Һарғай (Ишембай районы)


Һарғай (рус. Саргаево, ) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл (ауыл исеме Рәүҙәк йылғаһының уң ҡушылдығы булған Һарғай гидронимынан алынған). 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 64 кеше[2]. Маҡар ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453232, ОКАТО коды — 020260000670.

Тарихы

XIX быуат аҙағында башҡорт ауылы (Мөхәмәтшарип) барлыҡҡа килә, ул тәүге күскенселәр: Һарғай йәки Мөхәмәтшарип исемдәре менән атала. 1920 йылда 51 ихатала 253 кеше йәшәгән[3].

Хәҙерге осор

2021 йылда «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы сиктәрендә Ишембай районы Һарғай ауылындағы юл участкаһы төҙөкләндерелде. Ҡасандыр Һарғай ауылы бөтөп барған ауылдар исемлегендә булған. Һуңғы йылдарҙа урамдар төҙөкләндерелә, яңы йорттар ҡалҡа. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, асфальт юл йәштәрҙе тыуған яҡҡа ҡайтарыу, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә лә тос өлөш индерәсәк[4]. Ауылда мәктәп юҡ, балалар Маҡар урта мәктәбендә интернатта ятып уҡыйҙар. Клуб бар, бер шәхси пилорама эшләй.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 64 30 34 46,9 53,1

Географик урыны

Ауыл Советы үҙәгенән урындағы әһәмиәткә эйә, оҙонлоғо 5,1 км булған Маҡар-Һарғай ҡаты япмалы юл килә.

Алыҫлығы:[5]

Урамдары

Урам исеме[6]:

  • Үҙәк урам рус. улица Центральная)

Иҡтисады

  • Туризм.
  • Малсылыҡ, умартасылыҡ.


Иҫтәлекле урындары

  • Ыласынташ тауы (русса «Орлиный камень») — шулай аталған, сөнки алыҫтан ҡанаттарын йәйгән Бөркөткә оҡшаған.
  • Геологияла һарғай свитаһыы термины бар, ауыл исеме буйынса аталған.
  • Яҡында Рәүҙәк йылғаһы бар. Ауыл эргәһендә геологик тау тоҡомдарының ярығы бар, экспедициялар үткәрелә[7].
  • Һарғай ауылы эргәһендәге Ҡайнауыҡ шишмәһе дауалау-һауыҡтырыу сифатына эйә.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр