Йылыу (күл)
Йылыу (Йылыукүл) (рус. Ело́вое - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районындағы күл.
Этимологияһы
Күл шул төбәктәге башҡорт топонимлы күлдәр араһында берҙән-бер "урыҫ исемле". Мәгәр урындағы кешеләр атаманы башлыса башҡорт телендәге "йылыу" һәм "йылы" һүҙҙәренә ҡайтарып ҡалдыра. Күл, ысынлап та, йылы һыулы, быға уның елдәрҙән ышыҡ урында һәм дәүмәле ҙур булмауы булышлыҡ итә[1].
Был йәһәттән Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимисы Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә аныҡ ҡына һүҙгә бәйләмәй, әммә күл тирәһендә бик йыраҡ араларҙа ла шыршы булмауын билдәләй, шуға күрә топоним ниндәйҙер башҡорт һүҙенән булыуы ихтимал тип яҙа ул[2].[3]
Географияһы
Йылыу күле Урал тауының көнсығыш битләүендә урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 322,5 м. Оҙонлоғо — 2,2 км, киңлеге — 1,9 км, көҙгөһөнөң майҙаны — 3,12 км²[4], ярҙарының оҙонлоғо — 9,8 км[5].
Гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы.
Йылыу күле Силәбенән - көнбайышҡа табан 90, Екатеринбургтан - 275, Өфөнән - 303, Ҡурғандан - 360, Төмәндән - 510, Пермдән - 530, ә Сыбаркүлдән 3 км километр алыҫлыҡта [1].
Тасуирламаһы
Түңәрәк һыҙатлы, төбө тигеҙһеҙ. Өс утрауы бар. Ярҙары күп кенә урында текә. Көнбайышта Гудковка йылғаһы ҡушыла, ә күлдән көньяҡтан йылға ағып сыға, Йылыу, йылға ағып сыға, ул Сыбаркүл күленә ҡоя. Күл бик ҙур түгел, елдәрҙән ышыҡ урында, шуға күрә бик йылы һыулы.
Күл Оло Ялансыҡ, Сыбаркүл,Йылыу, Тәрәнкүл, Оло Киҫегәс һәм Кесе Киҫегәс,Оло Мейәс һәм Кесе Мейәс күлдәре сылбырында урталыҡта урынлашҡан.
Күлдең флораһы һәм фаунаһы
Галерея
Файл:Озеро Еловое. - panoramio.jpg Күл күренеше |
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Еловое (озеро) 2019 йылдың 14 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Шувалов Н. И.Еловое // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. Еловое
- ↑ Озеро Еловое. Государственный водный реестр. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2013. Архивировано 13 март 2013 года.
- ↑ Лист карты N-41-37 Миасс. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1986 год. Издание 1997 г.
Һылтанмалар
- Еловое (озеро)[1] 2019 йылдың 14 июль көнөндә архивланған.
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. Еловое [2]
Сығанаҡтар
- Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7