Биләр

Биләр (Бүләр; рус. Биляр) — фараздар буйынса, урта быуат Европаһының ҙур ҡалаларының береһе, Волга буйы Болғарының баш ҡалаһы. Хәҙерге ваҡытта Татарстан Республикаһы биләмәләрендәге Биләр тарихи-археологик һәм тәбиғәт музей-ҡурсаулығы составындағы Биләр ҡаласығы (рус. Билярское городищеРәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты[1]

Биляр (Татарстан)
Точка
Биляр
Биләр хәҙерге Татарстан Республикаһы картаһында

Тарихы

undefined

Ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Фаҙландың яҙмалары буйынса, ҡала Волга буйы Болғары батшаһы Алмыш хакимлыҡ итеү осоронда 922 йылда нигеҙләнгән[2]. Шул уҡ ваҡытта Биләр ҡаласығында табылған тәүге археологик материалдар X быуат менән билдәләнә[2]. Ҡалаға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған тигән мәғлүмәттәр бар[3][4], был турала шәжәрәләрҙә, шулай уҡ Тажетдин Ялсығол әл-Башҡордиҙың «Болғар тәуарихы» тигән әҫәрендә бәйән ителә[5] Шәжәрәләр буйынса, Бүләр йылғаһы буйында «бараж халҡы» (бүләр, йәнәй, юрматы, юрмый һәм башҡа башҡорт ҡәбиләләре составындағы берләшмә) Бүләр/Биләр ҡалаһына нигеҙ һалған. Был ҡалала төп халыҡты бараждар һәм безкыбактар, шулай уҡ ҡалтаҡтар (ҡалбаҡтар, нуғайҙар) тәшкил иткән. Юрматы шәжәрәләре буйынса «Биләрҙең тәүге ханы айыры ҡалбаҡ ырыуы вәкиле Шибан хан булған»[6].

Биләр көнбайыш Кама аръяғының үҙәгендә Бүләр йылғаһы буйында һәм Кесе Сиремшәндең (Волгаға ҡойған Оло Сиремшәндең уң ҡушылдығы) һул ярында (хәҙерге Татарстан Республикаһы Алексеевский районы) урынлашҡан. Ибн Фаҙлан мәғлүмәттәренә ярашлы, 921—922 йылдарҙа башҡорт ерҙәре менән Волга буйы Болғары араһындағы сик Сиремшән йылғаһы буйынса үткән.

Көнсығыш сығанаҡтарҙа ҡала Бүләр тип аталған[7].

Урыҫ тарихи хроникаларында «Бөйөк ҡала» атамаһы аҫтында (рус. Великий Город) 1164 йылдан (Лаврентий йылъяҙмаһы) телгә алына башлай. XII быуаттан Волга буйы Болғарының баш ҡалаһы була. 1184 йылда Владимир кенәзе Всеволод башлығында урыҫ кенәздәренең Волга буйы Болғарына яуына бәйле Биләр ҡалаһы урыҫ йылъяҙмаларында икенсе тапҡыр телгә алына: «Приде в землю болгарскую и высед на береге поиде к Великому городу и ста Тухчин городка, и перестав ту два дни поиде на третий день к Великому городу... и перешед Черемисан, в два дни наряды полки». 1220 һәм 1229 йылдарҙа «Бөйөк ҡала» урыҫ кенәздәренең яуҙарын тасуирлағанда телгә алын[8].

1229 йылдың яҙында монгол-татарҙарҙың 30 меңлек ғәскәре көнбайышҡа йүнәлгән һәм көҙгә ҡарай Яйыҡ һәм Волга буйы далаларына килеп еткән. Бында улар башҡорттар һәм уларҙың союздашы болғарҙарҙың ҡаты ҡаршылығына осрай. 1232 йылда монгол-татарҙар Волга буйы Болғарының баш ҡалаһы Биләрҙе яулап алырға ниәтләй, әммә Оло Сәрәмсән һәм Ҡондорса йылғалары буйҙарындағы төп оборона һыҙығында туҡтатыла[9]. «Бөйөк ҡала» тураһында урыҫ сығанаҡтарында һуңғы телгә алыу 1236 йылға ҡарай, был ваҡытта монгол-татарҙар яуы барышында ҡала таланған һәм яндырылған. 1240 йылда ҡаланы Кесе Сиремшәндең уң ярында Балынуғыҙ тауында тергеҙеүгә маташыу (1236–1240) монголдар тарафынан туҡтатылған[2].

Алтын Урҙа осоронда ҡала Кесе Сиремшәндең һул ярында тергеҙелгән. Биләрҙә ҡала исеме яҙылған тәңкәләр һуғылған[2]: мәҫәлән, Туда-Менгу хан (1293 йылда) хакимлыҡ иткән ваҡытта[7].

1390 йылдарҙа Аҡһаҡ Тимер яуы барышында ҡала таланыуға дусар була һәм ташлана. «Дәфтәр-и-Сыңғыҙнамә» башҡорт йылъяҙмаһына ярашлы, Аҡһаҡ Тимер Болғарҙы яулағандан һуң, Биләрҙе ҡамай. Ҡала ханы Самат уны ҡаршылыҡһыҙ тапшыра. Бынан һуң Тимер үлгән бәктәрҙең береһенең тол ҡатынына (Рабиға хажиә) һәм уның ике улына (Инсан бәк һәм Ихсан бәк) тулы азатлыҡ бүләк итә. Инсан бәк әсәһе менән бергә «Волганың эске яғына, тау яғына» йәшәргә күсә, ә Ихсан бәк «ата-бабаларының элекке туған еренә» Зәй йылғаһы буйҙарында төпләнә. Башҡорттарҙың юрматы ҡәбиләһенең 1564—1565 йылдарҙа яҙылған Тәтегәс бей шәжәрәһе буйынса, юрматылар борон Зәй һәм Шишмә араһында йәшәгәндә Йәнибәк хан һәм Аҡһаҡ Тимер заманында «ҙур һәләкәттәр кисергән». Был ваҡытта ырыу «Амат Хамат ханы йортона» буйһонған һәм хандар араһында үҙ-ара һуғыштар арҡаһында Амат Хамат хандың «йорто емерелгән». Һөҙөмтәлә 1408—1409 йылдарҙа «Олуғ Иҙелдең» икенсе яғына Ҡара йылға буйҙарына күскән, бер аҙ ваҡыт уҙғас, Шәйех Дәрүиш бей осоронда кире «ата-бабаларҙың боронғо йотона» — Зәй һәм Шишмә буйҙарына күсенгәндәр. Был текстарҙа теркәлгән антропонимдар (рус.)баш. «Самат», «Амат» һәм «Амат Хамат» бер үк кешене — Саматты аңлата. М. Усмановтың фаразы буйынса, Самат — Үзбәк хандың кейәүе Иса бәктең (Иса гургандың) улы һәм 1375 йылда урыҫ йылъяҙмаларында «Князь Астроханьский Салчей» булараҡ Аматтың улы — Салчы телгә алынған[6].

1654–1665 йылдарҙа был урында башҡорттарҙан һаҡланыу өсөн Кама аръяғы нығытмалы һыҙығының Биләр бастругы (Билярск) төҙөлә. 1735—1740 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалдары аяуһыҙ баҫтырылғандан һуң, XVIII быуат уртаһына ҡарай оборона әһәмиәтлелеген юғалта һәм ҙур ауыл булып ҡына ҡала. 19301963 йылдарҙа Биләр рус. Билярск ауылы — Татар АССР-ының район үҙәге[2].

Биләр мәсетенең харабалары
Хәҙерге реконструкцияһы

Ҡаланың майҙаны 800 га (шул иҫәптән торлаҡ өлөшө — яҡынса 374 га), ул 11 километр оҙонлоғондағы өс рәт вал һәм ур менән уратылған. Ҡала дүрт мөйөш формаға эйә, ул сағыштырмаса тигеҙ урында урынлашҡан һәм ике өлөштән торған: үҙәк (майҙаны яҡынса 20 га, эске вал һәм ур менән кәртәләнгән) һәм тышҡы (ике рәт вал һәм ур менән сикләнгән)[7].

Күп кенә тикшеренеүселәр раҫлауынса, XXII быуаттарҙа ҡала урынында ҙур асыҡ торама булған, быны мәҙәни ҡатлам табылдыҡтары дәлилләй. XII быуат уртаһы тирәһендә бында обороналау һыҙыҡтары төҙөлә һәм шулай итеп ҡала-ҡәлғә барлыҡҡа килә[7].

Ҙурлығы, формаһы һәм барлыҡҡа килеү шарттары менән Биләр уникаль ҡомартҡы иҫәбенә инә. Үҙәк өлөшө урта быуаттарҙың ике мөһим элементын — цитаделде (рус.)баш. һәм шәһристанды берләштергән, ә төп майҙанды кәсеп-сауҙа кешеләренең бина-йорттары биләгән. Үҙенең тышҡы ҡиәфәте менән ул урта быуат дәүере Көнсығыш Европаның билдәле ҡалаларының береһенә лә оҡшмаған һәм планлаштырыуының ҡәтғилеге менән айырылып тора, был — уның төҙөүсе-архитекторҙарының юғары оҫталығы күрһәткесе. Асыҡ тораманың ҡәлғә диуарлы ҡалаға әүрелеүен тарихсылар дәүләттең баш ҡалаһы Биләргә күсерелеүе менән бәйләй. Хакимдарҙың был ҡарарына Болғар ҡалаһына урыҫ кенәздәренең йә ябай юлбаҫарҙарҙың (ушкуйниктарҙың) йышайған һөжүмдәре сәбәп булыуы мөмкин[7].

А. Е. Алекторов Биләр ҡалаһы тураһында ошондай мәғлүмәт бирә:

«...где ныне Билярск, был прежде башкирский город Буламер..., в котором имел пребывание один из храбрейших государей... [Там] находится магометанское кладбище... Балынь-гусь... как татары, так и башкирцы уважают это кладбище и почитают его священным...»

Алекторов А. Е. Башкиры: (Этнографический очерк) // Оренбургский листок. — 1885. — № 51.

1769 йылда Н. П. Рычков Биләр харабаларын тикшергәндә бында башҡорттарҙы осрата:

«Магометанцы не только здесь живущие, но и башкиры из отдаленных мест съезжаются летом к сим развалинам, признавая их местами священными»

Рычков Н. П. Журнал, или Дневные записки путешествия капитана Рычкова по разным провинциям Российского государства в 1769 и 1770 году. — СПб., 1770. — С. 21.

Күренеүенсә, бында башҡорттар һәм Биләр араһындағы традицион бәйләнештәрҙән тыш, уларҙың ата-бабаларының ҡәберҙәре урынлашҡан ерҙә башҡорттарҙың йәшәгәне тураһында һөйләй[10].

Ҡаланың археологик ҡалдыҡтары — Биләр ҡаласығы хәҙерге Билярск ауылының көньяҡ-көнсығыш ситендә урынлашҡан. Биләр ҡаласығы 1992 йылда ойошторлған Биләр тарихи-археологик һәм тәбиғәт музей-ҡурсаулығы составына инә.

Археологик тикшеренеүҙәр

Тарихи-археологик ҡомартҡы булараҡ, Биләр ҡаласығы үҙенә иғтибарҙы XVIII быуаттан уҡ йәлеп итә башлай[11].

Ҡаласыҡтың тәүге планын һәм уның тасуирламаһын Николай Рычков төҙөй. Ул ҡаланың иң боронғо эпитафияһын 1173 йыл менән билдәләгән. Биләр ҡаласығын һәм яҡын тирәләге археологик ҡомартҡыларҙың иң тулы тикшереүҙе 1881 йылда В. А. Казаринов уҙғара. Ул харабаларҙы һәм ҡайһы бер ҡомартҡыларҙы тикшерә, башҡа ҡоролмаларҙың харабаларын, айырым райондарҙың урынлашыуын теркәй. 19151916 йылдарҙа эске ҡалала тәүге фәнни ҡаҙыу эштәрен П. А. Пономарёв менән М. Г. Худяков башлай[12], әммә улар тамамланмай ҡала. Артабанғы фәнни ҡаҙыныу эштәрен 1928 йылда А. С. Башкиров башҡаран[13].

Стационар тикшеренеүҙәр тик 1967 йылда ғына СССР Фәндәр академияһы Ҡазан филиалының Ғ. Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм тарих институты һәм Ҡазан дәүләт университетының А. Х. Халиҡов, һуңынан Ф. Ш. Хузин һәм башҡалар етәкселек иткән экспедициялар менән башлана.

Биләр ҡаласығының тасуирламаһы

Ҡаласыҡ Кесе Сиремшан йылғаһы йүнәлешендә түбәнәйә барған тигеҙ платола (рус.)баш. урынлашҡан. Ҡаласыҡты ике йылға — Биләр һәм Елшанка (икеһе лә Кесе Серемшан йылғаһының һул ҡушылдыҡтары) киҫеп үтә. Ҡаласыҡ квадрат формаһында, мөйөштәре Ер шарының дүрт тарафына йүнәлешле һәм бер-береһенә концентрик рәүештә урынлашҡан дүрт өлөштән тора: тышҡы ҡала, эске ҡала, посад һәм цитадель. Цитадель ҡаласыҡ биләмәһендә табылмаған.

Эске ҡала үҙелә квадрат формалы. Уның нығытмалар менән бергә майҙаны 1 306 000 м² (нығытмаларһыҙ — 1 160 000 м²) тәшкил итә. Эске ҡаланың нығытмалары өҫке яғында өҫтәмә ағас ҡоролмалар булған ике вал һыҙығынан тора. Төп валдың оҙонлоғо 4800 м, ә ҡайһы бер участкалары төҙөлөп бөтмәгән өҫтәмә һыҙыҡтыҡы — 5400 м. Нығытмаларҙы эшләгәндә йылға үҙәндәре соҡор сифатында ҡулланылған: Биләр — көньяҡ-көнбайыш, ә Елшанка — төньяҡ-көнсығыш яҡтан.

Тышҡы ҡала өс һыҙыҡлы валдар һәм соҡорҙар менән уратылған. Улар ҡаланың көнсығыш өлөшөндә яҡшы һаҡланған. Эске валдың оҙонлоғо 9125 м, уртаһы — 9400 м, тышҡыһы — 10 200 м. Тышҡы ҡаланың нығытмалар менән майҙаны 4 896 000 м² (нығытмаларһыҙ — 3 741 000 м²) тәшкил итә.

Посад ҡаласыҡ тирәләй урынлашҡан. Төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайыш яҡтан ҡала яны зыяраттары (I, III, V Биләр ҡәберлектәре) менән сикләшә.

Биляр ҡаласығының нығытмалар менән бергә дөйөм майҙаны 6 202 000 м² (нығытмаларһыҙ — 4 901 000 м²) тәшкил итә.

Посад менән бергә иҫәпләгәндә, комплекстың майҙаны 8 000 000 м² тирәһе, был күрһәткес уны урта быуаттар донъяһының иң ҙур ҡалалары рәтенә индерергә мөмкинлек бирә.

Ҡаласыҡ халҡының һаны буйынса төрлө фекерҙәр, шул иҫәптән 100 мең кешегә тиклем тигән баһа ла бар[14].

Биляр ҡаласығының төп объекттары

Биләр ҡаласығының бер өлөшөнөң панорамаһы: уртала — «Мәсет» комплексы, һулда — Феодал йорто. Фонда һәм уңда — оборона өсөн тәғәйенләнгән ер валы, алғы планда — консервацияланған ҡоҙоҡ
Биләр ҡаласығының бер өлөшөнөң панорамаһы: уртала — «Мәсет» комплексы, һулда — Феодал йорто. Фонда һәм уңда — оборона өсөн тәғәйенләнгән ер валы, алғы планда — консервацияланған ҡоҙоҡ

Мәсет комплексы

Ул төп нығытма сиктәрендә урынлашҡан. Был урында боронғо мәсет ҡалдыҡтары барлығы тураһында күптән билдәле була. Тарихсы Василий Татищев манара һәм портал ҡалдыҡтары тураһында яҙа. 1769 йылда Николай Рычков кирбес һәм таш ҡатнашмаһынан төҙөлгән стеналар, колонналар (рус.)баш. һәм манара ҡалдыҡтарын таба. XIX быуат уртаһында биләмәләге ерҙәр урындағы халыҡ тарафынан һөрөп эшкәртелә башлай. 1915 йылда Пётр Пономарёв һәм Михаил Худяков инде мәсетте тапмай, ҡаҙыу эштәре юарышында улар аҡ таштан һалынған нигеҙ ҡалдыҡтарына ғына юлыға. 1971 йылда А. Х. Халиҡов етәкселегендә тулы фәнни ҡаҙыу эштәре, алдағы йылына — уларҙы тикшереү, ә 1976 йылдан тикшеренеүҙәр менән бер рәттән бөтә комплексты ғилми консервациялау башлана, ул 1981 йылда тамамлана.

undefined

Мәсет бинаһы ике өлөштән тора: ағас һәм таш. Башта (ҡалаға нигеҙ һалынған осорҙа) тура мөйөшлө формалы (44,5 м × 30,32 м) ағас өлөшө төҙөлә. Ул инеү урыны менән төньяҡ-көнсығышҡа табан һуҙылған, ә михраб нишаһы менән көньяҡ-көнбайышҡа, Мәккәгә ҡарай. Археологтар элекке конструкция эҙҙәрен, стеналар нигеҙен, иҙәнде һәм ҡаплауҙың терәк бағаналарын — 0,5—1,5 м тәрәнлектәге һәм 0,5—0,8 м диаметрлы 650-нән ашыу соҡорҙы (ҡайһы берҙәрендә серек ағас бағана ҡалдыҡтары теркәлгән) таба, улар билдәле бер тәртиптә урынлашҡан. Мәсеттең ағас өлөшөнөң уртаһында (көньяҡ-көнбайыш сигенә яҡыныраҡ) квадрат формалағы соҡор табылған, ул һыу ҡабул итеү ҡоролмаһының соҡоро булып хеҙмәт иткән, был иһә бинаның ошо өлөшөндә асыҡ ихата булған тип фаразларға мөмкинлек бирә.

Таш өлөшө X быуат уртаһында ағас өлөшкә төкәтмә итеп төҙөлә. Нигеҙ ҡалдыҡтары эзбизташ-ташлы һыҙаттар рәүешендә һаҡланған, бина тура мөйөшлө формала (41,42 м × 26 м), стеналарҙың ҡалынлығы 1 метр тирәһе. Бина эсендә 2 × 2 м ҙурлыҡтағы 24 котлован (колонналар өсөн) була. Көньяҡ-көнсығыш стенаның тышҡы яғында 6 контрфорс, ә көньяҡ-көнбайыш стенаның эске яғында 2,75 м киңлектәге михраб нишаһы (рус.)баш. эҙҙәре табыла[15].

undefined

Төньяҡ-көнсығыш яҡтан 1,2—1,5 м алыҫлыҡта манара нигеҙе асыҡлана (9×8 м), ул боронғо кимәлдән 3 м тәрәнәйтелгән. X быуаттың беренсе яртыһында мәсет янында некрополь (IV Биляр ҡәберлеге) барлыҡҡа килә, унда аҡһөйәктәр ерләнгән.

Ике өлөштөң дөйөм майҙаны 2000 м² тирәһе, был Биләр мәсетен Көнсығыш Европалағы иң ҙур урта быуат биналарының береһе тип һанарға нигеҙ бирә.

Феодал йорто

Ҡала үҙәгендә, цитадель сигендә урынлашҡан, мәсет комплексына инә. Уның булыуын 1915 йылда Пётр Пономарёв күрһәтә. Тулы тикшереү 1971—1973 йылдарҙа А. Х. Халиҡов етәкселегендәге ҡаҙыныуҙар барышында ойошторола.

Нигеҙҙәр соҡорға 1,2—1,3 метрға тәрәнәйтелгән. Стеналар стандарт ярым сеймал кирбестән (26×26×5 см) һалынған, уларҙың ҡалынлығы 1—1,2 м. Бинаның төп өлөшө квадрат формала (11×11 м) һәм эске ныҡлы стеналар менән дүрт тигеҙ бүлмәгә бүленгән, уларҙың һәр береһе 16 м² майҙанлы. Бүлмәләр бер-береһенә үткәүелдәр менән тоташтырылған. Ике ҡатлы булыуы ихтимал. Түбәнге ҡаттың иҙәне эзбизташ плиткалар менән түшәлгән, кирбес иҙән 10—11 см ҡалынлыҡта булған.

undefined

Бинаға инеү урыны — көньяҡ-көнсығыш яҡта, ул ике уйымлы һәм П-формалы арка менән биҙәлгән була. Кирбес күтәрмә нигеҙе табыла. Көньяҡ-көнбайыш стенаның көнбайыш мөйөшөндә 0,9 м киңлектәге тишек бар, уның тирәһендә 30—40 см диаметрлы соҡорҙар табыла. Уларҙы икенсе ҡаттың балкон террасаһы йәки мәсет менән бәйләүсе ябыҡ галерея (рус.)баш. өсөн бағаналар тип фаразлайҙар.

undefined

Төньяҡ-көнбайыш стенала бинаны йылытыу системаһы менән бәйле мейес һәм ике төтөн сығарыу каналы (9 м оҙонлоҡто) табыла. Йылытыу системаһы тармаҡтарының дөйөм оҙонлоғо 300 м тирәһендә.

Бинаның төньяҡ-көнсығыш стенаһында аш-һыу бүлмәһенә инеү ишеге уйымы (3,6×3 м үлсәмдәге төкәтмә) бар, унда ике мейес һәм ҡоҙоҡ, ә бинаның эсендә — балсыҡ һәм быяла һауыт-һаба, быяла һәм металл биҙәүестәр, тимер көнкүреш әйберҙәре табылған. Бинала мәсет хеҙмәткәре йәшәүе йәки бында йәмәғәт мунсаһы булыуы ихтимал.

Бина X быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән һәм 1236 йылда емерелгән. Емереклек аҫтында кеше һөйәтәренең ҡалдыҡтары табылған.

Ҡарауан-һарай

Эске ҡаланан ситтә, уның көньяҡ мөйөшөндә, көнсығыш ҡапҡанан алыҫ түгел урынлашҡан. XIXXX быуат башында урындағы халыҡҡа өҫтәмә нығытмалар менән уратылған форт булараҡ билдәле була. Ҙур кирбес бина ҡалдыҡтары 1881 йылда Василий Казаринов тарафынан табыла. 1928 йылда Александр Башкиров, ә 1969—1972 йылдарҙа Биляр экспедицияһы тарафынан тикшерелә. Кирбес бинаның стеналары, нигеҙе, кирбес ихата, вал һәм соҡор ҡалдыҡтары асыҡлана.

Биләр мунсаһы

Кирбес бина ҡалдыҡтары цитаделдың төньяҡ өлөшөндә, мәсет комплексынан 180—200 м төньяҡтараҡ урынлашҡан. 1973 йылда аэрофото төшөргәндән һуң асыҡлана, 1979—1981 йылдарҙа тикшерелә. Бина стандарт болғар кирбесенән (26×26×4,5—5,5 см) төҙөлгән, квадрат формалы (10,4×11,6 м), йылытыу системаһы бар. XI быуаттан да алдараҡ төҙөлмәгән һәм ике өлөштән торған тип фаразлана.

1-се ҡоҙоҡ

Мәсет комплексы һәм феодал йорто араһында урынлашҡан. XII быуатта эшләгән. 1915 йылғы экспедиция ваҡытында өлөшләтә асыла һәм таҙартыла. 1972 йылда А. Х. Халиҡов етәкселегендә тулы тикшереү үткәрелә. 1973—1974 йылдарҙа реставрациялана һәм консервациялана.

Көршәкселәр кварталы

1968 йылда табыла, 1972, 1974, 1980, 1981 йылдарҙа ҡаҙыла. Тышҡы ҡалала урынлашҡан, майҙаны 80 000—100 000 м² тәшкил итә. Квартал сеймал ятҡылыҡтары янында урынлашҡан. Ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһендә горндарҙың (рус.)баш. — тимерсе усағының төрлө конструкциялары асыҡланаref>Выявлены горны четырёх типов</ref>. Ҡулланылған махсус кирбес йыйылмаһы, оҫтаханаларҙың торлаҡтан айырым урынлашыуы, кварталдың ҙур майҙаны Биләрҙә көршәкселектең юғары кимәле тураһында һөйләй[16].

Алхимия оҫтаханаһы

Ҡазан университеты археологтары экспедицияһы тарафынан табылған Биләр алхимия оҫтаханаһы Европала билдәле булғандарҙың иң боронғоһо һанала[17].

Биләрҙың үҫеш этаптары

Ҡала үҫешендә ике этапты айырып ҡарарға була.

I этап: X быуат башы — XI быуаттың беренсе яртыһы

Ҡалаға нигеҙ һалыу осоро. Биләр баштан ике өлөшлө — эске һәм тышҡы ҡала булараҡ барлыҡҡа килә, майҙаны 600 га тирәһендә була. Үҫеш тығыҙланыу һәм эске төҙөлөш аша бара. Биләрҙә Русь һәм Балтик буйы, Көнбайыш Европа, Урта Азия, Фарсы тарафтарынан, Һиндостан, Ҡытай, Византия һәм Кавказдан килгән сауҙа юлдары киҫешә.

II этап: XI быуаттың икенсе яртыһы — XIII быуаттың өстән беренсе өлөшө

XIII быуат башы — Биләр үҫешенең юғары осоро. Таш һәм кирбес биналар, иҙәндәрҙе аҫтан йылытыу системаһы, быяла тәҙрәләр киң тарала. Монголдарҙың көнбайыш походтары һөҙөмтәһендә ҡала 1236 йылда емерелә[18]. Лаврентьев йылъяҙмаһында был ваҡиға тураһында шулай әйтелә:

«В лето 6744 [1236 г.] …приидоша от восточные страны в Болгарьскую землю безбожнии Татарии и взяша Татарове на Болгарскую землю и взяша славныи Великий град Болгарскыи и избиша оружьем от старца и до уного и до сущаго младенца и взяша товара множество, а город ихъ пожгоша огнемъ и всю землю их ихъ поплениша»[19].

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. Об утверждении границ и особого режима использования территории объекта культурного наследия федерального значения «Городище «Биляр» – одна из столиц Болгарского государства», X – XIII вв., расположенного в Алексеевском муниципальном районе Республики Татарстан. Комитет Республики Татарстан по охране объектов культурного наследия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026. (рус.)
  2. 1 2 3 4 5 Биляр в БРЭ
  3. 1 2 Хөсәйенов Ғ. Б. Башҡорт тәуарихы // Ватандаш. — 2006. — № 9. — С. 79. — ISSN 1683-3554.
  4. Еникеев З. И., Еникеев А. З. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — С. 130. — 432 с. — ISBN 978-5-295-04258-4.
  5. Поэма «Кысса-и Йусуф» Кул Гали: проблематика, поэтика, язык произведения // Р. Шакур, М. Х. Надергулов, Г. Б. Хусаинов // БНЦ УрО АН СССР, 1988. — 122 с.
  6. 1 2 Юсупов Ю. «Народ барач» Восточного Булгара: к этнической истории родов юрматы, юрми и буляр // Ватандаш. — 2007. — № 8. — ISSN 1683-3554.
  7. 1 2 3 4 5 Мажитов Н. А., Султанова А. Н., 2010, с. 322
  8. Мажитов Н. А., Султанова А. Н., 2010, с. 321
  9. Гагин И. А. Политические и культурные связи Волжской Булгарии и Восточной Руси перед татаро-монгольским нашествием. 2013 йылдың 3 ноябрь көнөндә архивланған.
  10. История литературы Урала. Конец XIV—XVIII в. / Глав. ред.: В. В. Блажес, Е. К. Созина. — М.: Языки славянской культуры, 2012. — 608 с. — С.79. ISBN 978-5-9551-0602-1
  11. Татищев В. Н. История Российская Т.I. М.-Л., 1962.
  12. Пономарев П. А. Краткий отчет о раскопках и разведках в районе Билярска летом 1915 г. ИОАИЭ, т. XXX, вып. I, Казань, 1919; Пономарев П. А. Отчет об археологической экспедиции в Билярск в июле 1916 г., ИОАИЭ, т. XXX, вып. I, Казань, 1919.
  13. Башкиров А. С. Экспедиция по изучению болгаро-татарской культуры летом 1928 года. — МОРРПТ, вып. 3., Казань, 1929.
  14. Халиков А. Х. Татарский народ и его предки. — Казань: Татарское кн. изд-во, 1989, С.93.
  15. Хузин Ф.Ш., Валиулина С.И. , Шакиров З.Г. Средневековые археологические памятники Поволжья и Урала // Институт археологии АН РТ; Казанский федеральный университет. — 2017. — С. 10—22.
  16. См. например Кокорина Н. А. Гончарные горны Билярского Городища//Средневековые археологические памятники Татарии. Казань 1983 С. 50-69;
  17. Артефакты Биляра исследовали ученые КФУ и наноцентра РТ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2026. Архивировано 22 февраль 2020 года.
  18. Казаков Е. П., Старостин П. Н., Халиков А. Х. Археологические памятники Татарской АССР. — Казань: Татарское кн. изд-во, 1987, С.63; История татар с древнейших времен в семи томах. Т.2. — Казань: РухИЛ, 2006, С.169.
  19. ПСРЛ, т.1, С.460.

Әҙәбиәт

  • Билярск // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Исследования Великого города. — М., «Наука», 1976. — 264 с. [Билярское городище].
  • Кокорина Н. А., Кузьминых С. В. Биляр // Большая российская энциклопедия.
  • Культура Биляра : Булгар. орудия труда и оружие X—XIII вв. / [А. Х. Халиков, Р. Ф. Шарифуллин, С. В. Кузьминых и др.]; Отв. ред. А. Х. Халиков. — М. : Наука, 1985. — 216 с.
  • Мажитов Н. А., Султанова А. Н. История Башкортостана. Древность. Средневековье. — Уфа: Китап, 2010. — 496 с. — ISBN 978-5-295-05078-7.
  • Рычков Н. П. Журнал, или Дневные записки путешествия капитана Рычкова по разным провинциям Российского государства в 1769 и 1770 году. — СПб., 1770.
  • Хузин Ф. Ш. Великий город на Черемшане. Стратиграфия. Хронология. Проблема Биляра-Булгара. — Казань, 1995.
  • Руденко К. А. История археологического изучения Волжской Булгарии (X–начало XIII в.). — Казань, 2015.

Тема буйынса өҫтәмә