2001. — бит.
  • Ғүмер тигәндәре…: — Өфө: Китап, 2005. — бит.
  • Тәңре өрөк ҡапҡанда: Хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2012. — 216 бит.

Гәзит-журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғаиләһе

Өйләнгән. Ҡатыны — Гөлшат, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының бүлек мөхәррире, Башҡортостан Республикаһы Башлығының «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» (2025) конкурсы лауреаты[10]. Ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Әҙәбиәт йылын ябыу тантанаһында яҙыусы Александр Прохановҡа Аксаков премияһы тапшырылды (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (17 декабрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2026.
  2. Указ Главы Республики Башкортостан от 5 апреля 2023 г. № УГ-241 «О награждении государственными наградами Республики Башкортостан». Гарант.ру (5 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2026.
  3. Список лауреатов премии Главы Республики Башкортостан в области журналистики «Достоверность. Ответственность. Мужество». Официальный сайт Главы Республики Башкортостан (26 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2026.
  4. 1 2 В трёх башкирских журналах меняются главные редакторы. ИА «Башинформ» (14 февраль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2026.
  5. Азат Бадранов: Идея форума писателей — перевести формат работы в современные практики. ИА «Башинформ» (27 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2026.
  6. Гатауллина Р. Мөнир Ҡунафин — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (башҡ.). «Башҡортостан» гәзите (27 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2026.
  7. В Уфе Стерлитамакский башкирский театр покажет философскую притчу «Раб Божий предполагает…» ИА «Башинформ» (10 февраль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2026.
  8. Рассказ башкирского писателя Мунира Кунафина опубликован в Якутии. ИА «Башинформ» (7 апрель 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2026.
  9. Авторы «Бельских просторов»: Кунафин Мунир. Журнал «Бельские просторы» (11 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2026.
  10. Премия лауреаттары билдәле! (башҡ.). «Йәншишмә» гәзите (16 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2026.

Әҙәбиәт

  • Писатели земли башкирской. Справочник / сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. — ISBN 978-5-295-06338-1. (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.

Һылтанмалар