Рәсәйҙә әсәйҙәр көнө

Рәсәйҙә әсәйҙәр көнө (рус. День матери в России) — ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнгән байрам. 2026 йылда ул 29 ноябргә тура килә. Бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлаусы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнән айырмалы рәүештә, был көндө әсәйҙәрҙе һәм йөклө ҡатындарҙы ғына ҡотлау йолаһы ҡабул ителгән. Был байрам балаларының именлеге өсөн әсәләрҙең хеҙмәтенә хөрмәт күрһәтеү һәм йәмғиәт тормошонда уларҙың төп ролен таныу өсөн булдырылған[1][2].

Байрам датаһы

Әсәйҙәр көнө Рәсәй Федерацияһы Президенты Борис Ельциндың 1998 йылдың 30 ғинуарындағы 120-се Указы менән рәсми рәүештә булдырыла, документта байрам көнө ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе тип билдәләнә. Байрамды ойоштороу инициативаһы менән Дәүләт Думаһының Ҡатын-ҡыҙҙар, ғаилә һәм йәштәр буйынса комитетынан депутат Алевтина Апарина (рус.)баш. сығыш яһай[3][4].

Тарихы

Әсәйҙәрҙе хөрмәтләү йолаһы борон-борондан килә. Боронғо Грецияла бөтә илаһтарҙың әсәһе Рея һәм Персефона кеүек әсә алиһәләренә бағышланған культтар булған. Улар хөрмәтенә яҙғыһын, март уртаһында сарала һәм йолалар үткәрелгән. XVII быуатта Англияла «Әсәлек йәкшәмбеһе» (ингл. Mothering Sunday) тип аталған байрам булырыла. Бөйөк Постың дүртенсе йәкшәмбеһенә тура килгән был көндө өйҙән ситтә эшләгәндәргә әсәйҙәренә барып, бәләкәй генә бүләктәр тапшырыу өсөн ял көнө бирелә.

Хәҙерге "Халыҡ-ара әсәләр көнө"нөң прототибы АҠШ-та XX быуат башында барлыҡҡа килә. 1872 йылда активист Джулия Уорд Хоу тыныслыҡ өсөн көрәштә әсәләрҙең берҙәмлеге көнөн билдәләргә тәҡдим итә, әммә уның башланғысы киң хуплау тапмай. Һуңыраҡ, 1907 йылда Филадельфиянан Анна Джарвис, әсәһенең ваҡытһыҙ үлеменә ҡайғырып, бөтә әсәләрҙе хөрмәтләү өсөн милли көн булдырырға тәҡдим итә. Уның ныҡышмалылығы арҡаһында 1914 йылда АҠШ президенты Вудро Уилсон май айының икенсе йәкшәмбеһен милли байрам — Әсәләр көнө тип иғлан итә. АҠШ-тан был традицияны тиҫтәләгән башҡа илдәр ҡабул итә[5].

Рәсәйҙә байрамдың барлыҡҡа килеүе

Рәсәйҙә әсәйҙәр көнөн булдырырға тәүге ынтылыш Рәсәй империяһында уҡ булған. 1915 йылдың 1 декабрендә Петроградта баш инструктор һәм разведчик-мейстер Рагнар Фернберг башланғысы менән Беренсе разведчик ғәскәре байрам ойошторған. Әммә был дата милли календарҙа билдәләнмәй һәм киң популярлыҡ яуламай[6][7].

Совет осоронда был идея Баҡы инициативаһы арҡаһында кире ҡайта. 1988 йылдың 30 октябрендә 228-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Хөсәйенова үҙенең класы менән әсәйҙәргә арналған байрам концерты ойоштора. Сара киң резонанс ала. Унда яңғыраған байрамды йыл һайын үткәрергә саҡырыу күп кенә совет гәзиттәрендә баҫыла. Хөсәйенова эшләгән байрам сценарийы 1992 йылда «Воспитание школьников» журналында сыға, был традицияның ил мәктәптәрендә таралыуына булышлыҡ итә.

90-сы йылдарҙа был идея сәйәси хуплау таба. Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы исеменән Дәүләт Думаһы депутаты Алевтина Апарина байрамды федераль кимәлдә законлаштырыу тәҡдимен индерә. 1998 йылдың 30 ғинуарында ил Президенты Борис Ельцин тейешле указға ҡул ҡуя, һәм шул ваҡыттан алып Рәсәйҙә Әсә көнө рәсми рәүештә ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә башлай.

Байрам символикаһы

«Күгәрсен күҙе» сәскәһе — Рәсәйҙә әсәйҙәр көнөнөң төп символы. Был ябай һәм нәзәкәтле сәскә, халыҡ фекере буйынса, даимилыҡты, бирелгәнлекте, наҙлылыҡты, фиҙаҡәр әсә мөхәббәтен аңлата. Күгәрсен күҙе сәскәһе шулай уҡ яҡындарҙы, уларҙың тамырҙарын иҫкә төшөрөргә ярҙам итеүсе сәскә тип иҫәпләнә. Бөтә ил буйынса «Әсәй, мин һине яратам!» акцияһы, открыткаларҙа һәм башҡа байрам атрибуттарында ҡулланыла.

undefined

Ҡайһы бер илдәрҙә, мәҫәлән, АҠШ-та, Австралияла байрамдың символы — ҡәнәфер сәскәһе (рус.)баш.. Төҫтөң мәғәнәһе бар: әсә иҫән булғанда — ҡыҙыл, мәрхүм булғанда — аҡ сәскә алалар. Был йола Рәсәйҙә таралыу алмай[8].

Байрам йолалары

Йылдар үтеү менән байрамдың үҙ йолалары барлыҡҡа килә. Ил буйынса бихисап саралар үткәрелә: концерттар, күргәҙмәләр, фестивалдәр, флешмобтар. Мәғариф учреждениеларында — мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында — тематик дәрестәр, матингтар, һүрәт төшөрөү һәм ҡул эштәре конкурстары ойошторола, унда балалар әсәләренә бүләктәр әҙерләй[9].

«Әсәй, мин һине яратам!» акцияһы — Рәсәйҙә иң таралған традиция. Байрам алдынан ирекмәндәр «күгәрсен күҙе» сәскәһе символы төшөрөлгән реклама открыткалары тарата, уларҙы почта аша йәки шәхсән тапшырырға мөмкин. Мохтаж әсәләргә, күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында төрлө хәйриә марафондары, аҡса йыйыу саралары ла үткәрелә[10].

Әсәйҙәргә дәүләт наградалары

Рәсәйҙә, быға тиклем СССР-ҙағы кеүек, әсәләрҙең бала тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштарын билдәләүгә, ғаилә институтын нығытыуға йүнәлтелгән дәүләт наградалары системаһы бар.

СССР наградалары

Советтар Союзы күп балалы әсәләрҙе дәртләндереүҙең комплекслы системаһын булдырҙы. 1944 йылда түбәндәге наградалар булдырыла:

  • Әсәлек миҙалы (1-се һәм 2-се класлы) — 5 йәки 6 бала тапҡан һәм тәрбиәләгән әсәләргә бирелгән.
  • «Әсәлек даны» ордены (1-се, 2-се, 3-сө дәрәжә) — 7-нән 9-ға тиклем бала тапҡан һәм тәрбиәләгән әсәләргә бирелгән.
  • «Герой әсә» ордены — 10 һәм унан күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән әсәләргә бирелгән иң юғары награда.

Хәҙерге заман дәүләт наградалары

Әсәлеккә дәртләндереү йолаһы хәҙерге Рәсәйҙә лә дауам итә.

  • «Ата-әсә даны» ордены һәм «Ата-әсә даны» миҙалы 2008 һәм 2010 йылдарҙа булдырыла. Орден менән ете һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ата-әсәләр (йәки уллыҡҡа алыусылар), ә миҙал менән — дүрт һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ата-әсәләр (йәки уллыҡҡа алыусылар) бүләкләнә.
  • «Герой әсә» исеме 2022 йылдың авгусында ил Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы тергеҙелә. Был исем ун һәм унан да күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға бирелә. Бүләкләнгән әсә бер миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. Был исемде тәүгеләрҙән булып 2022 йылдың ноябрендә Чечен Республикаһынан Медни Ҡадырова һәм Ямал-Ненец автономиялы округынан Ольга Дехтяренко ала.

Әсәләр көнө башҡа илдәрҙә

Әсәйҙәр көнө — халыҡ-ара байрам, әммә ул төрлө илдәрҙә төрлө ваҡытта билдәләнә. Иң киң таралған дата — май айының икенсе йәкшәмбеһе — байрам АҠШ-та, Канадала, Австралияла, Бразилияла, Германияла, Италияла, Төркиәлә, Японияла һәм башҡа бик күп илдәрҙә ҡабул ителгән. Май айының тәүге йәкшәмбеһендә Испанияла, Португалияла, Венгрияла һәм Литвала әсәләрҙе хөрмәтләйҙәр.

Ҡайһы бер илдәрҙә байрам көнө тәғәйен көнгә ҡуйылған. Мәҫәлән, Мысырҙа Әсәләр көнө яҙғы көн менән төн тигеҙләшеү ваҡытында 21 мартта билдәләнә. Грузияла 3 март, Әрмәнстанда 7 апрель, Белоруссияла 14 октябрь православие халҡының Изге Деваны һаҡлау байрамына тура килә. Бөйөк Британияла «Әсәлек йәкшәмбеһе» әле лә марттың тәүге йәкшәмбеһендә билдәләнә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ла Әсәләр көнөн билдәләү идеяһын хуплай, уны бөтә донъяла ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтарына һәм әсәлек мәсьәләләренә иғтибар йәлеп итеү мөмкинлеге тип һанай[11].

Ҡыҙыҡлы факттар

  • 2025 йылға Граждандарҙы теркәү идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә бала тыуғанда әсәнең уртаса йәше 29,8 йәш булған. Сағыштырыу өсөн атайҙарҙың уртаса йәше 29,3 йәш.. 39 % әсәләр өсөн был беренсе бала, 32 % өсөн икенсе, 18 % өсөнсө, 11 % өсөн дүртенсе йәки артабанғы бала[12].
  • Американың Әсәләр көнө инициаторы Анна Джарвис ғүмеренең аҙағында байрамдың коммерциялаштырылыуына бик борсолған. Ул кондитер компаниялары, открыткалар етештереүселәр һәм сәскә магазиндары менән көрәшә, сөнки улар әсәләрҙе ихлас һәм шәхси хөрмәтләү идеяһын боҙа тип иҫәпләй.

Иҫкәрмәләр

  1. Лариса Хайдаршина. День матери в России придумала школьная учительница литературы. Облгазета.ру (23 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  2. Дeнь мaтepи в Poccии 2026: дaтa и тpaдиции. Журнал «Этажи». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  3. День матери: как появился праздник и где его принято отмечать. Mos.ru (27 ноябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  4. Указ Президента Российской Федерации от 30.01.1998 г. № 120. Президент России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  5. Mother's Day: the symbol of the most tender holiday, family traditions, warm wishes (ингл.). Iz Известия (24 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  6. Ты чудо, созданное Богом! Национальная библиотека Республики Саха (Якутия). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  7. Рагнар Акселевич Фернберг. Центральный сайт скаутов-разведчиков России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  8. Ксения Дорофеева. День матери в России в 2025 году: дата, история и традиции праздника. Lenta.ru (15 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  9. Mother's Day in Russia: history and traditions of the family holiday (ингл.). Iz Известия (23 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  10. Mother's day in Rossia (ингл.). MIR Travel Company (30 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  11. Best reasons to stand up for mothers this Mother’s Day (ингл.). UN News. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  12. В России женщины в среднем рожают детей в 30 лет. РИА Новости (18 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.