Ямалетдинов Шаһый Ямалетдин улы

Шаһый Ямалетдин улы Ямалетдинов (рус. Шагий Ямалетдинович Ямалетдинов; 1914 йылдың 20 апреле, Шығай, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы1968 йылдың 28 майы, Шығай, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, СССР) — Бөйөк Ватан һәм 1945 йылдағы совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. 2-се Украин фронты 7-се механизацияланған корпусы 41-се гвардия танк бригадаһының орудие командиры, гвардия старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1946)[1]. Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 2-се саҡырылыш депутаты.

Биографияһы

1914 йылдың 7 (20) апрелендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙенең Шығай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса башҡорт. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Мәктәптә 7 класты, ә 1934 йылда Белорет район халыҡ мәғарифы бүлеге ҡарамағындағы уҡытыусылар курсын тамамлай.

1932 йылдан Шығай ауылында — уҡыу өйө мөдире, 1934 йылдан — секретарь, 1938 йылдан Шығай ауыл советы рәйесе булып эшләй[2].

1936—1938 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә. Ҡабаттан Башҡорт АССР-ының Белорет район хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылдың октябрендә саҡырыла. 1942 йылдың октябренән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Көньяҡ-Көнбайыш һәм 2-се Украин фронттарында һуғыша[3].

41-се гвардия танк бригадаһының танк орудиеһы командиры (7-се механизацияланған корпус, 2-се Украин фронты) гвардия старшинаһы Чехословакияны азат иткәндә батырлыҡ күрһәтә.

Батырлығы

1945 йылдың 18 апрелендә уның танкыһы Брно (рус.)баш. ҡалаһына рейд ваҡытында дошмандың 2 танкыһын һәм 3 танкка ҡаршы пушкаһын юҡ итә. Танк командиры һәләк булғас, командованиены үҙ өҫтөнә ала. Весёлки тораҡ пункты районында танкистар тағы ла 3 дошман бронемашинаһын ҡыйрата. Был алыш батальонға ҡуйылған бурысты үтәүгә булышлыҡ итә[2][3].

СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия старшинаһы Ямалетдинов Шаһый Ямалетдин улына Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 4764) тапшырыла[3].

Гитлер Германияһын тар-мар итеү тамамланғас, Ҡыҙыл Армияның милитаристик Японияға ҡаршы хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнаша. Хәрби юлын Порт-Артурҙа тамамлай[4].

Артабанғы тормошо

Демобилизацияланғандан һуң (1946) Белорет районында эшләй: Шығай ауыл советы рәйесе, 1947 йылдан — Г. М. Маленков исемендәге колхоздың ер бүлеге мөдире, 1949 йылдан колхоз рәйесе була, 1953 йылдан — Шығай һәм Сосновка ауыл советтары рәйесе, 1960 йылдан — Шығай мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 2-се саҡырылыш депутаты итеп һайлана[2].

1968 йылдың 28 майында вафат була. Башҡортостандың Белорет районындағы Шығай ауылында ерләнә.

Хәтер

  • Шығай ауылында Герой исеме менән урам аталған.
  • Белорет ҡалаһындағы Геройҙар аллеяһында уға бюст ҡуйылған[2].
  • Шығай мәктәбе Герой исемен йөрөтә.
    Белоретта Ямалетдинов бюсы
  • Алтын Йондоҙо һәм Ленин ордены Белорет тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана[5].
  • Йыл һайын Шығай ауылында ҡаһарман иҫтәлегенә район еңел атлетика эстафетаһы үткәрелеп килә[6].
  • 2024 йылда, Геройҙың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы, Шығай модель китапханаһында «Хәтерләйбеҙ. Советтар Союзы Геройы менән ғорурланабыҙ» тигән батырлыҡ дәресе үткәрелә[7], шулай уҡ «Ш. Я. Ямалетдинов батырлығы» исемле фильм күрһәтелә[8].

Иҫкәрмәләр

  1. Ямалетдинов Шагий Ямалетдинович. Герои страны. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2026.
  2. 1 2 3 4 И. Г. Каримова. Ямалетдинов Шаһый Ямалетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. 1 2 3 4 5 Ямалетдинов Шагий Ямалетдинович. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2026.
  4. Ямалетдинов Шагий Ямалетдинович. Бессмертный полк. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2026.
  5. Золотая звезда Героя Советского Союза. Белорецкий историко-краеведческий музей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2026.
  6. В Белорецком районе прошла легкоатлетическая эстафета, посвященная памяти Героя Советского Союза Шагия Ямалетдинова. bashinform.ru (10 май 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2026.
  7. Урок мужества «Помним. Гордимся Героем Советского Союза». Шигаевская модельная библиотека (9 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2026.
  8. Киночас «Подвиг Ш. Я. Ямалетдинова». Культура.РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2026.

Һылтанмалар