Оноприенко Николай Николаевич
Оноприенко Николай Николаевич (19 декабрь 1911 йыл — 12 ноябрь 1979 йыл) совет офицеры, полковник (19.08.1944). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (29.06.1945).
Биографияһы
1911 йылдың 19 декабрендә Рәсәй империяһы Турғай өлкәһе Тимер өйәҙенең Уйыл ауылында (хәҙерге Ҡаҙағстандың Аҡтүбә өлкәһе Уйыл районы үҙәге) тыуған. Мәктәптең ете синыфын тамамлағандан һуң башта атаһының хужалығында, һуңынан колхозда эшләй.
1931 йылдың июлендә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1932 йылда Урта Азия хәрби округының 14-се Төркөстан тау-уҡсылар полкының полк мәктәбен тамамлай, шул уҡ полкта отделение һәм взвод командиры булып хеҙмәтен дауам итә. 1933 йылдың ноябрендә мотлаҡ хәрби хеҙмәт ваҡыты тамамланғандан һуң өҫтәмә хеҙмәттә ҡалдырыу тураһында рапорт бирә һәм Урта Азия хәрби округының 83-сө Төркөстан уҡсылар дивизияһының 1-се тау-уҡсылар полкында (һуңынан 247-се Төркмән уҡсылар полкы тип үҙгәртелә) рота старшинаһы булып хеҙмәт итә. 1935 йылда Ташкентта В. И. Ленин исемендәге Берләшкән Урта Азия хәрби мәктәбенең тулы курсы тамалау тураһында имтихан тапшыра, 247-се уҡсылар полкында взвод командиры, рота командиры ярҙамсыһы, рота командиры булып хеҙмәт итеүен дауам итә. 1938 йылдың декабрендә уҡырға ебәрелә һәм 1939 йылдың июлендә «Выстрел» исемендәге пехотаһының офицерҙар составын камиллаштырыу буйынса юғары уҡсылар-тактик курстарын тамамлай[1]. Курстарҙы тамамлағандан һуң Урта Азия хәрби округының 83-сө Төркөстан уҡсылар дивизияһының 45-се тау уҡсылар полкына разведрота командиры итеп күсерелә. 1939 йылдың октябренән полк мәктәбе начальнигы, 1941 йылдың авгусынан полк командирының ярҙамсыһы була.
1941 йылдың авгусында полк составында Иранға совет ғәскәрҙәрен индереү операцияһында ҡатнаша, уның барышында полк Мәшһәд ҡалаһын контролдә тота. 1941 йылдың сентябренән Сәмәрҡәндтә ойошторолған 36-сы уҡсылар бригадаһында уҡсылар батальоны менән командалыҡ итә.
1941 йылдың октябренән Бөйөк Ватан һуғышы фронтында. Бригада ашығыс рәүештә Көнбайыш фронтҡа күсерелә, генерал К. К. Рокоссовскийҙың 16-сы армияһына тапшырыла һәм Мәскәү өсөн оборона алыштарында ҡатнаша. Совет ғәскәрҙәре Мәскәү янында контрһөжүмгә күскәндән һуң Клинск-Солнечногорск һөжүм операцияһында ҡатнаша. 28 декабрҙәге алышта капитан Оноприенко ауыр яралана, Һарытауҙа эвакогоспиталдә дауалана.
1942 йылдың февраленән Урта Азия хәрби округында формалашҡан 134-се айырым курсант уҡсылар бригадаһының айырым миномет батальоны менән командалыҡ итә. Апрелдә бригада менән Брянск фронтына килә. 1942 йылдың октябрендә Брянск фронтының 13-сө армияһында 74-се уҡсылар дивизияһының 78-се уҡсылар полкы командиры була, Воронеж-Касторненск һөжүм операцияһында ҡатнаша.
1943 йылдың апреленән 15-се Сиваш уҡсылар дивизияһының 676-сы уҡсылар полкы командиры. Үҙәк фронттың 13-сө, 70-се һәм 61-се армиялары сафында (16.10.1943 Белорус фронты) Курск алышында был полк менән оҫта командалыҡ итә. 1943 йылдың 5 июлендә немец һөжүменең беренсе көнөндә полк Курск дуғаһының төньяғында дошмандың төп һөжүменә ҡаршы тора. Бер Танк һөжүмдәренең береһе артынан икенсеһе кире ҡаға. Күрше полктарҙы дошман ҡыҫырыҡлап сығарғанда ла алғы һыҙыҡта ҡала. Ҡараңғыға тиклем оборона тотоп, командование бойороғо буйынса полк ҡамау ҡулсаһын өҙөп төп көстәп менән ҡушыла. Бер көн эсендә полк 26 дошман һөжүмөн кире ҡаға[2]. Алыш ваҡытында полк яугирҙәре 25 танкты ҡыйрата, 3000-гә яҡын дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә[3]. Фронт һөжүмгә күскәндән һуң, полк Орел, Чернигов-Припятск, Гомель-Речица һөжүм операцияларында ҡатнаша. 1943 йылдың 9 ноябрендә подполковник Оноприенко икенсе тапҡыр ҡаты яралана.
1944 йылдың 9 майынан 1-се Белорус фронты 65-се армияһының 193-сө уҡсылар дивизияһы командиры урынбаҫары, 22 июндән 37-се гвардия уҡсылар дивизияһының 118-се гвардия уҡсылар полкы командиры була. Август аҙағында 2-се гвардия һауа-десант дивизияһының 5-се гвардия һауа-десант полкы командиры итеп тәғәйенләнә. Полк был ваҡытта 4-се Украина фронты составында Көнсығыш-Карпат операцияһында ҡатнаша. Октябрҙә 65-се армияның 37-се гвардия уҡсылар дивизияһына 118-се гвардия уҡсылар полкы командиры булып кире ҡайта. 1945 йылдың мартында дивизия командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1945 йылдың 26 мартында Көнсығыш-Померанск операцияһы ваҡытында дивизия командиры гвардия генерал-майоры Сабир Рәхимов һәләк булғас, Оноприенко дивизия менән етәкселекте үҙ өҫтөнә ала, Данцигты штурмлауҙы уңышлы тамамлай. Апрель башында дивизияның яңы командиры гвардия генерал-майоры К. Е. Гребенник килә, һәм полковник Оноприенко дивизия командиры урынбаҫары вазифаһын башҡарыуға ҡайта.
2-се Белорус фронты 65-се армия 18-се уҡсылар корпусы 37-се гвардия уҡсылар дивизияһы командирыны урынбаҫары гвардия полковнигы Николай Оноприенко үҙенең хәрби юлын Берлин стратегик һөжүм операцияһы барышында яңы батырлыҡтары менән тамамлай. Одерҙы аша сығыу өсөн хәрби бурыс алғандан һуң, ул алдынғы отряд ойоштора. Отрядты йылға аша сығыу саралары менән тулыландыра һәм бер нисә көн күнекмәләр үткәрә, дошман булған ярға сығыуҙы өйрәтә, алғы штурм төркөмдәренең артиллеристар менән үҙ-ара бәйләнешен булдыра. 1945 йылдың 18 апреленән 19 апреленә ҡарата төндә гвардия полковнигы Оноприенков етәкселегендәге алдынғы отряд Одерҙың көнсығыш тармағы аша сыға һәм йылға уртаһындағы утрауҙа плацдарм яулай. Тәүлек эсендә тиҫтәгә яҡын дошман һөжүме кире ҡағыуҙа 45-мм танкыға ҡаршы еңел пушкалар хәл иткес роль уйнай. 20 апрелдә таң менән отряд артиллерия уты аҫтында Одерҙың көнбайыш ҡултығы аша сыға һәм йылғаның көнбайыш ярында плацдарм баҫып ала. Алдынғы отряд 20 апрелдә 12, 21 апрелдә — 18 дошман контратакаһын кире ҡаға[1]. Артабан яуланған плацдарм аша бер-бер артлы 37-се гвардия уҡсылар дивизияһы, улар артынан корпустың төп көстәре йылға аша сыға. Фронт Төньяҡ Германияға Эльбаға табан хәрәкәтен дауам итә и күптән көтөлгән Еңеүҙе ҡаршылай[4].
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 29 июнендәге указы менән «немец илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» гвардия полковнигы Николай Николаевич Оноприенкоға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[1].
Һуғыш тамамланғандан һуң Н. Н. Оноприенко Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 1945 йылдың июлендә ул өсөнсө тапҡыр 37-се гвардия уҡсылар дивизияһының 118-се гвардия уҡсылар полкы командиры итеп тәғәйенләнә. 1945 йылдың октябрендә 27-се гвардия механизацияланған дивизияһының 88-се гвардия механизацияланған полкы итеп үҙгәртелә. Совет Ҡораллы көстәрен ҡыҫҡартҡанда 1947 йылдың февралендә 7-се айырым кадрҙар танк дивизияһының 27-се айырым гвардия кадрҙар механизацияланған полкының 88-се айырым гвардия кадрҙар механизацияланған батальоны командиры була. 1947 йылдың апрелендә запасҡа ебәрелә, июль айында был бойороҡ ғәмәлдән сығарала һәм полковник Оноприенко Башҡорт АССР-ының Туймазы районы хәрби комиссары итеп тәғәйенләнә. 1947 йылдың ноябренән Чкалов ҡалаһында Чкалов районы (хәҙерге Ырымбур ҡалаһы Дзержинский районы) хәрби комиссары итеп ебәрелә[5].
1954 йылдың сентябрендә запасҡа сыға, артабан Ырымбурҙа йәшәй һәм Ырымбур өлкә юл-төҙөлөш тресында эшләй.
1979 йылдың 12 ноябрендә вафат була, Ырымбурҙа ерләнгән[1]. 2014 йылда яңы ҡәбер ташы һәйкәле ҡуйылған[6].
Наградалары
- Советтар Союзы Геройы (29.06.1945)
- 3 Ҡыҙыл Байраҡ ордены (11.02.1943, 13.07.1943,…)
- III дәрәжә Суворов ордены (28.04.1944)
- III дәрәжә Кутузов ордены (16.02.1945)
- Александр Невский ордены (6.10.1943)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (20.09.1942)
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (3.11.1944)
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы
- СССР-ҙың башҡа юбилейлы миҙалдары[2]
- Британия империяһы ордены офицеры
- Ҡыйыуҙар тәреһе (Польша)
- «Еңеү һәм азатлыҡ» миҙалы (Польша)
- «Варшава өсөн 1939—1945» миҙалы (Польша)
- «Одра, Ниса, Балтика өсөн» миҙалы (Польша)
Хәтер
- Ырымбур ҡалаһындағы зыяратта һәйкәл ҡуйылған.
- Ырымбур Ҡалаһында Геройҙар Аллеяһында Гранит плитаға уйып яҙылған.
- Исеме Ырымбур ҡалаһының Хәтер Китабында һәм Хәтер Йортонда мәрмәр таҡтала мәңгеләштерелгән.
- Ырымбур өлкәһе хәрби коммисариантында стенд ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Оноприенко Николай Николаевич. «Герои страны» сайты.
- ↑ Джанджгава В. Н. Немереные версты: Записки комдива. — Москва: ДОСААФ, 1979. — Глава «Битва».
- ↑ Наградной лист на подполковника Н. Н. Оноприенко от 9.07.1943 г. // ОБД «Память народа» Архивная копия от 20 декабрь 2019 на Wayback Machine.
- ↑ Наградной лист на присвоение Н. Н. Оноприенко звания Героя Советского Союза. // ОБД «Память народа».
- ↑ Оноприенко Николай Николаевич. Портал «Оренбуржцы — Герои Советского Союза». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 декабрь 2024.
- ↑ Архивная копия от 20 декабрь 2019 на Wayback Machine.
Сығанаҡтар
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Коллектив авторов. Великая Отечественная: Комдивы. Военный биографический словарь. Командиры стрелковых, горнострелковых дивизий, крымских, полярных, петрозаводских дивизий, дивизий ребольского направления, истребительных дивизий. (Ибянский — Печененко). — М.: Кучково поле, 2015. — Т. 4. — С. 1038-1040. — 330 экз. — ISBN 978-5-9950-0602-2.
- Россовский В. П. Золотые звёзды Оренбуржья: биографический справочник. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — С. 321—322. — 508 с. — ISBN 5-7688-0185-5.
- Золотые звёзды Оренбуржья: биографический справочник / В. П. Россовский; ред. Е. А. Урбанович; рец. У. А. Батыров, Н. М. Румянцев. — изд. 2-е, перераб. и доп. — Оренбург: ИПК «Южный Урал», 2005. — С. 60—61. — 595 с. — ISBN 5-94461-009-3.
- Оренбуржцы — Герои Советского Союза: библиографический указатель / Библиогр. отд.; сост. Н. А. Кузнецова. — 1. — Оренбург: Областная научная библиотека имени Н. К. Крупской, 1987. — С. 89—90. — 155 с.
- Актюбинцы — Герои Советского Союза. — Алма-Ата, 1966. — С.39—40.
- Во имя Родины. — Изд. 2-е. — Москва, 1982.
- Герои Советского Союза — казахстанцы / под ред. Н. Зверева. — Алма-Ата: Казахстан, 1968. — Т. 2. — С. 135—136. — 25 600 экз.
Һылтанмалар
- Антон Бочаров, Сергей Каргапольцев. Оноприенко Николай Николаевич. «Герои страны» сайты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2020.
- Оноприенко Николай Николаевич. Башҡортостан Республикаһының Дан музейы сайты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 декабрь 2024.