Тимиркаев Анатолий Тимиршинович
Тимиркаев Анатóлий Тимиршинович (1952 йылдың 2 ғинуары, Һаҙ, Башҡорт АССР-ы) — мари совет һәм Рәсәй шағиры, тәржемәсе, журналист, мөхәррир, СССР Яҙыусылар союзы һәм СССР Журналистар союзы ағзаһы. «Ончыко» журналының баш мөхәррире (1988—2016). Марий Эл Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы (1988 йылдан). Марий Эл Республикаһының халыҡ шағиры (2012). Марий Эл Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997 йыл). Марий Эл Республикаһының С. Чавайн исемендәге дәүләт премияһы (1999) һәм Олык Ипай исемендәге Марий комсомолы премияһы лауреаты (1984).
Биографияһы
Анатолий Тимиршинович Тимиркаев 1952 йылдың 2 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ҡалтасы районы Һаҙ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1][2].
1969 йылда Краснохолмский урта мәктәбен тамамлағандан һуң[3] Нефтекама ҡалаһының 47-се техник училищеһына уҡырға инә, унда нефть һәм газ сығарыу буйынса оператор һөнәрен үҙләштерә[1].
Әммә 1970 йылда Йошкар-Олалағы Н. К. Крупская исемендәге Марий дәүләт педагогия институтының тарих-филология факультетына уҡырға инә. Бында йәмәғәт эше менән әүҙем шөғөлләнә: факультеттың комсомол бюроһы ағзаһы итеп һайлана, институттың әҙәби түңәрәге старостаһы була, Волга буйы студенттарының әҙәби фестивалдәрендә ҡатнаша. Был институтты 1975 йылда тамамлай[4][5].
1975 йылдың сентябрендә Марий китап нәшриәтенең (рус.)баш. мөхәррире була[4].
1976—1977 йылдарҙа Совет армияһы сафында хеҙмәт итә.
1977 йылдан — уҡыу-методик, нәфис һәм балалар әҙәбиәте нәшерләү буйынса мөхәррир, Мари китап нәшриәтенең өлкән мөхәррире[4].
1988—2016 йылдарҙа — «Ончыко» журналының баш мөхәррире[4].
Әлеге ваҡытта Йошкар-Ола ҡалаһында йәшәй.
Әҙәби ижады
Әле Кейебәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы булараҡ, 1965 йылдың авгусында «Заря» район гәзитендә «Кеҥежым кастене» («Йәйге кистә») тигән тәүге шиғырын баҫтыра[1]. Ике тапҡыр «Ямде лий» балалар гәзите конкурстары лауреаты була[4].
Мари телендә — ете һәм рус телендә ике китап сығара[6]. Беренсе «Шошо пӧлек» («Яҙ бүләге») һәм «Ӱмыр шырка» («Тормош сәскәләре») йыйынтыҡтарына М. Казаков, А. Васинкин, А. Хузангай, С. Манаева һәм башҡалар юғары баһа бирә. 2022 йылда шағирҙың 70 йыллығына «О, минең көнсығыш мари йырым!» исемле йыйынтығы сыға[4][7].
Ижадының төп тематикаһы — тыуған яҡ тәбиғәтенең хозурлығы, заман кешеһенең рухи донъяһы[1].
А. Тимиркаевтың шиғырҙары үҙәк ваҡытлы матбуғат баҫмаларында һәм йыйынтыҡтарҙа баҫыла һәм рус[8][9], украин, татар, сыуаш, удмурт һәм мордва телдәренә тәржемә ителә. Туған теленә рус, белорус[10], украин, татар, сыуаш, башҡорт (М. Кәрим, С. Юлаев)[1], удмурт, мордва, манси, бүрәт, чечен прозаиктарының һәм шағирҙарының әҫәрҙәрен тәржемә итә. 1999 йылда тәүге тапҡыр «Ончыко» журналында А. С. Пушкиндың «Евгений Онегин» шиғри романын тәржемә итә һәм баҫтырып сығара[4][11].
Ул шулай уҡ ул таулы мари яҙыусыһы Н. Игнатьевтың «Туан сӓндӓлӹк» («Тыуған ил») романын, «Тошты кода» («Иҫкелек үлә») повесын, «Улып» сыуаш эпосынан өҙөк тәржемә итә[4].
Урал һәм Көнбайыш Себер йәш яҙыусыларының зона кәңәшмәһендә (Пермь, 1976), VIII Бөтә Союз йәш яҙыусылар кәңәшмәһендә (Мәскәү, 1979), бер нисә тапҡыр Халыҡ-ара фин-уғыр яҙыусылары конгресы, РСФСР Яҙыусылар союзы съезы делегаты була[4].
1979 йылда СССР Журналистар союзына инә, ә 1985 йылда СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә[12]. 1988 йылдан — Марий Эл Республикаһы Яҙыусылар союзы (рус.)баш. идараһы ағзаһы[4][13].
1992—1997 йылдарҙа Марий Эл Республикаһы Президенты В. М. Зотин ҡарамағындағы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы һәм РМЭ Президенты ҡарамағындағы Марий Эл Республикаһының Дәүләт телдәре буйынса комиссияһы ағзаһы була[4].
А. Миркаев, Т. Анатольев, Тими Тим, Тим Толин псевдонимдары аҫтында ижад итә[4].
Танылыу
- Марий Эл Республикаһының халыҡ шағиры (2012)[1]
- Марий Эл Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997)[4]
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы[12]
- Марий Эл Республикаһының С. Чавайн исемендәге дәүләт премияһы (1999) — А. Пушкиндың «Евгений Онегин» романын мари теленә тәржемәләгәне өсөн[4]
- Олык Ипай исемендәге Мари комсомолы премияһы (1984) — «Туған йондоҙҙар» шиғырҙар йыйынтығы өсөн[4]
- Марий Эл Республикаһының почёт грамотаһы (1994)[4]
- Марий Эл Республикаһының Дәүләт Йыйылышының почёт грамотаһы (2006, 2012)[12][14]
Төп әҫәрҙәре
А. Тимиркаевтың мари һәм рус телдәрендәге төп әҫәрҙәре[4][15][16][7]:
- Шошо пӧлек: почеламут-влак [Яҙ бүләге: шиғырҙар]. — Йошкар-Ола, 1978. — 48 с.
- А. Тимиркаев. Ӱмыр шырка: почеламут-влак [Тормош сәскәләре: шиғырҙар]. — Йошкар-Ола, 1981. — 72 с.
- А. Тимиркаев. Шун шӱшпык: почеламут, баллада, поэма [Балсыҡ һандығас: шиғырҙар, баллада, поэмалар]. — Йошкар-Ола, 1988. — 144 с..
- А. Тимиркаев. Лумтӱрчача: почеламут, поэма-влак [Умырзаялар: шиғырҙар һәм поэмалар]. — Йошкар-Ола, 1995. — 144 с.
- А. Тимиркаев. Аваэл: почеламут, поэме, кусарыме сылнымут [Ватан: шиғырҙар, поэма, тәржемәләр]. — Йошкар-Ола, 2003. — 128 с.
- Анатолий Тимиркаев. Нӓл подаркам йӹлерӓк: лыдышвлӓ: [0+] / алык марла гӹц Виталий Петухов сӓрен. — Йошкар-Ола: Марий китап нәшриәте, 2016. — 20 с. — ISBN 978-5-7590-1143-9.
- А. Тимиркаев. Родные звёзды: стихи/пер. С. Каширина. — Йошкар-Ола, 1984. — 96 с.
- А. Тимиркаев. Середина земли родной/Стихи / пер. С. Каширина. — М., 1987. — 326—332 с.
- А. Тимиркаев. Огниво: стихи, баллады, поэмы / пер. С. Каширина. — Йошкар-Ола, 1991. — 192 с.
- Анатолий Тимиркаев. Что такое? Кто такой?: стихи для детей/ ред. Н. В. Лихачёва; [перевод с марийского]. — Йошкар-Ола, 2019. — 20 с.
- А. Тимиркаев. О ты песня моя восточномарийская!: стихи, поэмы, статьи, рецензии, отзывы, письма, библиографический очерк. О тый мыйын эрвелмарий муро!: почеламут, поэме, статья, рецензий, аклыммут, серыш, библиографический очерк.. — Йошкар-Ола: Издательский дом «Марийское книжное издательство», 2021. — 494 с. — ISBN 978-5-7590-1319-8.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Тимиркаев Анатолий Тимиршинович. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2025.
- ↑ Тимиркаев Анатолий Тимиршинович - Наши ветераны - Каталог статей - Отдел культуры Администрации МР Калтасинский район. cult-kalt.ucoz.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2025.
- ↑ Наши выпускники. shkool1.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2025.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 Анатолий Тимиркаев — Mari-Lab. mari-lab.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2025. Архивировано 12 декабрь 2024 года.
- ↑ Тимиркаев Анатолий Тимиршинович | Музей. museum.marsu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2025.
- ↑ проекте, О.; Новости; Календарь; Языки; Авторы Тимиркаев Анатолий - Марийский язык - все произведения автора. Россия для всех (4 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2025.
- ↑ 1 2 maribookadmin. А. Тимиркаев. О ты песня моя восточномарийская! – Издательский дом «Марийское книжное издательство» (ru-RU) (20 декабрь 2021).
- ↑ Георгиновый пламень. lgz.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2025.
- ↑ Сестренка из родника — Журнальный зал. magazines.gorky.media. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2025.
- ↑ Союз писателей Беларуси поблагодарил авторов из Марий Эл Анатолия Тимиркаева и Юрия Соловьева. 8 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ «Евгения Онегина» можно прочесть на марийском языке. Новости Марий Эл - Новости Йошкар-Олы - ГТРК «Марий Эл». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2025.
- ↑ 1 2 3 Васильева, от Татьяна Анатолий Тимиркаев, писатель/член Союза писателей СССР. МЦРБ Калтасинский район (13 апрель 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2025.
- ↑ "Литературная осень - 2009". rospisatel.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2025.
- ↑ Официальный сайт Госсобрания Республики Марий Эл. old.gsmari.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2025.
- ↑ Новинки краеведческой литературы | Национальная библиотека имени С.Г. Чавайна Республики Марий Эл. nbmariel.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2025.
- ↑ Анатолий Тимиршинович Тимиркаев. Нӓл подаркам йӹлерӓк: лыдышвлӓ: [0+]. — Йошкар-Ола: Мары книгӓ изд-во, 2016. — 20 с. — ISBN 978-5-7590-1143-9.
Әҙәбиәт
- Казаков М. Угыч вашлиймешке // Марий коммуна. — 1978. — 11 август..
- Хузангай А. Сложить честную песню // Молодой коммунист. — 1984. — 30 июнь..
- Хузангай А. Простая песня // Литературная Россия. — 1985. — 1 март.
- Хузангай А. Право на наследство // Дружба народов. — 1988. — № 9. — С. 215—230..
- Ятманов Л. Чтобы честную песню сложить. — Лауреаты премии Марийского комсомола имени Олыка Ипая. — Йошкар-Ола, 1990. — С. 64—74..
- Васин К. Поэтын муро саскаже // Кугарня. — 1995. — 8 декабрь..
- Ижболдин В. Свой язык у леса и ручья // Марийская правда. — 1996. — 19 ноябрь..
- Изилянова В. Заговорил Онегин по-марийски // Марийская правда. — 1999. — 30 ноябрь..
- Иванов И. Без песни и дня не прожить // Марийская правда. — 2002. — 11 январь..
- Галютин Ю. Эрвел шӱмбел. — Марий Эл, 2003. — 25—26 сентярбрь..
- Манаева-Чеснокова С. Гражданская поэзия Анатолия Тимиркаева// Художественный мир современной марийской поэзии. — Йошкар-Ола, 2004. — 131—148 с..
- Беспалова Г. Е., Васин К. К., Зайниев Г. З. А. Тимиркаев // Писатели Марийской АССР: биобиблиографический справочник / Отв. А. В. Селин. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 1988. — С. 271—274. — 376 с. — 5000 экз.
- Мочаев В. А. Тимиркаев Анатолий Тимиршинович // Марийская биографическая энциклопедия / Авт.-сост. В. А. Мочаев. — Йошкар-Ола: Марийский биографический центр, 2007. — С. 358. — 2032 экз. — ISBN 5-87898-357-0.
- Анатолий Тимиркаев // Писатели Марий Эл: биобиблиографический справочник / Сост. А. Васинкин, В. Абукаев и др. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 2008. — С. 611—613. — 752 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-7590-0966-5.
- Мочаев В. А. Тимиркаев Анатолий Тимиршинович // Марийская биографическая энциклопедия / Авт.-сост. В. А. Мочаев. — 2-е изд. — Йошкар-Ола: Марийский биографический центр, 2017. — С. 437. — 606 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-905314-35-3.
- Тимиркаев Анатолий Тимиршинович // Писатели Марий Эл: биобиблиографический справочник / Сост. Г. Сабанцев, Ю. Соловьёв и др. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 2020. — С. 345—348. — 423 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-7590-1285-6.
Һылтанмалар
- Анатолий Тимиркаев — Mari-Lab. mari-lab.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2025. Архивировано 12 декабрь 2024 года.
- Тимиркаев Анатолий Тимиршинович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |