Малик (исем)

Викидата элементы юҡ

Малик — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимологияһы

Малик (Мәлик) башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, эйә, хужа; башлыҡ, батша, солтан мәғәнәһен аңлата[1]

Билдәле кешеләр

Яҡшымбәтов Малик Нәсих улы (18 апрель 1944 йыл — 18 февраль 1993 йыл) — кинорежиссёр, 1991—1993 йылдарҙа «Башҡортостан» киностудияһының художество етәксеһе.

Балапанов Малик Хәмит улы(19 ноябрь 1958 йыл) — ғалим-физик. Физика-математика фәндәре докторы (2007), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004).

Мәлик ибн Әнәс, имам Мәлик (ғәр. مالك ابن أنس الأصبحي‎مالك ابن أنس الأصبحيғәр. مالك ابن أنس الأصبحي‎; исеме аҫтында билдәле — фәких, мөхәддис, мәликит мазхабенә нигеҙ һалыусы һәм эпоним.

Фамилия

Маликов Рәмил Фәрүҡ улы(20 ғинуар 1951 йыл) − ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998).

Маликов Марат Фәйзелҡадир улы (2 февраль 1937 йыл) — ғалим-хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. Юридик фәндәре докторы (1992), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1992).<b

Маликова Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы (18 май 1941 йыл) — ғалим-зоотехник, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы малдарын туҡландырыу һәм аҙыҡ технологиялары лабораторияһында баш ғилми хеҙмәткәр.

Маликова Гүзәл Хәсән ҡыҙы 8 ноябрь 1962 йыл) — башҡорт театр актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).

Мәликов Ариф Жангир уғлы (әзерб. Arif Cahangir oğlu Məlikov; 13 сентябрь 1933 йыл, Баҡы9 май 2019 йыл, шунда уҡ) — СССР һәм Әзербайжан композиторы, педагог. Әзербайжан ССР-ының дәүләт премияһы (198]). СССР-ҙың халыҡ артисы (1986).

Атаһының исемендә

Вәлиев Мәсхүт Малик улы (13 ғинуар 1947 йыл) — ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Мәлик (вазифа) (рус. Мали́к, ғәр. ملك‎ — m’alik, ивр. аналогы — мелех מלך) — ғәрәп монарх титулы, шулай уҡ шул дәрәжәләге шәхес. Әмир йәки солтан кеүек башҡа телдәргә тәржемә ителмәй торған ғәрәп монархтары титулдарынан айырмалы, мәлик һүҙен «король» йәки «батша» тип тәржемә итәләр. Мәҫәлән, Сәғүд Ғәрәбстаны, Бахрейн, Иордания, Марокко хакимдары — мәликтәрҙе король тип, ә илдәрен ғәрәпсә «мәликлек» йәки «мәмләкәт» (ғәр. مملكة‎ — mamlakah) тип атайҙар. Ғәрәптәр был титул менән исламға тиклемге һәм мосолман булмаған монархтарҙы ла (боронғо монархтар икәнде аңлатыр өсөн) атап йөрөтә. Был һүҙ «батша» тигәнгә тап килә.

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ