Совет осоронан һуңғы киңлек

Совет осоронан һуңғы киңлек (рус. Постсове́тское простра́нство) — 1991 йылда Советтар Союзы тарҡалған осорҙа һәм унан һуң айырылған дәүләттәр территорияһының йыйылма атамаһы.

undefined

Халҡы һәм телдәре

2022 йылғы мәғлүмәттәре буйынса, элекке совет киңлегенең халҡы 300 миллиондан ашыу кеше тәшкил итә. Уларҙың яртыһы тиерлек этник урыҫтар, ҡалғандары урыҫ телен яҡшы белә, ике телле булып тора. СССР-ҙан айырылып сыҡҡан бөтә дәүләттәрҙә башлыса милли телдәрҙә һөйләшәләр: был телдәр шулай уҡ дәүләт теле булып тора. Белоруссияла белорус теленән тыш урыҫ теле лә дәүләт теле тип танылған, сөнки урыҫ телендә күпселек халыҡ һөйләшә.

Белоруссиянан тыш, урыҫ теле милли тел менән бер рәттән Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Тажикстанда һәм Үзбәкстанда рәсми функция үтәй. Советтар Союзынан һуңғы арауыҡта көнсығыш славян (урыҫ, украин, белорус) һәм төрки телдәр (әзербайжан, гагауз, алтай, башҡорт, ҡарасәй-балҡар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡарағалпаҡ, ҡумыҡ, нуғай, үзбәк, уйғыр, төркмән, татар, тыва, хакас, сыуаш, якут һ. б.) өҫтөнлөк итә.

Конфессиялар составы: христиандар, мосолмандар, буддистар һәм башҡалар.

undefined

Дәүләттәр һәм географик өлкәләр

Советтар Союзынан һуңғы дәүләттәрҙе ғәҙәттә биш төркөмгә бүләләр. Дәүләтте теге йәки был төркөмгә индереү принцибы географик һәм мәҙәни факторҙарға, шулай уҡ Рәсәй менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр тарихына нигеҙләнә.

Төп статистика

Ил Герб Флаг Баш ҡала Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеү датаһы Террито-
рия (км²)
Халҡы Халҡының урынлашыу
тығыҙлығы
(кеше/км²)
Дата Халыҡ һаны
буйынса сығанаҡ
СССР Coat of arms of the Soviet Union (1956–1991).svg Совет Социалистик Республикалар Союзы Мәскәү 26 декабрь 1991[lower-alpha 1] 22 402 200 293 721 269 13,1 Төрлө даталар Төрлө сығанаҡтар
Әзербайжан Республикаһы
(Әзербайжан)
Emblem of Azerbaijan.svg Әзербайжан Баҡы 30 август 1991[3] 86 600[4] 9 981 457 115 2019 Официальная оценка
Әрмәнстан
(Әрмәнстан)
Coat of arms of Armenia.svg Әрмәнстан Ереван 23 август 1990[5] 29 743 2 986 100 100,4 2017 Официальная оценка
Беларусь Республикаһы
(Белоруссия)
Coat of arms of Belarus (2020–present).svg Беларусь Минск 25 август 1991[6] 207 600 9 475 600 47,89 2018 Квартальная официальная оценка
Грузия Greater coat of arms of Georgia.svg Грузия Тбилиси 9 апрель 1991[7] 69 700[8] 3 729 600[9] 65[8] 2018 Официальная оценка
Ҡаҙағстан
(Ҡаҙағстан)
Emblem of Kazakhstan latin.svg Ҡаҙағстан Астана 16 декабрь 1991[10] 2 724 902 18 395 660 6,74 2019 Месячная официальная оценка
Ҡырғыҙ Республикаһы
(Ҡырғыҙстан)
Emblem of Kyrgyzstan.svg Ҡырғыҙстан Бишкек 31 август 1991[11] 199 951 6 389 500 31 2019 Официальная оценка
Латвия Республикаһы
(Латвия)
Coat of arms of Latvia.svg Латвия Рига 4 май 1990[12] 64 589 1 934 379 29,95 2018 Месячная официальная оценка
Литва Республикаһы
(Литва)
Coat of arms of Lithuania.svg Литва Вильнюс 11 март 1990[13] 65 301 2 797 184 43 2018 Месячная официальная оценка
Молдова Республикаһы
(Молдавия)
Coat of arms of Moldova.svg Молдавия Кишинёв 27 август 1991[14] 33 846[15] 3 550 900[16] 119[16] 2018 Официальная оценка
Рәсәй Федерацияһы
(Рәсәй)
Coat of Arms of the Russian Federation.svg Рәсәй Федерацияһы Мәскәү 12 декабрь 1991[17] 17 125 191[lower-alpha 2] 147 182 123[lower-alpha 2] 8,56[lower-alpha 2] 2021 Перепись
Тажик Республикаһы
(Таджикистан)
Emblem of Tajikistan.svg Тажикстан Дүшәмбе 9 сентябрь 1991[18] 143 100 9 031 000 60 2018 Официальная оценка
Төркмәнстан

(Туркмения)

Emblem of Turkmenistan.svg Төркмәнстан Ашхабад 27 октябрь 1991[19] 491 200 5 758 075 10 2017 БМО баһалауы
Үзбәк Республикаһы
(Үзбәкстан)
Emblem of Uzbekistan.svg Үзбәкстан Ташкент 31 август 1991[20] 447 400 33 254 100 74,1 2019 Официальная оценка
Украина Coat of arms of Ukraine.svg Украина Киев 24 август 1991[21] 42 248 598 73,92 2017 Месячная официальная оценка
Эстон Республикаһы
(Эстония)
Coat of arms of Estonia.svg Эстония Таллин 8 май 1990[22] 45 227 1 329 460 29,22 2021 Официальная оценка Архивная копия от 23 ноябрь 2012 на Wayback Machine

Дәүләт президенттары

Иҡтисады

ХВФ мәғлүмәттәре буйынса, 1992 йылдан 2022 йылға тиклем СССР тарҡалыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән дәүләттәрҙең йән башына ЭТП (номиналь) үҙгәреү динамикаһы[24]
1992 йылдан 2022 йылға тиклем СССР-ҙың тарҡалыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән дәүләттәрҙең йән башына эске тулайым продукты үҙгәреүе динамикаһы[24]

Советтар Союзы тарҡалғандан һуң элекке совет республикалары яңы иҡтисади система сифатында капитализмды һайлай. Элекке совет республикаларында тулайым эске продукт бик тиҙ кәмей. 1994 йылда инфляция Украинала − 400, Ҡаҙағстанда 1258 процентҡа етә. Шул уҡ ваҡытта Балтика илдәрендә инфляция кимәле сағыштырмаса түбән булған (Литвала ул ни бары 45,1 процентҡа еткән). Элекке совет республикаларында иҡтисади хәлдең иң насар кимәле 1995 йылда теркәлә. Балтика илдәре, Әрмәнстан, Белоруссия һәм Ҡаҙағстан 1991 йылға ҡарағанда күберәк тулайым эске продукт кимәленә 2004 йылда ғына етә.иРәсәйҙә 1998 йылда иҡтисади көрсөк башлана. Әммә 2000 йылдарҙа Рәсәй тулайым эске продукты күләме буйынса тәүге ун ил иҫәбенә инеүгә өлгәшә.

Тулайым эске продуктының хаҡтарҙа үҙгәрештәре, 1991—2015[25]

Ил 1991* 1996 2001 2006 2011 2015 Бер йылға
әйләнеш**
Көнсығыш Европа илдәре
Рәсәй 100 63,1 74,5 103,3 118,3 119,8 1997
Украина 100 47,2 51,8 73,7 75,9 63,4 2000
Белоруссия 100 67,9 94,0 141,5 192,5 193,9 1996
Молдова 100 45,2 45,0 62,5 74,5 83,2 1997
Балтик буйы
Эстония 100 ? ? ? ? ? ?
Латвия 100 67,8 92,9 143,1 130,1 145,8 1993
Литва 100 64,6 81,5 119,8 123,9 139,6 1995
Кавказ аръяғы
Әрмәнстан 100 63,3 84,2 154,7 172,5 202,6 1994
Әзербайжан 100 42,7 65,2 150,2 241,1 276,5 1996
Грузия 100 39,8 49,8 74,1 93,2 109,3 1995
Үҙәк Азия
Ҡаҙағстан 100 69,3 88,5 141,4 185,7 219,0 1996
Ҡырғыҙстан 100 58,9 76,1 89,6 114,4 133,9 1996
Тажикстан 100 34,1 45,2 56,0 98,1 124,5 1997
Төркмәнстан 100 68,4 107,7 215,5 351,8 515,5 1998
Үзбәкстан 100 82,9 102,6 137,5 208,4 281,2 1996

* Совет республикаларының күбеһенең иҡтисады 1989—1990 йылдарҙа кәмей башлаған, шуға күрә 1991 йылдағы күрһәткестәр үҙгәртеп ҡороуҙарға тиклем максимумдарға тап килмәй.

**Эске тулайым продукттың кәмеүенән үҫешкә күскән йыл.

Үҫештәге прогресс

Советтар Союзынан һуңғы дәүләттәр кеше потенциалы үҫеше индексына ярашлы күрһәтелгән (2019).

Бик юғары:

Юғары:

Уртаса:

Иҫкәрмәләр

  1. Европа-Азия сиген Кавказ һырты буйлап үткәргән осраҡта, Әзербайжандың һәм Грузияның ҙур булмаған территориялары Европала урынлашыр ине, был шартлы рәүештә Кавказ аръяғына трансконтиненталь статус бирә.
  2. Ҡаҙағстан өлөшләтә Көнсығыш Европала урынлашҡан (территорияһының яҡынса 14 %).
  3. s:Декларация о восстановлении государственной независимости Азербайджанской Республики
  4. Включая неконтролируемые территории.
  5. s:Декларация о независимости Армении
  6. Закон Республики Беларусь от 25 августа 1991 г. № 1017-XII «О придании статуса конституционного закона Декларации Верховного Совета Республики Беларусь о государственном суверенитете Республики Беларусь»
  7. s:Акт о восстановлении государственной независимости Грузии
  8. 1 2 Включая Абхазию (8600 км²) и Южную Осетию (3900 км²)
  9. Абхазия һәм Южной Осетияһыҙ.
  10. Конституционный закон Республики Казахстан от 16.12.1991 № 1007-XII «О государственной независимости Республики Казахстан»
  11. s:Декларация о государственной независимости Республики Кыргызстан
  12. s:Декларация о восстановлении независимости Латвийской Республики
  13. s:Акт о восстановлении независимого Литовского государства
  14. s:Декларация о независимости Республики Молдова
  15. Включая площадь Приднестровской Молдавской Республики (4 163 км²), являющейся де-факто независимым государством.
  16. 1 2 Без учёта населения непризнанной Приднестровской Молдавской Республики (левобережья Днестра и муниципия Бендеры).
  17. Постановление Верховного Совета РСФСР от 12.12.1991 № 2015-I «О денонсации Договора об образовании СССР»
  18. s:Заявление ВС Республики Таджикистан от 09.09.1991
  19. s:Конституционный закон Туркменистана о независимости и основах государственного устройства Туркменистана от 27.10.1991
  20. Закон Республики Узбекистан от 31.08.1991 № 336-XII «Об основах государственной независимости Республики Узбекистан»
  21. Постановление Верховного Совета Украинской ССР от 24.08.1991 № 1427-XII «О провозглашении независимости Украины»
  22. Закон Эстонской ССР от 08.05.1990 «О символике Эстонии»
  23. Имеет как президентскую, так и исполнительную власть, поскольку прежняя роль Премьер-министра Туркмении была отменена
  24. 1 2 Report for Selected Countries and Subjects
  25. GDP growth (annual %). worldbank.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 декабрь 2015. Архивировано 11 май 2020 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар