Барый (исем)
Викидата элементы юҡ |
Барый — башҡорт ир-ат исеме.
Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Барый исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Ижадсы, ижад итеүсе, барлыҡҡа килтереүсе, тыуҙырыусы, бар итеүсе, яратыусы тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Солтанов Барый Муллағәли улы (13 октябрь 1907 йыл — 21 ғинуар 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, пулемётсылар отделениеһы командиры, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1945).
Абдрахманов Барый Абдрахман улы (28 декабрь 1916 йыл — 1 апрель 1996 йыл) — дәүләт һәм партия эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1967—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы секретары. СССР-ҙың алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың ХХII съезы делегаты.
Кәлимуллин Барый Ғибәт улы (10 апрель 1907 йыл — 21 июль 1989 йыл) — совет архитекторы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Сәнғәт фәндәре докторы (1976), профессор (1976), СССР-ҙың Төҙөлөш һәм архитектура академияһы ағза-корреспонденты (1957). БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1947), РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы (1976). СССР-ҙың Архитекторҙар союзы ағзаһы (1935).
Ильясов Барый Ғәли улы (13 июнь 1939 йыл) — ғалим-инженер-электромеханик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2006), техник фәндәре докторы (1983), профессор (1985), Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡортостан Республикаһының (1990) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985), Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1980).
Саярғәлиев Барый Саярғәли улы (рус. Саяргалиев (Бары, Барый) Саяргалиевич; 1907 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. II дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.
Арыҫланғолов Барый Кинйәбулат улы (26 февраль 1926 йыл — 6 октябрь 1996 йыл) — дәүләт һәм партия эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1973—1985 йылдарҙа КПСС-тың Стәрлебаш район комитетының беренсе секретары. КПСС-тың XXV съезы делегаты, Башҡорт АССР-ының 9-сы һәм 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике «Почёт Билдәһе» һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
Сәйәрғәлиев Барый Сәйәрғәли улы (1907 йыл — 1964 йыл) — тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1956).
Арыҫланғолов Барый Кинйәбулат улы (26 февраль 1926 йыл — 6 октябрь 1996 йыл) — дәүләт һәм партия эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1973—1985 йылдарҙа КПСС-тың Стәрлебаш район комитетының беренсе секретары. КПСС-тың XXV съезы делегаты, Башҡорт АССР-ының 9-сы һәм 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике «Почёт Билдәһе» һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
Кинйәғолов Барый Исмай улы (рус. Кинзягулов Барый Исмаевич) (1 июнь 1948 йыл — 25 июнь 2018 йыл) — партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, 1991 йылдан Ғафури районы халыҡ депутаттары башҡарма комитеты рәйесе — Ғафури районы администрацияһы башлығы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Халыҡ мәғарифы, фән, мәҙәниәт, милли һәм интернациональ традициялар, тарихи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.
Сафин Барый Садиҡ улы (рус. Сафин Барей Садикович; ? — 24 февраль 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.
Сәхәүетдинов Барый Мөхәмәт улы (27 март 1900 йыл — 7 май 1969 йыл) — ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1937), профессор (1960). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Күп мәғәнәле һүҙҙәрҙең исемлеге. Бында яңылыш башҡа биттән күсһәгеҙ, һылтанманы аныҡлағыҙ . Был биттә күп мәғәнәле һүҙҙәр исемлеге: | |
Аҙаш исемдәр исемлеге. | |
Башҡа мәғәнәләр. | |
Шулай уҡ: «Барый» һүҙенән башланған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағаҙ. |