Һаранғы
Этимологияһы
Силәбе өлкәһенең географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә былай тип аңлата:
От распространенного в прошлом у башкир и татар мужского имени Саранги и Саран, с основой саран — «скупой», «жадный», -ги, -гы — именной аффикс[2].[3]
Гидроним нисектер рус. Сарсанги рәүешенә лә инеп киткән.
Географияһы
Һаранғы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынында, ике уба араһында урынлашҡан.
Силәбенән - 40 километр, Екатеринбургтан – 170 километр алыҫлыҡта ята.
Йыраҡ түгел Оҙонгүл, Тәрәнкүл, Күсәрге, Күрге һәм Өйрәкте күлдәре.
Тораҡ пункттар: Оҙонгүл һәм Илембәт ҡасабалары, Журавли дача ҡасабаһы [4].
Географик координаттары: киңлеге - 55°25′57.48″N (55.432632), оҙонлоғо - 61°16′30.73″E (61.275204).
Тасуирламаһы
- Максималь тәрәнлеге: 2,5м
- Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 1,5*1,35км
- Һыуының үтәҙеклеге, таҙалығы: һыуы болғансыҡ, үтәҙеклеге 1 метрҙан кәм.
- Һыуын туйындырыусы сығанаҡтар: яуым-төшөм.
- Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 216 м
Төбө ҡомло[1].
Флораһы һәм фаунаһы
Күлдең яр буйҙарын ҡуйы ҡамышлыҡ һәм күрән баҫҡан.
Һыуы һай булғанлыҡтан даими рәүештә балығы тонсоға.
Күлдә табан балыҡ, себер сабағы, рипус тереклек итә[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Сарсанги
- ↑ Шувалов Н. И. Саранги// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области.Саранги
- ↑ Сарсанги (озеро) 2019 йылдың 17 июнь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Сарсанги
- Сарсанги (озеро) 2019 йылдың 17 июнь көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
- Шувалов Н. И. Саранги// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7