Йәнбәков Рамазан Фәтхулла улы

Рамазан Фәтхулла улы Йәнбәков (рус. Рамазан Фатхуллович Янбеков; 1934 йылдың 15 марты, Байыш, Башҡорт АССР-ы2019 йылдың 30 октябре, Өфө) — башҡорт совет һәм Рәсәй йырсыһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ (1982) һәм атҡаҙанған (1971) артисы.

Биографияһы

Йәнбәков Рамазан Фәтхулла улы 1934 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Баймаҡ районы Байыш ауылында тыуған[1].

Атаһы Фәтхулла Йәнбәков, билдәле ҡурайсы, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Әсәһе лә йәшләй генә мәрхүм булып ҡала. Рамазан тәүҙә Байыш мәктәбендә, унан 1-се Этҡол мәктәбендә уҡый. Был йылдарҙан уҡ үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнаша, концертарҙа йырҙар менән сығыш яһай.

Үҫмер 1-се Этҡол балалар йортонда тәрбиәләнгән осорҙа оҙон көй оҫтаһы Хөсәйен Әхмәтов һәләтле йәштәрҙе һайлап алыу маҡсаты менән Баймаҡҡа килә. 13 йәшлек Рамазан уға «Буранбай»ҙы йырлап ишеттерә. Арҙаҡлы композитор, «был егет халыҡ гәүһәре, тыуған төйәгенең рухы» тип билдәләй.

1956 йылда ул саҡтағы К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә һәм 1957 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты итеп үҙгәртелгән ошо юғары уҡыу йортоноң биология факультетын 1961 йылда тамамлай[1].

1957—1959 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Радиотапшырыуҙар һәм телевидение буйынса комитет хорының солисы була.

1961 йылда Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡытыусы булып эш башлай.

1963—1994 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-вокалисы, концерт бригадаһы етәксеһе.

Йырсы 2019 йылдың 30 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була[2].

Ижади эшмәкәрлеге

Рамазан Йәнбәков — оҙон көй башҡарыу традицияларын дауам итеүсе, үҙенсəлекле, бай һəм йомшаҡ тауышлы йырсы.

Башҡарыу манераһы йыр асылын тəрəн аңлау, уны нескə тойомлау, сағыу образлылыҡ менәнн айырылып тора. Бөтә СССР буйлап гастролдəрҙə йөрөй.

Репертуарына классик башҡорт халыҡ йырҙары «Абдрахман кантон», «Ерән ҡашҡа», «Ильяс», «Сəлимəкəй», «Сибай», «Уйыл», «Шəүрə», «Элмəлек», «Юлғотло» инә.

Шулай уҡ Мәсәлим Вəлиев, Заһир Исмəғилев, Таһир Кəримов, Шамил Ҡолбарисов, Хөсәйен Əхмəтов һәм башҡаларҙың йырҙарын һəм романстарын башҡара.

Ишмулла Дилмөхәмәтов, Сөләймән Абдуллин, Мәҙкүрә Әхмәҙиева, Ғилман Сәфәрғәлин менән бер рәттән Рамазан Йәнбәков башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу мәктәбенең сағыу вәкиле булып таныла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1971);
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1982);
  • «Гәлсәр һандуғас» музыкаль телевизион фестиваль лауреаты (2004);
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2004).
  • «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» миҙалы (2019, үлгәндән һуң)[3].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Г.Ә.Ишкинина. Йәнбәков Рамазан Фәтхулла улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (29 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 март 2026.
  2. Ләйлә Аралбаева. Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Рамаҙан Йәнбәков баҡыйлыҡҡа күсте (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (30 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 март 2026.
  3. Вечер памяти Рамазана Янбекова. baimak.bashkortostan.ru (9 декабрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2026.

Һылтанмалар