Попов Николай Ильич
Николай Ильич Попов (1912 йылдың 24 декабре, Өфө, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы — 1943 йылдың 28 авгусы, Беренсе Михайловка[d], Полтава өлкәһе, Украина ССР-ы, СССР) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған совет яугиры, 68-се гвардия уҡсылар дивизияһы 202-се гвардия уҡсылар полкының танкыға ҡаршы мылтыҡ расчёты командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
Биографияһы
Попов Николай Ильич 1912 йылдың 24 декабрендә Рәсәй империяһы Өфө губернаһының Өфө ҡалаһында (хәҙерге Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының административ үҙәге) эшсе ғаиләһендә тыуған[1].
Милләте урыҫ. Тулы булмаған урта белем ала. Хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем Өфөлә йәшәй, башта Өфө сәй фабрикаһында, һуңынан Өфө урман заводында эшләй. ВКП(б) ағзаһы.[2].
1943 йылдың 3 февралендә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла[1]. Кесе командирҙар мәктәбен тамамлай. Танкыға ҡаршы мылтыҡты үҙләштерә. Немец-фашист илбаҫарҙары менән алыштарҙа сержант Н. И. Попов 1943 йылдың 22 авгусынан Воронеж фронты 4-се гвардия армияһы 68-се гвардия уҡсылар дивизияһы 202-се гвардия уҡсылар полкының танкыға ҡаршы мылтыҡ ротаһында танкыға ҡаршы мылтыҡ расчёты командиры вазифаһында хеҙмәт итә. Курск алышында, Белгород-Харьков хәрби операцияһында (рус.)баш. ҡатнаша[2].
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 10 ғинуарындағы «Ҡыҙыл Армияның генералдарына, офицерҙарына, сержанттарына һәм рядовойҙарына «Советтар Союзы Геройы» исемен биреү тураһында» Указы менән «фронт командованиеһының (рус.)баш. хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне, немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» Николай Поповҡа үлгәндән Һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[3].
Батырлығы
Совет ғәскәрҙәренең һөжүмен туҡтатырға һәм Харьковта ҡамауға ҡалмаҫҡа тырышып, немец командованиеһы Донбастан Харьков йүнәлешенә дүрт танк дивизияһын күсерә. Дошмандың танк контрударҙарын кире ҡағыу өсөн юғары Баш Командование резервынан 4-се гвардия армияһы бүленә. Уның 68-се гвардия уҡсылар дивизияһы Украина ССР-ы Полтава өлкәһе Котелевский районының Михайловка Первая ауылы янында позициялар биләй. 1943 йылдың 28 авгусында 30,6 бейеклек өсөн алышта гвардия сержанты Николай Попов расчётының танкыға ҡаршы мылтығы сафтан сыға. Был ваҡытта бер немец «Тигр» танкыһы совет пехотаһын тапап бейеклеккә күтәрелә башлай. Гранаталар бәйләме тотҡан гвардия сержанты Николай Попов танкка ҡаршы сыға һәм дошман машинаһы аҫтына аҫтына ташлана. Ул үҙ ғүмерен ҡорбан итеп дошман атакаһын туҡтата.
Н. И. Поповты бүләкләү ҡағыҙынан: «...немец «тигрҙарының» танк контратакаһын кире ҡағыу ваҡытында. Попова танкыға ҡаршы мылтыҡ сафтан сыға. Танк беҙҙең хәрби тәртиптәрҙе ҡарышлауыҡтар менән баҫтырырға ниәтләп, эргәлә була. Попов иптәш ҡулына танкыға ҡаршы гранаталар ала һәм, «тигр» ҡаршыһына һикереп, уның гусеницалары аҫтына ташлана һәм уны шартлата. Был шартлау һөҙөмтәһендә батыр гвардия сержанты Попов һәләк була...».
Украинаның Полтава өлкәһе Беренсе Михайловка ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы;
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (10.01.1944, үлгәндән һуң);
- Ленин ордены (10.01.1944, үлгәндән һуң).
Хәтер
- 2022 йылдың 22 авгусында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 481-се Ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының 128-се дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһына Советтар Союзы Геройы Николай Ильич Поповтың исеме бирелә[4][5][6];
- Өфө ҡалаһында Н. И. Попов эшләгән Өфө урман заводы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 И. Ғ. Кәримова. Попов Николай Ильич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (25 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026. (баш.)
- ↑ 1 2 3 Н. В. Уфаркин. Попов Николай Ильич. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026. (рус.)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 10 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 19 ғинуар (№ 3 (263)). — С. 1.
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 23 августа 2022 года № 481 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан и об установке мемориальных досок на фасадах зданий общеобразовательных организаций Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (23 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 23 августа 2022 г. N 481 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан и об установке мемориальных досок на фасадах зданий общеобразовательных организаций Республики Башкортостан». Приложение N 15. О присвоении имени Героя Советского Союза Попова Николая Ильича. ЭПС «Система Гарант». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2026. (рус.)
- ↑ Тридцати трём школам Башкортостана присвоили имена героев. Журнал «Ветеран Башкортостана». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Славные сыны Башкирии. Книга 3. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1968.
- Подвиги их – бессмертны: Справочник о Героях Советского Союза и полных кавалерах ордена Славы из Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2000. — С. 398.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Попов Николай Ильич (баш.) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2026).
- Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Попов Николай Ильич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2026).
- Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Попов Николай Ильич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2026).
- Республиканский музей Боевой Славы: Попов Николай Ильич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2026).
- Сайт БАГСУ. Попов Николай Ильич (1912—1943) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 март 2026).
- ИА «Башинформ», 28 августа 2008 года. Сегодня исполняется 65 лет героическому подвигу уфимца Николая Попова (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2026).