Ҡуянай

Ҡуянай (икенсе исеме Чистая Елань[1]) — Башҡортостандың Ҡыйғы районы Туғыҙлы ауыл Советы составында булған, бөтөрөлгән ауыл. Почта индексы — 452507, ОКАТО коды — 80236850003. 2005 йылда бөтөрөлә.

Силәбе өлкәһе сигендә урынлашҡан.

Ауыл аша Р-317 трассаһы, урындағы әһәмиәткә эйә булған Туғыҙлы ауылынан Вәкийәр ауылына барған юл үтә.

Туризм[2][3].

Ҡуянай йылғаһы аға, ул ауыл эргәһендә Ҡыйғы йылғаһына ҡоя.

Тарихы

Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың барлыҡҡа килеүе, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусы үҙгәреүе, административ үҙәктәрен күсереү менән бәйле, Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 211-з номерлы законы ст.4, п. 24 ҡарар итә[4]: 4. Түбәндәге тораҡ пункттарҙы мәғлүмәт иҫәбенән төшөрөргә:

24) Ҡыйғы районында:

а) Арыҫлан ауыл Советы составындағы Үрге Лопас ауылын;

б) Туғыҙлы ауыл Советы составындағы Ҡуянай ауылын;

Географик урыны

Һунарсылар һәм балыҡсылар йәмғиәтенә беркетелгән һунарсылыҡ хужалығы биләмәһендә урынлашҡан (1984 йылда[5], 2004 йылда[6]). Ҡуянай ауылына яҡын тораҡ пункттар: Тёплый Ключ (2 км), Ҡурғаш (7 км), Йыланлы (11 км), Яуын (12 км), Туғыҙлы (3 км), Юныс (8 км), Вәкийәр (5 км), Ҡолмәт (14 км), Иҙрис (11 км), Үрге Ҡыйғы (12 км), Иҫке Мөхәмәт (15 км)[7].

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. 2009. Православные топонимы на карте Южного Урала. / Мои книги / Главная / История с Владимиром Пятковым. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2013. Архивировано 26 ғинуар 2013 года.
  2. Велопоход по маршруту Уфа-Екатеринбург. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2013. Архивировано 26 ғинуар 2013 года. 2013 йылдың 26 ғинуар көнөндә архивланған.
  3. Велоотчеты 2007. Велопоход по маршруту Уфа-Екатеринбург - Спортивно-туристический клуб ВелоСамара. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2013. Архивировано 26 ғинуар 2013 года.
  4. (ред. от 29.12.2006) "О ВНЕСЕНИИ ИЗМЕНЕНИЙ В АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНОЕ УСТРОЙСТВО РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН В СВЯЗИ С ОБРАЗОВАНИЕМ, ОБЪЕДИНЕНИЕМ, УПРАЗДНЕНИЕМ И ИЗМЕН … (недоступная ссылка — история). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2013. Архивировано 26 ғинуар 2013 года.
  5. Постановление Совета Министров Башкирской АССР от 06.02.1984 N 26 "Об утверждении границ приписных охотничьих хозяйств Башкирской АССР" (вместе со "Списком охотничьих хозяйств … Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2013.
  6. (ред. от 20.08.2004) "О ЗАКРЕПЛЕНИИ ЗА АССОЦИАЦИЕЙ ОХОТНИКОВ И РЫБОЛОВОВ ЛЕСНОГО ХОЗЯЙСТВА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН ОХОТНИЧЬИХ УГОДИЙ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2013.
  7. Хутор Куянаево, Республика Башкортостан