Болотников Пётр Григорьевич
Гражданлығы | |
---|---|
Спорт төрө | Еңел атлетика |
Һөнәр төрө | легкоатлет-стайер, тренер, еңел атлет |
Ҡатнашыусы | 1964 йылғы йәйге Олимпия уйындары, 1960 йылғы йәйге Олимпия уйындары, 1956 йылғы йәйге Олимпия уйындары и Чемпионат Европы по лёгкой атлетике 1962[d] |
Заты | ир-ат |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1965 |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
Вафат булған урыны | |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Әүҙемлек осороноң башланыуы | 1956 — 1965 |
Бейеклеге/буйы | 173 сантиметр[2] |
Ауырлығы | 64 килограмм[2] |
Ерләнгән урыны | |
Тыуған көнө | 8 март 1930[2] |
Вафат булған көнө | 20 декабрь 2013[2] (83 йәш) |
Тыуған урыны |
Болотников Пётр Григорьевич (8 март 1930 йыл — 20 декабрь 2013 йыл) — СССР спортсыһы, оҙон дистанцияға йүгереүсе. 1960 йылғы олимпия чемпионы, 10 000 метрлыҡ дистанцияла донъя экс-рекордсмены[3], СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1960). Ленин (1960), Халыҡтар Дуҫлығы (1985), Почёт (1995) һәм III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендары кавалеры (1999); Мордовияның почетлы гражданы.
Биографияһы
Пётр Григорьевич Болотников 1930 йылдың 8 мартында Урта Волга крайының Мордва автономиялы өлкәһенең[4] Зиновкин ауылында тыуған.
20 йәшендә армияла ярыштарҙа тәүге тапҡыр ҡатнашып, 3 километрлыҡ кроссты 9.16, 2 ваҡыт эсендә йүгереп үтә (рекорд дивизияһы). Армияға тиклем гимнастика менән шөғөлләнә, шуның арҡаһында физик әҙерлектең яҡшы базаһын ала, унһыҙ, үҙе әйтеүе буйынса, көслө стайер була алмаҫ ине
Тренерҙар мәктәбен һәм Физик культура институтын тамамлай. Еңел атлетика буйынса «Спартактың» өлкән тренеры (1965—1985). 1960 йылда Римдағы Олимпия уйындарында 10000 м йүгереү буйынса еңә.
5000 һәм 10000 м дистанцияла һәм 5 км кросста ун өс тапҡыр СССР чемпионы (1957—1962, 1964). 10000 м (1962) дистанцияла Европа Чемпионы, 10000 м дистанцияла донъя рекордсыһы (1960—1963)
Петр Болотниковтың Римда үткән Олимпия уйындарындағы был еңеүенән һуң бер ниндәй ҙә совет йәки рәсәй йүгереүселәре стайер дистанцияла (1500 м һәм унан да оҙонораҡҡа) алтын йондоҙ яулай алмай.
1962 йылдан КПСС ағзаһы. 1990—1992 йылдарҙа ДСО «Спартак» Үҙәк советын етәкләй, почетлы президиум ағзаһы һәм «Спартак» спорт йәмғиәтенең почетлы рәисе (1996), Рәсәй Үҙәк клубы «Шиповка юных» рәйесе, (1995), «Хеҙмәт» гәзите һәм «Мәскәү -Лужники» Кубогы (1992) призына үткәрелгән ярыштарҙа төп судья була. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, П.Болотников Йондоҙло ҡаласыҡта Юрий Гагарин иҫтәлегенә традицион уҙыш парадын асыу буйынса етәкселек итә[5].
Саранскта традиция буйынса Болотников Петр призына халыҡ-ара йүгереү ярышы үтә.
Петр Болотников 2013 йылдың 20 декабрендә вафат була[6]. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнә.
Ярыштарҙа сығыш яһауы
Дата | Ярыштар | Ҡала | Урын | Дистанция | Һөҙөмтә |
---|---|---|---|---|---|
1956 | Йәйге Олимпия уйындары | Мельбурн | 9 | 5 000 м[en] | 14.22,4 |
16 | 10 000 м[en] | —[7] | |||
1957 | Студент уйындары |
Мәскәү | I | 10 000 м[en] | 29.14,6 |
1960 | Йәйге Олимпия уйындары | Рим | I | 10 000 м[en] | 28.32,2 |
1962 | Бөтә донъя йәштәр фестивале[fi] | Хельсинки | I | 5000 м[en] | 13.56,6 |
Европа чемпионаты |
Белград | III | 5000 м[en] | 14.02,6 | |
I | 10 000 м[en] | 28.54,0 | |||
1964 | Йәйге Олимпия уйындары | Токио | 25 | 10 000 м[en] | 30.52,8 |
Йыл | Дистанция | Һөҙөмтә | Дата | Ҡала | Урын |
---|---|---|---|---|---|
1954 | марафон | 2:41.12 | 18 июль | Мәскәү | 18 |
1956 | 5000 м | 14.12,6 | 5—16 август | Мәскәү | III |
10000 м | 5 август | 4 | |||
1957 | 5000 м | 13.58,0 | 2 сентябрь | Мәскәү | II |
10000 м | 29.09,8 | 31 август | I | ||
кросс 8 км | 24.09,6 | 27 октябрь | II | ||
1958 | 5000 м | 13.58,8 | 19 июль | Таллин | I |
10000 м | 29.06,8 | 28 октябрь | Тбилиси | I | |
кросс 5 км | 14.26,4 | 11 май | Мәскәү | I | |
1959 | 5000 м | 13.52,8 | 14 август | Мәскәү | I |
10000 м | 29.03,0 | 9 август | I | ||
1960 | 5000 м | 13.55,8 | 18 июль | Мәскәү | I |
10000 м | 29.16,6 | 16 июль | I | ||
кросс 8 км | 25.03,0 | 30 октябрь | Харьков | II | |
1961 | 5000 м | 14.08,8 | 3—9 августа | Тбилиси | I |
10000 м | 29.24,8 | I | |||
1962 | 5000 м | 13.56,0 | 13 август | Мәскәү | I |
10000 м | 28.18,2 | 11 август | I | ||
кросс 5 км | 23 февраль | Мукачево | 33 | ||
1964 | 10000 м | 28.39,6 | 27 сентябрь | Киев | I |
1965 | 5000 м | 13.58,0 | 9—17 октябрь | Алма-Ата | II |
10000 м | 29.06,4 | 14 октябрь | III |
Рекордтары
Бөтә союз (донъя ярыштары түгел)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 3000 м — 8.00,8 — Мемориал Януша Кусоциньского[en], Варшава, 1959.
Китаптары
- Болотников П. Г. Последний круг. — М.: «Молодая гвардия», 1975. — 208 с. — (Спорт и личность).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Pyotr Grigoryevich Bolotnikov // выгрузка данных Freebase — Google.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Olympedia (ингл.) — 2006.
- ↑ Пётр Болотников. О беге, о друзьях, о себе // Лёгкая атлетика : журнал. — М., 2010. — № 3. — С. 14—17.
- ↑ Хәҙер Мордва Республикаһының Краснослободский районы
- ↑ http://www.mosreg.ru/userdata/1277991996.pdf(недоступная ссылка)
- ↑ Скончался олимпийский чемпион-1960 Петр Болотников
- ↑ Результат не зафиксирован
Һылтанмалар
- Болотников Пётр Григорьевич — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
- Болотников Пётр Григорьевич // Олимпийская энциклопедия / Павлов С. П.. — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 415 с.
- КПСС ағзалары
- Рәсәйҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Почёт ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастерҙары
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- 8 мартта тыуғандар
- 1930 йылда тыуғандар
- 20 декабрҙә вафат булғандар
- 2013 йылда вафат булғандар
- Мордовияла тыуғандар
- Алфавит буйынса еңел атлеттар
- СССР-ҙан Олимпия чемпиондары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 1960 йылғы йәйге Олимпия уйындары чемпиондары