Зарифа (йыр)
Зарифа | |
Оҙайлылыҡ | 3,5 Минут |
---|---|
Жанр | Ҡыҫҡа көй |
Әҫәр теле | башҡортса |
Сәнғәт формаһы | Йыр |
«Зарифа» — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Зарифа» йырының көйө (мелодияһы) С. Г. Рыбаков тарафынан 1894 йылда Верхнеурал өйәҙе Тамьян улусы Аҡөмбәт ауылында (хәҙерге Әбйәлил районы Ташбулат ауылы ) М. Ҡараҡаевтан яҙып алынған. «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» тигән китапта баҫтырып сығарған.
Көйөнөң һәм һүҙҙәренең варианттарын Л. Н. Лебединским, Г. З. Сөләймәнов та яҙып алған. Шаян бейеү көйө.
Әйтеүҙәренсә, йырҙы Верхнеурал өйәҙе Тамьян улусы Ҡушый ауылынан бейеүсе Зарифа тигән ҡатын сығарған. Зарифа иренән айырылған булған, йырҙар сығарып, шуға бейеп, күңел асып йәшәгән.
Көй ритмлы, етеҙ темплы.
Һүҙҙәре ҡоҙа менән ҡоҙаса араһында шаярып һөйләшеү рәүешендә төҙөлгән. Уны М. Х. Әхмәтов - яңғыҙ һәм флейта өсөн , Х. Ф. Әхмәтов хор һәм флейта өсөн эшкәрткән.
1940 йылда Фәйзи Ғәскәров йыр мотивтары буйынса академик бейеү ҡуя[1][2].
Йырҙың һүҙҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
— Әйҙә, ҡоҙа, түргә уҙ ҙә,
Аяҡҡайың талмаһын.
Беҙҙең хәтер ҡалһа-ҡалһын,
Һеҙҙең хәтер ҡалмаһын.
— Юл буйынан юрғалаған —
Бүҙәнәнең балаһы,
Йырлап бирәйем, ҡоҙаса,
Илебеҙҙең йолаһы.
— Оҙон нәҙек, буйға үҫкән
Ҡыҙыл буйының талы,
Ҡоҙа йырлап биргән саҡта,
Эсеп ебәрәм тағы.
— Егеп килгән туры атымды
Һылап-һылап тарасы,
Һалып биргәс, эсеп ебәр,
Бөтөргәнсе, ҡоҙаса.
Туҫтағыңдың төптәрендә
Тәңкә сифаттары бар,
Эсеп ебәрәм ҡымыҙҙы,
Тәнгә сихәттәре бар
Башҡарыусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Флүрә Килдейәрова, Айҙар Ғәлимов, Филүс Гәрәев, Радик Гәрәев.
Видео[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
YouTube сайтында Видео "Зарифа" бейеүе
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башкирская энциклопедия. Уфа. 1996 г. с. 618.
- Башkорт халыk ижады: Йырзар. 1-се китап. Эфэ, 1974;
- Дияров К. М. Сал Уралдын мондары. Эфэ, 1988;
- Рыбаков С. Г. Музыка и песни уральских мусульман. СПб., 1897;
- Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши. М., 1962;
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зарифа (песня) . БАШКИРСКАЯ ЭНЦИКЛОПЕДИЯ. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2013). Дата обращения: 25 апрель 2017. 2017 йылдың 25 апрель көнөндә архивланған.
- http://yir.atspace.com/zarifa.htm
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ [1](недоступная ссылка)
- ↑ "Зарифа" (башҡорт халыҡ көйө)
[[Category::«Тышҡы һылтанмалар» ҡалыбы буш]]