Абдразаҡ (исем)
| Викидата элементы юҡ |
Абдразаҡ — ғәрәптәрҙән ингән башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.
Билдәле шәхестәр
Фамилиялар
Абдразаҡов Илдар Әмир улы (26 сентябрь 1976 йыл) — опера йырсыһы (бас). 1994 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 2000 йылдан — Санкт-Петербургтың Мариин театры солисы. Рәсәйҙең атҡаҙанған (2021), Башҡортостан Республикаһының (2011) һәм Татарстандың (2013) халыҡ артисы. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (2014) һәм Салауат Юлаев (2018) ордендары кавалеры.
Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы (15 ғинуар 1934 йыл — 6 март 2008 йыл) — башҡорт театр актёры, кинорежиссёр, сценарист. «Башҡортостан» киностудияһын ойоштороусы һәм уның беренсе директоры. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1997 йылдан Рәсәй Кинематографсылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2006) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар (2010, үлгәндән һуң) лауреаты.
Абдразаҡов Оморҙаҡ Ишдәүләт улы ; 1787—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы. Прапорщик.
Абдразаҡов Ғәбдрәхим Абдрафиҡ улы (28 ноябрь 1914 — 25 май 2004 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы разведчигы. Рядовой ҡыҙылармеец[1][2].
Топонимдар
Әбдрәзәк (рус. Абдрезяково) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ