Гөлнур

Disambig.svg
РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Викидата элементы тултырылмаған

Гөлнур  — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарында ҡатын-ҡыҙ исеме.

Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гөлнур башҡорт теленә ғәрәп, фарсы телдәренән ингән: гөл нурындай ҡыҙ тигәнде [1]

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яҡупова Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы(24 июнь 1948 йыл) — башҡорт шағиры, яҙыусы, тәржемәсе. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары ағзаһы (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2020), Жәлил Кейекбаев (2006) һәм Муса Гәрәев (2012) исемендәге премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2018),

Хәмитова Гөлнур Карамат ҡыҙы (14 ноябрь) 1957 йыл) — педагог, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1994) һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы (2005).

Бохарова Гөлнур Һарун ҡыҙы (29 ноябрь 1960 йыл) — ғалим-тел белгесе. 1990 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2010).

Аҙнабаева Гөлнур Шамил ҡыҙы (8 ноябрь 1954) — уҡытыусы-ғалим, педагогия фәндәре кандидаты (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (). Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Ҡолһарина Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы (19 октябрь 1977 йыл) — ғалим-филолог, йәмәғәт эшмәкәре. 2017 йылдан Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе. Башҡортостан Республикаһының VI саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2018). Филология фәндәре докторы (2018).

Хөсәйенова Гөлнур Рауил ҡыҙы (14 октябрь) 1959 йыл) — ғалим-фольклорсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1983 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 2002 йылдан — бүлек мөдире. Филология фәндәре докторы (2017). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. [[Күсимова Таңһылыу Хажим ҡыҙы|Күсимова Таңһылыу Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.