Фәсхетдинов Әхәт Әхмәт улы
Әхәт Әхмәт улы Фәсхетдинов (рус. Ахат Ахметович Фасхетдинов; 1950 йылдың 21 марты, Темәс, Башҡорт АССР-ы — 2010 йылдың 11 ғинуары, Өфө) — совет бейеүсеһе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002), БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1987)[1].
Биографияһы
1950 йылдың 21 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған. 1987 йылда Ленинград театр, музыка һәм кинематография институтын тамамлай. 1967 йылдан алып (өҙөклөктәр менән) Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй[1]. 1987 йылда Н. К. Черкасов исемендәге Ленинград дәүләт театр, музыка һәм кинематография институтын тамамлағандан һуң Фәсхетдинов Әхәт Әхмәт улы республиканың төп бейеү коллективына директор булып ҡайта[2]. 1991 йылдан башлап Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры урынбаҫары, 2008 йылдан алып Өфө хореография училищеһы директоры, Башҡортостан Республикаһы музыкаль-сәхнә сәнғәте ижади берекмәһе генераль директоры урынбаҫары булып эшләй. 1998—2002 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының Нефтекама филиалын етәкләй, бында ул үҙенең әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә бөгөн республикала ғына түгел, унан ситтә лә киң билдәле үҙенсәлекле ижади коллектив туплай[2].
Бейеүсе булараҡ сағыу сәхнә, юғары һикереү һәләтенә эйә. Фәсхетдинов бейеү сәнғәте хореография тексын башҡарыу таҙалығы, хәрәкәттәрҙең тасуирлылығы, милли башҡ. колоритын нескә тойоуы менән айырыла. «Азамат», «Гөлнәзирә», «Дуҫлыҡ», «Зарифа», «Һунарсы» (ҡара: «Перовский»), «Төньяҡ амурҙары» һ.б. бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡара[1].
2006 йылда Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы саҡырыуы буйынса гастроль-фестиваль дирекцияһын етәкләй. Уның ҡатнашлығында Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам итеү сиктәрендә мәҙәни саралар, «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале һәм башҡа бик күп саралар уңышлы үтә[2].
2008 йылда Фәсхетдинов Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының кадрҙар һәм уҡыу йорттары бүлеге начальнигы, шул уҡ йылда Р. Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография училищеһы директоры итеп тәғәйенләнә. Ул эшләгән осорҙа уҡыу йортона колледж статусы бирелә. Училище уҡыусылары Туапсела, Францияла хореография сәнғәте фестивалдәрендә уңышлы ҡатнаша, Германияла гастролдәрҙә була[2].
Ҡарағалпаҡ (1976) һәм Яҡут (1978) АССР‑ҙарында, ТАССР‑ҙа (1989) БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Сыуаш АССР‑ында (1981), Мәскәүҙә (1987) БАССР мәҙәниәте көндәрендә һ.б. ҡатнаша. СССР һәм донъяның 22 иле буйлап гастролдәрҙә була[1].
2010 йылдың 11 ғинуарында вафат була[3].
Ғаиләһе
- Ағаһы — Ридик Фәсхетдинов.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002);
- БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1987).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Фәсхетдинов Әхәт Әхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 3 4 Әхәт Фәсхетдинов вафат булды
- ↑ Он дарил людям свое сердечное тепло (К 65-летию со дня рождения известного деятеля культуры Ахата Фасхутдинова). bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2026.
Һылтанмалар
- Фәсхетдинов Әхәт Әхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Әхәт Фәсхетдинов вафат булды