Батыр (исем)

Disambig.svg
РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Викидата элементы юҡ

Батыр — башҡорт ир-ат исеме.

Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Батыр башҡорт телендә ҡурҡыу белмәҫ,ҡыйыу,ҡаһарман, тәүәккәл тигәнде аңлата[1]. Батыр исеме нигеҙендә Батырҡай, Батырхан, Батырша исемдәре, Батыров, Батыршин, Батырҡаев фамилиялары барлыҡҡа килә.

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вәлидов Батыр Хажиәхмәт улы (20 апрель) 1905 йыл — 26 февраль 1969 йыл) — башҡорт шағиры. 1936 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Батыршин Мөхәмәтҡунафи Әлүк улы (27 июнь) 1833 йыл — 5 ноябрь 1912 йыл) — табип.
Батыр Вәлид; Вәлидов Батыр Хажиәхмәт улы (20 апрель) 1905 йыл — 26 февраль 1969 йыл) — башҡорт шағиры. 1936 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Фамилия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Батырова Банат Хәйрулла ҡыҙы (16 декабрь) 1902 йыл — 19 июль 1970 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы, сөгөлдөрсө. башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан беренсе Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948), Башҡорт АССР-ының II—IV саҡырылыш Юғары Советы депутаты (19471959).

Батыршин Радик Ирек улы (28 июль) 1968 йыл, Өфө) — Рәсәй журналисы, МТРК «Мир» рәйесе. Филология фәндәре кандидаты.

Батыршин Рәсиф Зарифйән улы (26 март) 1951 йыл) — рәссам, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1991 йылдан Рәсәй Рәссамдары союзы ағзаһы. Удмурт Республикаһының халыҡ рәссамы. Трокай Борисов исемендәге милли премия лауреаты.

Батырҡаев Рәфис Хөтип улы (псевдонимы — Батырҡай; 22 май 1951 йыл — 16 август 2014 йыл) — рәссам, керамист, дизайнер.

Мырҙабаев Батырхан Әмирхан улы — эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе.

Ауылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Батырбай — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Брюзли ауыл биләмәһенә керә.

Батырша-Ҡобау (рус. Батырша-Кубово) — Башҡортостандың Бүздәк районындағы ауыл.

Батыр (рус. Батырово) — Башҡортостандың Фёдоровка районындағы ауыл.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Батыр торҡаһы» һәйкәле — Пермь крайы Пермь районы Башҡултай ауылындағы батырҙар торҡаһы өлгөһөндә боронғо башҡорт ҡаһармандарына бағышланған һәйкәл.
«Батыр» хоккей клубы — Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһында 2011 йылда Рәсәйҙә ойошторолған шайбалы хоккей буйынса йәштәр командаһы. Ошо уҡ ҡаланан ЮХЛ-да сығыш яһаған «Торос» командаһының фарм-клубы. 2011—2016 йылдарҙа Йәштәр хоккей лигаһы беренселегендә ҡатнаша. Шунда ике тапҡыр бронза һәм бер тапҡыр көмөш миҙалдарын яулай. Ә 20162018 йылдарҙар Милли йәштәр хоккей лигаһының Көнсығыш конференцияһында уйнай, бер тапҡыр финалға сығып көмөш миҙалдарҙы яулай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ