Серков Андрей Игнатьевич
Серков Андрей Игнатьевич (1 август 1919 йыл — 2 ғинуар 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Уҡсылар полкы элемтә ротаһының телефонсылар взводы командиры, кесе лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
Биографияһы
Андрей Игнатьевич Серков 1919 йылдың 1 авгусында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Преображенск заводы ауылында[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2].
Милләте урыҫ. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Мәктәптең биш синыфын һәм киномеханиктар курсын тамамлай, артабан урындағы кинотеатрҙа эшләй[3].
1939 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1942 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.
Кесе лейтенант Андрей Серков 1944 йылдың 2 ғинуарында Украина ССР-ы Киев өлкәһенең Белоцерковь районы Глыбочка ауылы янында яуҙа һәләк була. Ошо райондың Фурсы ауылында ерләнә[2].
Батырлығы
1-се Украина фронты 40-сы армияһының 74-се уҡсылар дивизияһы 78-се уҡсылар полкы элемтә ротаһының телефон взводы командиры кесе лейтенант Андрей Серков 1944 йылдың 2 ғинуарында Киев өлкәһенең Белоцерковь районы Глыбочка ауылы янында дошман уты аҫтында өҙөлгән элемтәне тергеҙә һәм немец ғәскәренең һөжүмен кире ҡағыуҙа ҡатнаша. Ҡаты яралана, әммә һуғышыуын дауам итә. Һөжүмгә килгән фашист танкыһына ҡаршы шыуыша һәм, уңа яҡынлашҡас, гранаталар бәйләме ырғытып, дошман машинаһын шартлата. Яугир ошо алышта һәләк була[4][5].
СССР Юғары Советы Президиумының Указы менән 1944 йылдың 25 авгусында Андрей Серков үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (25.08.1944)[4];
- Ленин ордены (25.08.1944)[6];
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (25.08.1944)[6];
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (23.10.1943)[7];
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (17.02.1943)[8].
Хәтер
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Йылайыр ауылы
- ↑ 1 2 3 4 5 Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». СЕРКОВ Андрей Игнатьевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 август 2024)
- ↑ Сайт Республиканского Музея Боевой Славы: Беҙҙең проекттар /Ватан геройҙары / Советтар Союзы Геройҙары / Башҡортостан / Серков Андрей Игнатьевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 август 2024)
- ↑ 1 2 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 92/43, л. 26/332, 333) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 август 2024)
- ↑ ОБД Мемориал|74364061.
- ↑ 1 2 Проект Подвиг народа. Серков Андрей Игнатьевич. Перечень наград (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 август 2024)
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1336, л. 3, 76, 77) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 август 2024)
- ↑ Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1033, л. 6) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 август 2024)
- ↑ Серков Андрей Игнатьевич. «Герои страны» сайты. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 август 2024)
Әҙәбиәт
- Несокрушимые : [Очерки о Героях Сов. Союза Башкирии]. - Уфа : Башк. кн. изд-во, 1985. - 205 с. : портр.; 20 см.; ISBN В пер. (В пер.) : 60 к. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 август 2024)
- Славные сыны Башкирии [Текст] : Очерки о Героях Сов. Союза. - Уфа : Башкнигоиздат, 1965-. - 21 см. Кн. 4 / Сост. Г. Г. Булатов. - 1979. - 263 с. : портр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 август 2024)
Һылтанмалар
- И. Г. Каримова. СЕРКОВ Андрей Игнатьевич. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2024.
- Сайт Республиканского Музея Боевой Славы: Беҙҙең проекттар /Ватан геройҙары / Советтар Союзы Геройҙары / Башҡортостан / Серков Андрей Игнатьевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2024)