Дим (исем)

Викидата элементы юҡ

Дим — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки-мосолман халыҡтарында ла ҡулланыла.

Этимологияһы

Дим — башҡорт телендә йылға исеменән; бәлки, төрөкмән телендәгесә «тын» тигән мәғәнәгә бәйлелер[1].

Билдәле кешеләр

Дәминев Дим Абдрахман улы (21 июнь) 1942 йыл — 23 апрель 1994 йыл) — рус телендә ижад иткән Башҡортостан шағиры, тәржемәсе һәм журналист, СССР Яҙыусылар (1982) һәм Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992).

Баязит Дим (Баянов Баязит Фәтхелислам улы; 24 ғинуар 1909 йыл — 10 октябрь 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир-яҙыусы, журналист, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1944).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Дим (Күгиҙел) — Башҡортостандағы йылға.

Дим һөйләше — Башҡорт теленең Көньяҡ диалекты һөйләштәренең береһе.

Дим районы — Өфө ҡалаһының районы.

Ҡоро Дим — Рәсәйҙәге йылға.

Дим — Өфө ҡалаһының Дим районындағы, Куйбышев тимер юлының Башҡортостан төбәгендә Көнбайыш йүнәлешендәге тимер юл станцияһы.

Дим — Башҡорт АССР-ындағы ҡала (12 ноябрь) 1943[2] — 6 март 1944[3]). Хәҙерге ваҡытта Өфө ҡалаһының Дим районы.

Иҫкәрмәләр

  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. 12 ноября 1943 года Башкирский обком ВКП(б) принял постановление о преобразовании рабочего поселка Дема в одноименный город областного подчинения.
  3. Указ Президиума ВС РСФСР от 6 марта 1944 «О преобразовании г. Дема в район г. Уфы»

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ