Воля Павел Алексеевич
Воля Павел Алексеевич[1] (1979 йылдың 14 марты, Пенза) — Рәсәй эстрадаһының һөйләү жанры артисы, телетапшырыуҙар алып барыусы, киноактёр, йырсы, «Comedy Club» телевизион стендап-шоуында ҡатнашыусы[2][3].
Биографияһы
Павел Алексеевич Воля 1979 йылдың 14 мартында Пензала завод эшселәре ғаиләһендә тыуған[4]. Ҡаланың 11-се дөйөм белем биреү мәктәбендә, юридик йүнәлешле гуманитар синыфта уҡый. Әүҙем була. Бала сағынан китап уҡырға ярата, театр түңәрәгенә һәм хәтерҙе үҫтереү курсына (рус.)баш. йөрөй, йәмәғәт тормошонда ҡатнаша. Уның яратҡан предметтары әҙәбиәт һәм тарих була[5]. Өлкән синыфтарҙа уҡығанда, урындағы телеканалда «Слэм» йәштәр тапшырыуын алып бара. Ошо йылдарҙан уҡ КВН уйынында ҡатнаша башлай. Павел, мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, В. Г. Белинский исемендәге Пенза дәүләт педагогия университетының рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә[2][6][7].
Студент йылдарында Павел Воля «Русское Радио—Пенза»ла диджей һәм абруйлы агентлыҡтарҙың береһендә модель булып эшләй, Мәскәүҙең «Русское радио» каналында «Вольные гвозди» программаһын алып бара. Студент сағында КВН-да уйнай, «Валеон дассон» командаһы өсөн сығыш яһай, уның капитаны була. Команда, бер тапҡыр КВН-дың Беренсе лигаһында еңеүгә өлгәшеп, Юғары лигала ярышыу хоҡуғын яулай. Әммә унда «Валеон дассон» 2001 йыл миҙгеленең бер генә уйынында ҡатнаша, еңелә һәм финалға барып етмәй. Артабан команда Халыҡ-ара КВН союзының рәсми уйындарында ҡатнашмай. Шул уҡ 2001 йылда, Пенза педагогия институтын тамамлап, Павел Мәскәүгә күсә[6][7][8][9].
Мәскәүҙә Павел Воля бер ни тиклем ваҡыт төҙөлөштә прораб булып эшләй. Һуңыраҡ Игорь Угольниковтың «Хәйерле кис» проекты өсөн сценарийҙар (рус.)баш. яҙа, ул ябылғандан һуң «Муз-ТВ» каналында «Пень-Колода» тапшырыуын алып барыусы булып эшләү тәҡдимен ҡабул итә һәм рәссам Олег Куваев төшөргән «Масяниҙа ҡунаҡта» флеш-мультфильмдар комедия-сатирик серияһында Масяняны «тауышландыра». MTV-ла «Төнгө флирт» тапшырыуын алып бара. «Хит FM» интернет музыкаль-мәғлүмәт радиостанцияһында диджей була, 2002—2003 йылдарҙа унда «No Pasaran!» тигән иртәнге шоу-программаһын алып бара[4][10][11][12].
Мәскәүҙә Павел Воля Comedy Club юмористик шоуының буласаҡ продюсеры Артур Джанибекян менән таныша. Comedy Club программаһының 2005 йылдың 9 апрелендә «Атриум» сауҙа үҙәгендә үткән презентацияһы Павелдың ижади биографияһында мөһим ваҡиғаға әйләнә, ул шоуҙың тәүге резиденттарының береһе була[4][7][10][11][12].
2006 йылда Comedy Club Production ойошторола[13]. Был компания ТНТ телеканалында «Убойная лига» һәм «Смех без правил» шоуҙарын тәҡдим итә, унда Павел Воля алып барыусы булып сығыш яһай[2][9]. Шул уҡ йылда ул рэпер Лигалайздың «Буласаҡ әсәйҙәр» клибын төшөрөүҙә ҡатнаша[10].
2007 йылды артистың соло карьераһының башы тип иҫәпләргә мөмкин. Павел бер нисә трек яҙҙыра. Шулай уҡ «Маме!», «Всё будет офигенно», «Самая лучшая песня», «Барвиха» һәм «Пенза-Сити» йырҙарына клиптар (рус.)баш. төшөрә. Воля «Respect и уважуха» исемле соло альбомын яҙҙырыуҙа ҡатнаша һәм ҡыҙҙырылған икмәк телемдәре тураһында «Хрустеам» реклама роликтарында ҡатнаша[10].
2008 йылдың башында Павелды хулигандар туҡмауы хаҡында интернетҡа һалынған видеоролик артистың көйәрмәндәрен аптырашта ҡалдыра. Артабан был видеоның криминаль нигеҙе юҡлығы асыҡлана; ролик бары тик артистың яңы альбомының рекламаһы ғына була[14].
Шул уҡ 2008 йылда Павел Воля тәүге тапҡыр кино экрандарына сыға: башта «Иң яҡшы фильм» комедияһында, аҙаҡтан «Платон» фильмында төп ролдә төшә[3].
2009 йылда Воляның кинематографик эштәр коллекцияһы «Кәләш ниндәй хаҡҡа булһа ла» комедияһында төп роль менән тулылана. Ә 2010 йылда ул «Ҙур ҡалалағы мөхәббәт» фильмының дауамын төшөрөүҙә ҡатнаша[3].
2010 йылдың октябренән декабренәсә Павел Воля Украинаның «1+1» телеканалында гипноз (рус.)баш. тураһында «Үткән йомала һин нимә эшләнең?» тигән шоу алып бара.
2011 йылда актёрҙы «Эштәге роман» тигән совет фильмының «Эштәге роман. Беҙҙең заман» исемле ремейкын төшөрөүгә саҡыралар[3][15].
2013 йыл аҙағында Эстрада театрында юморист, актёр һәм Comedy Club-тың даими резиденты Павел Воляның бер үҙенең соло концерты була; был тамаша яҙмаһы 2014 йылдың февралендә ТНТ телеканалында күрһәтелә[6].
2014 йылда Павелдың ил буйлап яңғыҙ гастролдә йөрөй — «Большой Stand up» турын ойоштора, Рәсәйҙең 16 ҡалаһында сығыш яһай. Был турҙың һуңғы тамашаһы «Крокус сити холл»да яңы йыл концерты булараҡ үтә[9]. Шул уҡ йылда ТНТ каналы «Танцы» проектының премьераһын (рус.)баш. тәҡдим итә, унда Павел Воля баһалама ағзаһы, ә Павелдың ҡатыны — Ләйсән Үтәшева алып барыусы була[6].
2015 йылда Павел Воля ТНТ телеканалында күрһәтелгән «Comedy Баттл. Һуңғы миҙгел» юмористик шоуын алып бара[3][6].
2016 йылдың 12 февралендә артист үҙенең көйәрмәндәренә 11 тректан торған «Мысли и музыка» музыкаль альбомын тәҡдим итә[7]. Шул уҡ йылда ул «Импровизация» юмористик программаһын алып барыусы була[3]. Бер үк ваҡытта Павел Воляны режиссёр Дмитрий Астрахан «Уйын» мелодрамаһында төшөргә саҡыра[3].
2017 йылда артист Лондонда сығыш яһай[7].
2018 йылда Павел Воля үҙенең шиғри һәләтен күрһәтә: «Шиғырҙар#1» йыйынтығының аудиоверсияһын сығара, унда 20-нән ашыу шиғыр инә. Шул уҡ йылда донъя күргән икенсе аудиоальбомына ҡатыны Ләйсән Үтәшеваға арналған әҫәрҙәр инә. Альбом «Матурлыҡ өҫтәгеҙ», йәки «Шиғырҙар#2» тип атала[7][16].
2021 йылдың яҙында Павел Воля «Артабан ни булған?» популяр телешоуында ҡунаҡ сифатында ҡатнаша[4].
2021 йылда артист «Шиғырҙар, уйҙар, өҙөктәр» тип исемләнгән китабын сығара. Бынан тыш Павел ҡатыны Ләйсән Үтәшева менән бергә VolyaWear сауҙа маркаһын теркәй[17] һәм «Воляның көсө» онлайн-курсын аса[16].
2022 йылда Воля Comedy Club Production эшләгән «СамоИрония судьбы» комедияһында төшә, уның премьераһы 31 декабрҙә ТНТ каналында була[16][18].
2023 йылда Павел Воля шулай уҡ «Дубайҙа иҫән ҡалыу» реалити-шоуында эшләй. Был проектта уға сценарист, продюсер (рус.)баш. һәм алып барыусы сифатында сығыш яһарға тура килә[3][16]. Ә 2023 йылдың 16 апрелендә ТНТ телеканалында артистың авторлыҡ юмористик программаһының премьераһы сыға[2][19].
Павел Воля — Рәсәй хоҡуҡ эйәһе әҫәрҙәре исемлегенә индерелгән бер нисә йыр авторы[20].
Шәхси тормошо
- Атаһы Алексей Евгеньевич, заводта эшләгән[2][7][9].
- Әсәһе Тамара Алексеевна, заводта эшләгән[2][7][9].
- Һеңлеһе Ольга Comedy Club-та гримёр булып эшләй. Ул Павелдан дүрт йәшкә кесе[10].
- 2007 йылдан модель, MTV-ла алып барыусы Мария Кравцова (Марика) менән граждан никахында йәшәйҙәр, 2010 йылда айырылышалар[5][21].
- Ҡатыны Ләйсән Үтәшева, спортсы, художестволы гимнастика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәйҙәге һәм халыҡ-ара ярыштарҙа бер нисә тапҡыр еңеүсе, телевидение алып барыусыһы. Павел менән 2010 йылдан граждан никахта йәшәйҙәр, 2012 йылдың 25 ноябрендә никахтары рәсми теркәлә[22].
- Улы Роберт. 2013 йылдың 14 майында АҠШ-та тыуған[23][24]. 2013 йылдың сентябрендә ата-әсәһе, был хәлде әллә ни белгертмәй генә, улдарын Мәскәү ғибәҙәтханаларының береһендә суҡындыра[6].
- Ҡыҙы София. 2015 йылдың 5 майында ике йыл алда улы донъяға килгән клиникала тыуған[23][24].
Мауығыуҙары
Фильмография
| Йыл | Исеме | Роль | |
|---|---|---|---|
| 2006 | с | Клуб (телесериал | клипта ҡатнашыусы |
| 2008 | ф | Самый лучший фильм | Тима Милан |
| 2008 | ф | Платон | Платон |
| 2008 | с | Универ | камео |
| 2009 | ф | Невеста любой ценой | Стас |
| 2010 | с | Галыгин.РУ | камео |
| 2010 | ф | Любовь в большом городе 2 | Гамлет |
| 2011 | ф | Поцелуй сквозь стену | Кондратьев |
| 2011 | ф | Служебный роман. Наше время | секретарь Вадик |
| 2012 | с | Деффчонки | камео |
| 2012 | ф | С новым годом, мамы! | сын |
| 2013 | с | СашаТаня | камео |
| 2017 | ф | Zомбоящик | фатир хужаһы |
| 2018 | ф | Игра | банкетты алып барыусы |
| 2019 | ф | Тайна печати дракона | Александр Данилович Меншиков |
| 2021 | ф | Снегурочка против всех | Евгений Васин[25] |
| 2022 | ф | СамоИрония судьбы | Женя Лукашин |
| 2024 | ф | Небриллиантовая рука | контрабандист-аптекарь |
| 2025 | с | Три сестры | Митя |
Тауыш биреү
| Йыл | Исеме | Роль | |
|---|---|---|---|
| 2007 | мф | Лови волну! | Цыпа Джо |
| 2011 | ф | Пол: Секретный материальчик | Инопланетянин Пол |
| 2014 | мф | Попугай Club | гламурная крыса |
| 2020 | мф | Семейка Крудс 2: Новоселье | Фил Беттерман[26] |
Телепроекттар
| Йыл | Телетапшырыу | Роль |
|---|---|---|
| 2023 | Выжить в Дубае | Ләйсән Үтәшева менән бергә алып барыусы. |
Клиптарҙа
- 2006 йылда репер Лигалайздың «Буласаҡ әсәйҙәр» клибында төшә.
Дискография
Альбомдары
- 2007 — Respect и Уважуха (ике CD-нан тора)
- 2010 — HOT SUMMER / COLD SUMMER (ике CD-нан тора)
- 2012 — Новое
- 2016 — Мысли и музыка
- 2018 — Стихи #1
- 2018 — Стихи #2
Синглдары
- 2007 — Всё будет офигенно
- 2007 — Шоубизз
- 2007 — Наша Russia
- 2008 — Барвиха
- 2008 — Барвиха (Dj Miv & Dj Hit Ural)
- 2008 — Продвинутые города
- 2008 — Самая Лучшая Песня (feat. ДжаниRaдари)
- 2008 — Маме
- 2008 — Поезда то
- 2008 — Пенза
- 2008 — Пацанская
- 2008 — Платон
- 2009 — Радужная песня
- 2010 — Пенза-City
- 2010 — Наша Россия
- 2011 — Мальчик (feat. Ёлка)
- 2012 — Мама, мы все стареем (feat. Город 312)
- 2012 — Я танцую!
- 2012 — Новое
- 2012 — Всё оплачено
- 2012 — Остановите планету
- 2016 — Хорошо
Музыкаль темалар
Comedy club
- Ante Up от M.O.T (2005—2007)
- Всё будет офигенно (2005, 2007—2008)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Павел Воля: «То, что люди думают о тебе, — это не ты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 28 август 2019 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Воля Павел. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 Павел Воля. Вокруг ТВ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 4 Павел Воля - новости личной жизни с фото и видео. Пятый канал (Россия) (4 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.
- ↑ 1 2 Павел Воля. Интересные факты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Павел Воля. 7 Дней. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Павел Воля. Rus.Team (5 июнь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.
- ↑ Павел Воля. Афиша (журнал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Павел Воля. Свободная пресса. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 4 5 Павел Воля. teleprogramma.pro. Комсомольская правда (издательский дом). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.
- ↑ 1 2 Павел Воля — официальный сайт союза телеведущих. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 20 декабрь 2016 года.
- ↑ 1 2 «NO PASARAN» шоу на «Хит-FM». OnAir.ru (4 октябрь 2002). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 20 сентябрь 2021 года.
- ↑ О компании. Comedy Club Production.
- ↑ Павла Волю избили? Драку сняли на камеру и распространили на интернет-сайтах. Комсомольская правда (26 февраль 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.
- ↑ Служебный роман. Наше время (2011). Кино-театр.ру (12 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 4 Воля Павел. Комсомольская правда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.
- ↑ Одежда от Павла Воли и Ляйсян Утяшевой. VolyaWear. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.
- ↑ Самоирония судьбы! (2022). Кино-театр.ру (30 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.
- ↑ Триумф Воли. Шутки над Джиганом и хот-дог Харламова: как на ТНТ запустили ответ «Вечернему Урганту» — шоу Павла Воли? Lenta.RU (18 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.
- ↑ Реестр произведений российских правообладателей. Автор — Воля Павел Алексеевич. Общероссийская общественная организация «Российское Авторское Общество» (РАО). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.
- ↑ Мария «Марика» Кравцова. vokrug.tv. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.
- ↑ Ляйсан Утяшева впервые откровенно рассказала о жизни с Павлом Волей — 7Дней.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 4 август 2014 года.
- ↑ 1 2 Утяшева скрывает, что родила своего первенца в Майами — 7Дней.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 4 август 2014 года.
- ↑ 1 2 Ляйсан Утяшева родила Павлу Воле дочь. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 4 октябрь 2016 года.
- ↑ Павел Воля превращается в Снегурочку в праздничной комедии от автора «Дракулова». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 3 декабрь 2021 года.
- ↑ Павел Воля и Ляйсан Утяшева озвучили пещерных людей в сиквеле «Семейки Крудс». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025. Архивировано 3 декабрь 2021 года.
Һылтанмалар
- pavelvolya.com — Павла Воли рәсми сайты
- Официальный фан-клуб Павла Воли
- Павел Воля — официальное видео Comedy Club и других шоу на ТНТ Архивная копия от 18 июнь 2017 на Wayback Machine