Рәғәиб кисәһе

Рәғәиб кисәһе (рус. Ночь Рагаиб) — һижри иҫәп менән йылдың етенсе айы булған рәжәб (ғәр. رجب‎) айының беренсе йомаһына ҡаршы кис. Ул кесаҙна ҡояш батҡас башлана һәм йома ҡояш ҡалҡҡас тамамлана. Был кистә пәйғәмбәр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең атаһы Ғабдулла Ғәбделмотталиб улы менән уның һөйөклө әсәһе Әминә Ваһаб ҡыҙы никахлашҡан һәм ҡауышҡан[1]/ Уларҙың никахынан бөтә никахтарҙың маҡсаты һәм нәтижәһе булған бала тыуған, әммә ул — изге бала. Изге китаптарҙа «Ғабдулла менән Әминә саф йәндәр, изге күңелле кешеләр, хәрәмгә ҡатышмаған яҡшы кешеләр булғаны өсөн, Аллаһ Тәғәлә изге бала биреп доньяны һөйөндөрә. Пәйғәмбәрҙең атаһы — улы тыуғансы уҡ, әсәһе — улына алты йәш ваҡытта, вафат була. Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм етем ҡала» тип билдәләнә.

Ночь Рагаиб.jpg

Рәғәиб — «рәғиб» һүҙенең күплек формаһы, ғәрәпсәнән тәржемәлә «нәмәнелер теләү, нимәлер булдырыу, уға ыңғайлау, уны ҡулда булдырыр өсөн тырышыу» тигән мәғәнәне бирә. Шул уҡ ваҡытта «ҙур ҡиммәткә эйә булған теләнгән әйбер, ҡиммәтле бүләк, ниғмәт, һый» тигән тәржемә лә осрай. Ғәрәп теленән «рәғәиб» һүҙен «хыялдар» тип тә ауҙарырға мөмкин. Был исемде уға фәрештәләр биргән, улар уның янына ергә төшкән һәм шул төндә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе фатихалаған, тип иҫәпләнә. Мосолмандар Рәғәиб кисендә фәрештәләр тағы ла кешеләргә төшә тип ышана.

Исламда күп байрамдар һәм үҙенсәлекле даталар Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормошо һәм эштәре менән бәйле. Рәғәиб кисе лә был осраҡтан ситтә ҡалмай. Был көндө Пәйғәмбәр Ғабдулла менән Әминәнең ата-әсәһе никахлаша һәм ул таба, тип иҫәпләнә, әммә был тарих тураһында ислам сығанаҡтарында бер ниндәй ҙә ышаныслы хәбәрҙәр һәм ҡатғи раҫлау юҡ. Шулай уҡ рәжәб айындағы Рәғәиб кисе алдынан кесаҙна дауамында Мөхәммәт пәйғәмбәр ураҙа тота, ә ҡараңғы төшкәс, 12 рәҡәғәт намаҙы уҡый, шунан доға ҡылып, Аллаға рәхмәт белдерә, тип иҫәпләнә. Был тарихтың да тәүге сығанаҡтарға таянған мәғлүмәте юҡ. Әммә былар иманлыларға Аллаһы тәғәләгә ғибәҙәт ҡылырға һәм шул төндә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе иҫкә алырға ҡамасауламай. Мосолмандар, Рәғәиб кисендәге доғалар өсөн Аллаһ уларҙы йомарт бүләкләй, гонаһтарын ғәфү итә һәм теләктәрен үтәй, тип ышана. Дин әһелдәренең ҡайһы берҙәре Рәғәиб кисенең каноник нигеҙе юҡ, әммә был көндө, башҡа көндәрҙә һәм төндәрҙәге кеүек үк, өҫтәмә доғалар уҡырға рөхсәт ителә тип иҫәпләй.

undefined

Тарихы

Һаҡланып ҡалған сығанаҡтар буйынса, Рәғәиб кисәһен беренсе тапҡыр Иерусалимда XI быуатта ғына үткәрә башлайҙар. Был ваҡытҡа тиклем Рәжәб айының кесаҙнанан йомаға ҡараған беренсе төнө башҡаларҙан әллә ни айырылып тормаған йәғни ниндәйҙер үҙенсәлеккә эйә дата булмаған.

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер мосолман төркөмдәре Рәғәиб кисенә табыныуҙы яҡынса VI—XII быуаттарҙа популярлаштыра башлай тигән дә мәғлүмәт бар. Уны күпләп хөрмәтләү XII—XVIII быуаттарға барып тоташа. Бындай практиканы суфыйҙар индерә, улар был кисте айырыуса хөрмәт итә башлай, уның уңайынан хатта «рәғәибия» тигән дөйөм исем аҫтында махсус шиғырҙар ижад ителә. Ғосман империяһында был төндә мәсет манараларына махсус ут эленгән. Бынан һуң Рәғәиб кисен билдәләү халыҡ араһында популярлаша барған һәм хәҙерге көнгә тиклем һаҡланып ҡалған. Был төндә Аллаһ алдында ҡылған гонаһтары өсөн тәүбә итеү, күп тапҡыр доға ҡылыу йолаһы бар. Ошо сәбәптәр арҡаһында был төндө хөрмәтләү һәм намаҙ уҡыу төрлө мосолман төркөмдәре араһында аңлашылмаусанлыҡтар тыуҙыра. Мосолман улемаларының күбеһе Рәғәиб төнөндә намаҙ уҡыу йолаһы башта булмаған тип иҫәпләй. Рәғәиб кисен үткәреүгә һәм был төндә 12 рәҡәғәт намаҙы уҡыуға иң эҙмә-эҙлекле ҡаршы килеүселәр араһында билдәле ханбалит улемы ибн әл-Джаузи була, ул был ваҡиға тураһында билдәле булған бөтә хәҙистәрҙең дә уйлап сығарылған булыуын иҫбатлай. Был традицияға ҡаршы шулай уҡ шәйех уль-ислам ибн Теймия сығыш яһай.

Йолалары

Рәғәиб кисәһе мосолмандар өсөн изге айҙарҙың береһе рәжәбтә башлана. Һижри календарының етенсе айы бойһоноу һәм баҫалҡылыҡ осоро тип иҫәпләнә. Борон рәжәбтә һуғыштар туҡтатылыр һәм тыныслыҡ килешеүе төҙөлөр булған, сөнки иманлылар Рамаҙан ураҙаһына тәнен һәм рухын әҙерләгән, тырышып доға ҡылған. Хәҙер был төндө изге ураҙа алдынан таҙарыныу этаптарының береһе тип иҫәпләргә мөмкин. Ҡояш байығандан һуң был кистә мосолмандар доға ҡылырға һәм Аллаһтан фатиха һорарға, ә бынан алдағы кесаҙна көнөндә — ураҙа тоторға тейеш.

Был ваҡытта Аллаһы тәғәләнең фатихаһын алыу өсөн уға тоғролоҡто һәм йәндең сафлығын күрһәтеү мөһим. Шуға күрә иманлылар айырыуса ҡәтғи рәүештә төп тыйыуҙарҙы үтәй, изге эштәр башҡара, мәсеткә йөрөй һәм Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе иҫкә ала. Ислам илдәрендә был төндә ҡайһы бер мәсеттәр иртәнгә тиклем асыҡ була. «Теләк төнө» алдынан шулай уҡ хәйер таратыу, туғандарҙың хәлен белеү, мәрхүм яҡындарҙың ҡәберҙәрен ҡараштырыу йолаһы бар.

Был көндө балаларға һәм уларға Ҡөрьәнде өйрәтеүгә айырым иғтибар бирелә. Ата-әсәләр балаларын мәсеткә намаҙға алып бара, уларҙы сүрәләр уҡырға өйрәтә, дин һәм уның төп ҡанундары тураһында һөйләй.

Үткәреү тәртибе

Рәғәиб кисе — исламда рәсми ҡабул ителгән байрам түгел, шуға күрә уны нисек үткәреү тураһында ҡәтғи ҡанун юҡ. Мәсеттәрҙә махсус йолалар йәки вәғәздәр ойошторолмай. Шулай ҙа мосолмандар араһында ҡайһы бер ҡағиҙәләр нығынған, уларҙы дин белгестәренең, барыһы ла булмаһа ла, күптәре хуплай. Шуларҙың ҡайһы берҙәре:
• Кесаҙна көндөҙ ураҙа тотола йәки ҡояш батҡансы ашау-эсеүҙән баш тартыла.
• Киске намаҙҙан һуң, әммә төнгө намаҙға тиклем «Рәғәиб» доғаһы уҡыла. Ул ун ике рәҡәғәттән, йәғни ун ике мотлаҡ хәрәкәт һәм һүҙ циклынан тора. Һәр рәҡәғәттә «Фатиха» сүрәһе, өс мәртәбә «Ҡәҙер» сүрәһе һәм ун ике тапҡыр «Ихлас» сүрәһе уҡыла.
• Төндә диндарҙар Ҡөрьән уҡый һәм Аллаһтан үҙе һәм туғандары өсөн фатиха һорай, гонаһтарынан тәүбә итә.

Тыйыуҙар

Рәғәиб кисе өсөн айырым тыйыуҙар юҡ, әммә мосолмандар исламдың төп талаптарын ентекле үтәргә һәм ҡағиҙәләрҙе боҙмаҫҡа тырыша. Рәғәиб кисендә ярамай:
хәләл булмаған аҙыҡ-түлек ашау;
• яман һүҙ һөйләү;
• хәмер эсеү;
• кем менәндер бәхәскә инеү;
• оятһыҙ эштәр ҡылыу;
• ҡомарлы уйындар уйнау;
• алдау һәм вәғәҙәләрҙе боҙоу.

Иҫкәрмәләр

  1. М. Ғ. Вәлиева, Р. Үтәбай-Кәрими. Мосолман байрамдары (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2026.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар

Исламский энциклопедический словарь. Автор: А. Али-заде. Серия: Золотой фонд исламской мысли. Издательство: Ансар. Год: 2007 г. Страниц: 400. Тираж: 3000 экз. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 29 ғинуар 2025)
• Рәшиҙә Исхаҡи. Намаҙ уҡыу тәртибе. Дәғүәт нәшриәте. 60 бит.

Һылтанмалар

Категориялар